-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Июль 2020, 11:30

«Өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ»

Асҡар ауылында йәшәүсе йәш ғаилә — Айытбаевтар өлгөлө, татыу, бәхетле парҙарҙың береһе. Улар береһенән-береһе һөйкөмлө өс ҡыҙын башҡорт рухында тәрбиәләй.

Асҡар ауылында йәшәүсе йәш ғаилә — Айытбаевтар өлгөлө, татыу, бәхетле парҙарҙың береһе. Улар береһенән-береһе һөйкөмлө өс ҡыҙын башҡорт рухында тәрбиәләй.
Йәшлек миҙгеленең күңелле осоро — студент йылдарында, Салауат Юлаев һәйкәле янында таныша Руфия менән Илфир. Икеһе лә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Таштуй ауылы егете Илфир физкультура уҡытыусыһы булырға ниәтләһә, Йылайыр районы ҡыҙы Руфия башҡорт филологияһы факультетында уҡый.
Мөхәббәтле ике йәш йөрәк дуҫлашып, студент йылдарын бергә уҙғара. Ил алдындағы бурысын үтәп, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Илфир һөйгәненә тәҡдим яһай һәм улар, ғүмерлеккә бер-береһенә тоғро булырға вәғәҙә биреп, ата-әсә ризалығын алып, туй үткәрә. Башта йәштәр Өфөлә йәшәй, әммә бер аҙҙан ауылға ҡайтайыҡ тигән ҡарарға килеп, егеттең тыуған яғына — Әбйәлилгә килеп, өй һалалар. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Самира донъяға килә. Унан һуң ғаиләләрен ишәйтеп, бер-бер артлы тағы ике матурҡай — Әдилә, Ғәзизә тыуа.
Ғаилә башлығы тәүҙә вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, шунан, ғаиләһенә яҡыныраҡ булыу теләге менән Магнитогорск ҡалаһындағы тимер йыйыу цехына мастер булып урынлаша. Булдыҡлы егет халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәре — умартасылыҡ, тимерселек менән шөғөлләнә, мейес сығарыу оҫтаһы булараҡ та танылырға өлгөргән. Ижади күңеле тимерҙән ябай эш ҡоралдары ғына түгел, сувенирҙар яһауға ла этәрә. Сәләмәт тормош яҡлы булған Илфир гер спортын үҙ иткән.
Ә хужабикә ғаилә усағын, йорт йылыһын һаҡлауға бар күңел наҙын һала. Яҡындарына төрлө тәмле ризыҡтар бешереп, өйөн зауыҡлы итеп тотоуҙан тыш, балаларын милли рухта тәрбиәләүгә баҫым яһай.
— Өйҙә тик башҡортса һөйләшәбеҙ, ҡыҙҙар телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап оҙаҡ ултырмай, төрлө әкиәттәр һөйләйем, әйтемдәрҙе ҡулланырға тырышам, — ти Руфия. — Бергәләп физик күнегеүҙәр эшләйбеҙ, һүрәт төшөрәбеҙ, аш-һыу бешергәндә лә ҡул араһына инеп килә бәләкәстәрем. Ғаиләлә тыныс, яғымлы мөхит булһа, атай кеше лә эшләргә, балаларын яҡшы йәшәтергә ынтыла, тип уйлайым. Беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәткә ҡыҙҙарыбыҙ ҙа иғтибар итә, ир кешене хөрмәт итергә, донъя көтөргә өйрәнә.
Уңған ҡатын гөл-сәскәләр үҫтерә, сигеү, бәйләү менән дә булыша, ҡул эштәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Өҫтәлдәренән үҙҙәре үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә өҙөлмәй.
Айытбаевтар бер-береһенә терәк булып, һүҙҙәренә кәңәш алып, киләсәккә яҡты пландар менән йәшәй.
Люция ОМОРҘАҠОВА.
Читайте нас: