+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль 2020, 12:01

Рухлы, ҡурайлы егет

Ауылдағы мәжлестә бер уҙамандың өҙҙөрөп ҡурай уйнағанын ишеткәндән алып ошо моңға ғашиҡ Буранғол ауылы егете Айгиз Хашимов.

Ауылдағы мәжлестә бер уҙамандың өҙҙөрөп ҡурай уйнағанын ишеткәндән алып ошо моңға ғашиҡ Буранғол ауылы егете Айгиз Хашимов.
— Мәктәптә уҡыған мәлдә үк башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына инем, ҡурай моңон ишеткәс, тап ошо инструментты өйрәнергә булдым. Ҡурай — ул борон-борондан башҡорт батырының тоғро юлдашы, моңдашы, серҙәше булған, яугирҙәр ябай көпшәнән ҡырҡып яһалған мөғжизәле инструментты яуға ла, йыйындарға ла алып йөрөткән, ҡурай уйнай белмәгән башҡорт егеттәре һирәк булған, — тип фекерҙәре менән бүлешә яҡташыбыҙ.
Музыка серҙәренә төшөнөр өсөн үҫмер, алыҫ тип ҡарап тормай, Асҡар сәнғәт мәктәбенә йөрөп, тәжрибәле педагог Илһам Шакировтың класында белем ала. Буранғол урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класына уҡырға инә. Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимовтың ҡул аҫтында шөғөлләнеү бәхете эләгә уға.
Училищенан һуң ил алдындағы бурысын мотоуҡсылар ғәскәрендә үтәп ҡайта. Милли инструментта уйнау, боронғо көйҙәрҙе үҙләштереү теләге көслө булғас, Айгиз уҡыуын артабан дауам итеп, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты булып китә. Башҡорт музыкаһы факультетында белем ала. Был осорҙа төрлө конкурс-концерттарҙа ҡатнашыу уның оҫталығын камиллаштыра. Уҡыу менән бер рәттән А. Хашимов Алексеевка ауылының мәҙәниәт усағында эшләп тә йөрөй.
— Уҡыуҙы эш менән бергә алып барыуы үҙ һөҙөмтәһен бирә, бында балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтәм, йәштәр башлыса заманса көйҙәрҙе үҙ итә, ә мин «Буранбай», «Урал», «Ҡарт Байыҡ» кеүек тәрән моңло халыҡ моңдарын уйнарға яратам, — ти Айгиз. — Балалар менән төрлө республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, ансамбль менән призлы урындар ҙа алып торабыҙ. Тик бына ҡурай яһау оҫталары әҙерәк, Өфөлә Вәкил Шөғәйепов, Күгәрсендә Рәмил Хөснуллин яһаған ҡурайҙарҙың яңғырашы һәйбәт. Йәш быуын да ошо шөғөлгә мауығып, инструментты үҙ аллы яһарға өйрәнһә, шәп булыр ине.
Шәхси еңеүҙәренә килгәндә, Айгиз Хашимов Октябрьск ҡалаһында уҙған Ғата Сөләймәнов исемендәге йәш ҡурайсылар этнофестивалендә — өсөнсө урын, Бөтә Рәсәй Йәштәр этнофестивалендә Гран-при яулауы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
Музыканан тыш, булдыҡлы егет спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба — волейбол һәм воркаутты үҙ итә, бынан тыш техникаға ҡыҙыҡһыныуы көслө. Үҙ ишен дә тапҡан — башҡорт теле уҡытыусыһы булған Нурания исемле һылыу менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡорғандар.
Моң һөйөүсе, башҡорт рухлы яҡташыбыҙға сағыу киләсәк, ижади үрҙәр теләге килә.
Люциә ОМОРҘАҠОВА.
Читайте нас: