+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июль 2020, 11:56

Бәхеттәренә күҙ теймәһен

Бер урамда тыуып-үҫкән был егет менән ҡыҙ ҙа бер-береһен бөтөнләй белмәгән. Үҙ сәғәттәре һуҡҡас, Земфира менән Рәүеф тәү ҡараштан бер-береһенә ғашиҡ була.

Яҙмыш тигәнең ҡыҙыҡ... Әллә ҡайҙарҙағы кешеләрҙе осраштырып, бер пар итеп яралта йәки яныңда ғына йөрөгән йәреңде лә күрмәйһең. Бер урамда тыуып-үҫкән был егет менән ҡыҙ ҙа бер-береһен бөтөнләй белмәгән. Үҙ сәғәттәре һуҡҡас, Земфира менән Рәүеф тәү ҡараштан бер-береһенә ғашиҡ була.
Йәшлек хистәренең мәңгелек булырына инанған ғашиҡтар тормош юлын бергә-бергә уҙырға ҡарар итә. 2000 йылда ғаилә ҡорған Дәүләтовтар Асҡарҙың боронғо өлөшөндә — Колхоз урамында, ғаилә башлығының тыуған нигеҙендә төпләнә. Әрменән ҡайтҡан Рәүеф пилорамға эшкә төшә, Сибай медицина училищеһын тамамлаған Земфира үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә яңы тыуған сабыйҙар палатаһының шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Киләсәккә оло пландар ҡороп йәшәгән ғаиләнең бәхетен ишәйтеп, тәүге балалары донъяға килә. Тик тормош шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тормай шул. Көтөп алған улдары Азаматтың тыумыштан сирле булыуы йәш ата-әсә өсөн ҙур һынау була. Әммә улар ҡаушап ҡалмай, бөтә яуаплылыҡты үҙ иңдәренә алып малайҙың сәләмәтлеге өсөн көрәшәләр. Сараһыҙлыҡтан ҡул төшөргән мәлдәре лә, бәләкәй генә уңыш, алға китеүҙән ҡанатланған саҡтар ҙа күп була. Әммә бирешмәй Дәүләтовтар, ғәзиз улдарының һаулығы өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй.
Ғаилә башлығы Рәүеф Марс улын 2003 йылда ДРСУ-ға ашнаҡсы итеп саҡыралар. Эйе, һәр эшкә маһир ир-егеттең бихисап һөнәрҙәре араһында ашнаҡсы-кондитер дипломы ла бар. Магнитогорск ҡалаһының 21-се училищеһында уҡыған Рәүеф ихлас эшкә тотона. Тик йыл да үтмәй, ҡыҫҡартылыуға эләгә. Артабан ул декрет ялынан эшкә сыҡҡан Земфира урынына ҡала. Улын ҡарау, дауаханаларға йөрөтөү башлыса атайға эләгә.
2004 йылда Дәүләтовтарҙың йорттарын ҡотҡа, нурға төрөп, ҡыҙҙары Азалия тыуа. Тағы дүрт йылдан төпсөктәре — Айназ донъяға ауаз һала. Икеһе лә бала йәнле, изге күңелле атай менән әсәй бәләкәстәрен һөйөүгә, наҙға сорнай. Яҡындары ҡосағында иркәләнеп кенә үҫһәләр ҙә, балалары әҙәпле, тыңлаусан, аҡыллы.
Азамат Сибай ҡалаһының махсус мәктәбендә районда беренселәрҙән булып дистанцион рәүештә белем ала башлай. Тырыш, компьютерҙы яҡшы белгән егет туғыҙҙан һуң имтихандарҙы һәйбәт тапшырған, киләһе йыл БДИ һынауҙары көтә. Күңеленә илһам килгән мәлдәрендә йәнһүрәттәр эшләү менән мауыға, йырлай. Физик мөмкинлектәре сикле балалар өсөн ойошторолған конкурстарҙа ҡатнаша.
Азалия быйыл Асҡар урта мәктәбенең туғыҙынсы класын ҡыҙыл аттестат менән тамамлаған. Бәләкәй сағынан бейеүгә мөкиббән ҡыҙ сәнғәт мәктәбенең хореография буйынса ике йүнәлешендә шөғөлләнгән — халыҡ һәм заманса бейеүҙәр класын тамамлаған. Үҙ аллы гитарала уйнарға өйрәнә, һүрәт һәм фото төшөрөү менән мауыға. Сәхнә тип ашҡынған әүҙем ҡыҙ мәктәптә уҙған бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай. Азалия үҙен киләсәктә стоматолог итеп күрә.
Айназ алтынсы класты тамамлаған, сәнғәт мәктәбендә гармун буйынса бишенсене бөткән. Уның уңыштары хаҡында ишетеп торабыҙ. Уҡытыусыһы Азат Атанғолов талантлы уҡыусыһына ҙур өмөттәр бағлай, һәләтен үҫтерә. Ике тапҡыр Яңауыл ҡалаһында уҙған республика гармун байрамында призлы урындар алып ҡайтҡан. Былтыр Тулала уҙған Бөтә Рәсәй фестивалендә икенсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булған. Быйыл Белоретта «Яҙғы тамсылар» бәйгеһендә икенсе урын яулаған. Балаларында йыр-моңға һөйөү ғаилә башлығынан килә, ул Асҡар сәнғәт мәктәбендә баян класын тамамлаған. Шуға ла ата-әсә балаларының ынтылыштарын, мауығыуҙарын хуплап, һәләттәрен үҫтереүгә төрлө яҡлап ярҙам итәләр.
— Балаларыбыҙ уҡытыусыларынан уңды, уларға рәхмәт! Оҙайлы репетициялар ауыр тойолһа ла, урын алып ҡыуанып ҡайтып инеүҙәре ни тора, — ти атай менән әсәй. — Киләсәк һөнәрҙәре сәнғәт менән бәйле булмаһа ла, тормошта өҫтәмә һөнәрҙәр ҡамасау булмаясаҡ.
Әлеге ваҡытта Рәүеф Марс улы вахта ысулы менән «Межрегионсервис» нефть табыу ойошмаһында эшләй. Үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған белгескә бер юлы ике эште ышанып тапшырғандар, намыҫлы хеҙмәте өсөн яңыраҡ рәхмәт хаты менән билдәләгәндәр. Ғаилә башлығы эштә саҡта балалар, донъя хужабикә иңендә. Уның эше лә тынғыһыҙ. Земфира Илдус ҡыҙы 2012 йылдан балалар консультацияһында участка шәфҡәт туташы. Педиатр Әлфиә Сабитова менән 8 йыл бергә кескәйҙәрҙең сәләмәтлеге һағында торалар. Уларҙың ҡарамағындағы өсөнсө участкала 830 бала, яңы тыуған сабыйҙарҙы өйҙәргә йөрөп ҡарарға өлгөрөргә лә кәрәк.
— Коллективым һәйбәт, мөдир Земфира Досманова етәкселегендә татыу, килешеп эшләйбеҙ, — ти егерме йыл сабыйҙар һаулығын хәстәрләгән шәфҡәт туташы. — Үҙемде башҡа һөнәр эйәһе тип күҙ алдына килтерә алмайым. Балаларҙы яратҡанға ла эшем оҡшайҙыр.
Әүҙем, татыу Дәүләтовтар ғаилә менән бер саранан да ситтә ҡалмайҙар: 2017 йылда «Мин һәм минең ғаиләм» район конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулайҙар. Тырышып донъя көтәләр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Балалары өсөн йортта бөтә шарттар, уңайлыҡтар булдырылған. Урам байрамында уларҙың ҙур, күркәм өйө «Өлгөлө йорт» тип танылған. Төрлө урындарға күмәкләп сығып ял итеү — ғаиләнең матур йолаһы.
— Ваҡыт бик тиҙ уҙа. Балалар әле генә бәләкәй ине, күҙ асып йомған арала үҫеп етте. Уларға бәхетле бала саҡ бүләк итергә тырыштыҡ, һәр көндөң ҡәҙерен белергә өйрәттек. Хәҙер төп маҡсатыбыҙ — ғәзиздәребеҙгә терәк-таяныс, кәңәшсе булып, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итеү, — ти Дәүләтовтар.
Читайте нас: