+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль 2020, 12:23

Төп бүләк Рысҡужаға юлланды

2020 йылдың июль-декабрь айҙарына гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәләрен «Осҡон»ға яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашыу өсөн редакцияға ебәргәндәр араһында аҙна һайын еңеүселәр билдәләнде.

2020 йылдың июль-декабрь айҙарына гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәләрен «Осҡон»ға яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашыу өсөн редакцияға ебәргәндәр араһында аҙна һайын еңеүселәр билдәләнде.
2020 йылдың июль-декабрь айҙарына гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәләрен «Осҡон»ға яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашыу өсөн редакцияға ебәргәндәр араһында аҙна һайын еңеүселәр билдәләнде.
Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыу менән төп бүләк уйнатыла, тип вәғәҙәләгәйнек. Суперпризға ҡуйылған йәшелсә-еләк киптергестең дә хужаһы табылды — Рысҡужа ауылынан Ғәйнур Латиповаға эләкте был елле бүләк.
Гәзит уҡыусылар араһында был көндө тағы ике бүләк уйнатылды. Йәнгел ауылынан Риф Ғәлләмов кер үтекләү таҡтаһы отһа, С. Фәтхуллинаға (Асҡар) кер киптереү яйланмаһы эләкте.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, бүләктәрен редакциянан килеп алыуын көтәбеҙ.
Ошо ярты йыллыҡҡа «Осҡон»ға яҙылмай ҡалғандар иғтибарына шуны ла еткерәбеҙ; айҙың 20-һенә тиклем яҙылып өлгөрһәгеҙ, гәзит өйөгөҙгә киләһе айҙың тәүге көнөнән килә башлай.
Тағы шуныһы: Рәсәй почтаһы Башҡортостанда 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына әлеге хаҡтар буйынса матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы иғлан итте. Гәзит-журналдарға алдан яҙылыу кампанияһы 1 июлдән башланды һәм ул 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Был осорҙа podpiska.pochta.ru сайтында һәм Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға була. Сервис навигациялары гәзит, журналды атамаһы, индексы, темаһы, алфавит, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса табырға ярҙам итә һәм яҙылыу бер нисә минут ваҡытты ала.
Ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә алдан шулай уҡ барлыҡ почта бүлексәләрендә һәм хат ташыусы аша, редакцияның үҙенә килеп тә яҙылырға мөмкин.
Мәктәп-интернаттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнгәндәргә, ветерандарға йәки өлкән йәштәге күршеләрегеҙгә, ҡарттар йорттарындағы инвалидтарға йәки мохтажлыҡ кисергән башҡа кешеләргә хәйриә ярҙамы күрһәтеп, район гәзитен яҙҙыртырға мөмкин.
Бының өсөн почта бүлексәләрендә йәки «Изгелек ағасы» (podpiska.pochta.ru/derevo-dobra/region) һәм «Күршеңде яҙҙырт» (podpiska.pochta.ru/collection/sosed) акциялары сәхифәләрендә тәғәйен төбәкте, социаль учреждениены һайларға һәм матбуғат баҫмаһын алырға тейешле кешенең почта адресын күрһәтергә кәрәк.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: