+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Август 2020, 12:10

Фән кандидаты булырға хыяллана

Зөлфәр Хәйбуллин киләсәктә белем эстәүен аспирантурала дауам итергә, фән кандидаты булырға хыяллана.

Бәләкәйҙән йыр-бейеүгә оҫталығы менән айырылып торған, сәсән телле Зөлфәр Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башланғыс кластарында уҡ уҡытыусыһы Р. С. Ҡадирова ойошторған театр түңәрәгендә бик теләп шөғөл-ләнә. Бишенсе класта уҡығанда, хор түңәрәгенә йөрөй. Әммә үҙен бейеүҙә таба.
Талантлы хореограф Радик Хәлилов бейеү түңәрәге ойошторғас, «Сулпан» ансамбле составында төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, оҫталығын шымарта. «Сыңлы үксә», «Байыҡ», «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне» кеүек республика конкурстарында ансамблдең призлы урындар яулауы уға дәрт өҫтәй, тағы ла тырышып бейергә этәргес бирә. Һөҙөмтәлә Зөлфәр «Йәшлек» район халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булып китә.
Яҡшы уҡыуы менән алдырған Зөлфәр бейеү менән бер рәттән спортта ла ал бирмәй: волейбол уйнай, лапта һуға.
11-се класта уҡығанда, Гмназия көнө уңайынан мәктәптә үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы булараҡ махсус премия менән бүләкләнә.
Мәктәп етәкселеге сығары-лыш уҡыусыһына «Башстью-дентс» тип исемләнгән Башҡортостан студенттары ассоциа-цияһы яҡшы өлгәшкән, әүҙем уҡыусылар араһынан Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына уҡырға инер өсөн студенттар йыйыуы тураһында әйтеп, бәхетен һынап ҡарарға тәҡдим итә.
Зөлфәр Хәйбуллин нәҡ ошо ассоциация аша Мәскәү авиация институтына (элекке Циалковский исемендәге Мәскәү авиация техник институты) документтарын тапшыра һәм Нанотех-нология һәм микросистемалы техника тип исемләнгән факуль-тет студенты булып китә. Самолеттарҙың техник параметрҙарын етештереү оҫтаһы буласаҡ инженер-материоловед һөнәрен үҙләштерә ул.
Әлбиттә, илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәү, белем алыу өсөн аҡса ла күп кәрәк. Сос егет, бер ойошмала бухгалтер хисабын алып бара, һатыусы ла булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы янындағы синтетик һәм полимер мате-риалдары институтында инженер вазифаһын башҡара. Полимер һәм синтетика материалдар тураһында ике ғилми мәҡәләне инглиз һәм рус телдәрендә баҫтырыуға өлгәшә.
Сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынып, бәләкәй саҡтан президент булырға хыялланған егет РФ Дәүләт Думаһына экскурсияла булып, ул депутаттар яңы закондар ҡабул итеүен күҙәтергә лә ваҡыт таба.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип белмәй әйтмәйҙәр шул. Бакалавриатты уңышлы тамамлаған егет, магистра-тураның «Композицион матери-алдарҙың материаловедениеһы һәм технологияһы» бүлегенең икенсе курсында әлеге ваҡытта.
Бейеү сәнғәтенә булған һөйөү Зөлфәрҙе башҡаланың «Алтын Ай» башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алып килә, уның составында төрлө сәхнәләрҙе яулай талантлы егет. Халыҡ-ара «Folk of dance» конкурсының лауреаты, «Dance Мoscow» йәш башҡарыусылар халыҡ-ара конкурсы лауреаты булып танылған ул.
Тағы бер яратҡан шөғөлө — ул фотомодель булараҡ брендлы кейемдәр күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
— Мәскәүҙә йәшәгән дуҫ-иштәр менән аралашырға ла ваҡыт табам, төрлө күргәҙмә-музейҙарға йөрөргә яратам. Шулай уҡ телевизор, социаль селтәрҙәр аша ғына күҙәткән йырсы-актерҙарҙы күреүҙе оло бәхеткә тиңләйем, — ти булдыҡлы егет.
Зөлфәр Хәйбуллин киләсәктә белем эстәүен аспирантурала дауам итергә, фән кандидаты булырға хыяллана.
Ғилемгә ынтылған, рухлы яҡташыбыҙ киләсәктә атаһы Илфат Мирза улы менән әсәһе Зөһрә Миҙхәт ҡыҙының, ағаһы Илнурҙың ғорурлығы булып, йәмғиәтәбеҙгә файҙа килтерер ысын шәхес булырына ныҡлы ышаныс бар.
Люциә ОМОРҘАҠОВА.
Читайте нас: