+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Август 2020, 12:10

Ябайлығы менән арбай

Сәләх Салауат улы бөгөн райондың Пенсия фонды идаралығын етәкләй.

Сәләх Йомағужин менән күптәнән танышмын. Район хакимиәтендә төрлө вазифаларҙа эшләне ул ваҡытында. Әйтергә кәрәк, барыһын да намыҫ менән. Шулай ҙа район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булғанында уның ойоштороу һәләте, әйҙәү оҫталығы айырата асыҡ күренде. Үҙенең кеселекле, кешелекле булыуы, баҫалҡы мөнәсәбәте менән ҡабул итеү бүлмәһенә килгәндәрҙе арбай ҙа ҡуя ине. Ул саҡта райондың әҙәбиәт өлкәһе өлөшләтә уға йөкмәтелгәйне. Әммә ул, ошо өлөштө өлөш итеп кенә ҡараманы, тулыһынса ҡайғыртты, тәртип булдырҙы. Әҙәбиәтебеҙ гөрләп торҙо.
Сәләх Салауат улы бөгөн райондың Пенсия фонды идаралығын етәкләй. Кешеләр араһында төрлөһө бар: йәше-ҡарты, яманы-яҡшыһы, уҫалы-йыуашы тигәндәй. Ана шуларҙың һәр ҡайһыһы менән килешеү, уртаҡ тел таба белеү бөтәһенең дә ҡулынан килә торған эш түгел. Был тәңгәлдә һығылмалылыҡ, уйлап эш итеү, аныҡ фекер йөрөтөү талап ителә. Хакимиәттә байтаҡ йылдар тупланған тәжрибә бында ла ярап ҡалғандыр.Үҙе һәр саҡ мөләйем асыҡ йөҙлө, аралашыусан, баҫалҡы етәксе ҡул аҫтындағыларҙан да ошоно талап итә. Талап итә тиеүе әллә ни дөрөҫ тә түгелдер, ҡарап тороуға уны ныҡ талапсан етәксе тип әйтеп булмай һымаҡ, әммә хеҙмәткәрҙәрен тыңлата белә. Ипле һүҙ, йомшаҡ мөғәмәлә менән. Кешегә бер йылы һүҙ етә, ти, бит, тегеләре лә ошоноң менән яуап бирә.
Инер өйөң тупһанан башлана. Ихата, ишек алдың, күтәрмәң — өйөңдөң йөҙө. Уларға ҡарап бында ниндәйерәк хужа йәшәгәнен яңылышмайынса әйтеп бирергә була. Мин, мәҫәлән, унда үҙемде ҡунаҡҡа барғандай хис итәм. Бер ниндәй шикләнеп-тартынып тороу тойғоһо юҡ, сөнки унда һине, ҡуш ҡуллап күрешеп, шәп егеттәр ҡаршылай. Шәп егеттәр тигәнем Шайморат Дауытов, Азамат Йомағужин, Хәдис Аҫылғужиндар була инде. Улар бында бер юлы һаҡсы, йыйыштырыусы (дворник) вазифаларын башҡара. Пенсия йәшендәге егеттәр хаҡында бер һүҙ ҙә етә: донъялары ялтлап тора! Килгән-киткәнде йылы ҡаршылайҙар, етәкләп тигәндәй тәғәйен бүлмәләргә оҙатып ҡуялар.
— Бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе лә шәхсән үҙем һайлап алдым, — ти Сәләх Салауат улы, — шунһыҙ булмай. Яҡшылап белмәгән кешене эшкә ҡабул итеп, уның бер баш ауырыуы булып сығыуы бар.
С. Йомағужин клиенттар менән эшләү бүлеге етәксеһе Гөл-нара Харрасованы, белгес Резеда Исрафилованы, үҙенең урын-баҫары, персональ иҫәп төркөмө әйҙәүсеһе Әлсинә Әҡсәнованы, тәғәйенләү бүлеге белгесе Гүзәл Рамаҙанованы һәм башҡаларҙы маҡтап телгә ала. «Ғөмүмән, беҙҙә насар эшләүселәр юҡ», ти.
Ашаған белмәй, тураған белә, тигәндәй, ғүмерҙәрен фиҙаҡәр хеҙмәткә арнап хаҡлы ялға сыҡҡандарҙы «ашатып» ҡыуандырыу хаҡына ошо кешеләрҙең күпме көс һалыуы бер үҙҙәренә генә билдәлелер. Уларҙың компьютерҙарындағы иҫәпһеҙ һандарҙы, белешмәләрҙе күрһәң, иҫ-аҡылың китер.
Хәҙерге Пенсия фондының бинаһы иркен, йыйнаҡ. Айырым клиент залы бар. Унан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй, хеҙмәткәрҙәр һинең һәр һорауыңа аныҡ яуап бирәләр. Бында, ҡасан да булһа, бөтә район халҡы үткән хеҙмәт юлын барларға, киләсәген (ҡартлығын, тип уҡы) тәьмин итергә хыялланып, өмөт бағлап килә һәм, күпселек, ошо өмөттәрен тормошҡа ашырып сыға. Ана шул өмөттәрҙе ысынбарлыҡҡа әйләндереүселәргә ысын йөрәктән рәхмәт әйтәйек. Эштәрегеҙ уң, ризыҡтарығыҙ мул булһын. Артабан шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын.
Иҙрис НӨҒӘМӘНОВ.
Читайте нас: