+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июль 2020, 13:23

«Осҡон»һоҙ ҡалғаным юҡ»

Һеҙ һүрәттә күргән Ғ. Н. Ғүмәрова гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында үткәргән уйында еңеп, түшәк кәрәк-яраҡтары отто.

Һеҙ һүрәттә күргән Ғ. Н. Ғүмәрова гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында үткәргән уйында еңеп, түшәк кәрәк-яраҡтары отто.
— Үҙемде белгәндән, йәғни хәреф танығандан алып гәзит-журналдар уҡыйым. Бер йыл да ла район гәзитенә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. «Осҡон»до беренсе битенән башлап уҡыйым, иң элек «Яңылыҡтар» рубрикаһына күҙ йүгертәм: районда, республикала ниҙәр барғанын белге килә бит. Унан инде һәр мәҡәләне, нөктәһенә тиклем, ентекләп уҡыйым. Ә бына «Йәшлек»тең, киреһенсә, иң алда һуңғы битен ҡарайым, — ти Ғәлиә Нәҡип ҡыҙы.
Даими гәзит уҡыусыбыҙ фекеренсә, «Осҡон»да ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, күңелде күтәрерлек хәбәрҙәр, уйға һалырлыҡ мәҡәләләр, яңы ҡанундарға аңлатмалар урын алыуы отошло. Ғәлиә апай шулай уҡ Әбйәлилдәге хәл-торош, матур, өлгөлө ғаиләләр, оло быуын тураһындағы һүрәтләмәләрҙе яратып уҡый.
Райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә арымай-талмай илле йыл (!) намыҫлы хеҙмәт итеп, уҙған йыл ғына хаҡлы ялға сыҡҡан Ғ. Н. Ғүмәрова. Эше араһында донъяһын да көтөргә, балаларын да тәрбиәләргә, үҙешмәкәрлек түңәрәгендә лә әүҙем ҡатнашырға ваҡыт таба ул: ул йылдарҙа Ташбулат ауыл биләмәһендә уҙған бер генә концерт та, бер генә спектакль дә Ғәлиә апай менән тормош иптәше Сабит Ғиниәт улының ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа, бөгөн дә эшһеҙ ултырмай ирле-ҡатынлы Ғүмәровтар. Ҡапҡа тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡсаларында йәшелсә-еләктәре тәгәрәп уңа, өй алдын күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр биҙәй.
Сабит Ғиниәт улы әле лә йәмәғәтселек эшенең уртаһында ҡайнай, ул Ташбулат ауыл Советы ауыл биләмәһе ветерандары советын етәкләй.
Читайте нас: