+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июль 2020, 12:15

Бүләктәр һеҙҙе көтә

2020 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзиттәренә яҙылыу 15 июлгә тиклем оҙайтылды.

2020 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзиттәренә яҙылыу 15 июлгә тиклем оҙайтылды.

Шуның менән бергә «Осҡон»ға яҙылғандар араһында уйын да дауам итә. Был аҙнала гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәрҙән Йәнекәйҙән Фәниә Мөхөтдинова бокалдар отто, Михайловканан Рәшиҙә Дәүләткирәйеваға ванна бүлмәһе өсөн йыйылма эләкте. Еңеүселәрҙең бүләктәрен редакциянан килеп алыуҙарын көтәбеҙ, үҙең менән ИНН, СНИЛС, паспорт күсермәләре булыуы мотлаҡ.Ошоға тиклем 2020 йылдың июль-декабрь айҙарына район гәзиттәренә яҙылып өлгөрмәгәндәрҙең почтаға барып, почтальондарға мөрәжәғәт итеп йәиһә редакцияның үҙенә килеп, «Осҡон»ға абонемент тултырыуҙарын һорайбыҙ. Гәзит һеҙ яҙылған көндөң иртәгәһенән өйөгөҙгә килә башлаясаҡ.

Читайте нас: