-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Август 2020, 11:45

Хеҙмәт юлын бер һуҡмаҡтан үткән

Маһинур Ишбулатова тормош юлында өр-яңы осорға аяҡ баҫты. Рәсми рәүештә күптән пенсионерҙар рәтенә ҡараһа ла, әле яңы саҡ, ғүмерлек эшен ҡалдырып, хаҡлы ялға сыҡты. Бөтәһе 43 йыл хеҙмәт стажына эйә булһа, шуның 42 йылын ул Сиҙәм ауылындағы 154-се һанлы дарыуханала эшләгән.

Сығышы менән Маһинур Баҡый ҡыҙы Ишбулды ауылынан. Туғыҙ балалы ишле ғаиләлә ул иң ҙуры. Баш балалар яҙмышына яҙғанса, иртә ҡул араһына инә, артығы менән
яуаплы, бигерәк туған йәнле булып үҫә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, Хәлил урта мәктәбен тамамлай. Күрше ауылға йәйәүләп, иң яҡшыһында трактор арбаһында йәки санала йөрөп уҡыу ҙа уның белем эстәү теләген һүрелтә алмай. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ киләсәктә үҙен химия-биология уҡытыусыһы итеп күрә. Остаздары З. Т. Камалеева, З. Н. Баймөхәмәтова биргән һабаҡты йотлоғоп кү-ңеленә һеңдерә. Тик һалҡын алдырып ныҡ итеп ауырып китеү сәбәпле, сығарылыш имтихандарын тапшырып бөтә алмай. Шул арҡала аттестатһыҙ ҡала. Һауығып, көҙгөһөн урта белем алыуы тураһында документын ҡулына алыуға уҡыу йорттарына студенттар ҡабул итеү тамамланған була. Йылды бушҡа уҙғармаҫҡа тигән уй менән Маһинур Өфө районының Михайловка совхозында урын-лашҡан техникумда йәшелсәсегә уҡый, бер аҙ эшләп өлгөрә. Ошо бер йыл эсендә буласаҡ һөнәре буйынса ҡарашы үҙгәрә. Атаһының ауырыуы, дарыуҙар булмауы уны фармацевт булырға этәрә. Химия фәнен мәктәптә һыу кеүек эскән ҡыҙға Бөрө фармацевтика училищеһында уҡыу ҡыйын бирелмәй. 1977 йылда дипломлы белгес йүнәлтмә буйынса Сибайҙағы үҙәк дарыуханала эш башлай. Икенсе йылына Сиҙәмдә эш килеп сыҡҡас, ата-әсәһенә яҡыныраҡ булыу теләге менән, районға ҡайта. Мәктәп йылдарынан белгән, биш йыл дуҫлашып йөрөгән, әрменән көтөп алған һөйгән йәре – Ҡалмаҡ егете Исмәғил Ишбулатов менән ғаилә ҡороп, матур йәшәп китәләр.
–Ул мәлдә дарыухана гөрләп торҙо. Дүрт кеше эшләнек: мөдир, мин – фармацевт, фасовкалаусы һәм санитар. Инъ-екциялар өсөн тоҙ, глюкоза эретмәләре хәҙерге кеүек әҙер флакондарҙа булманы. Үҙебеҙ эшләнек. Табип яҙған рецептар буйынса шыйыҡ дарыуҙар әҙерләй торғайныҡ. Төрлө йылдарҙа Урал участка дауаханаһында хеҙмәт иткән, үҙ эшенең оҫтаһы булған һәйбәт табиптар – терапевтар Ю. Т. Хәсәнов, И. М. Әлмөхәмәтов, педиатр Д. Ф. Зарипова менән ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу эшләнек, – тип яҡты хәти-рәләрен байҡай геройым.
Алтмышҡа ла инмәй атаһы мәрхүм булғанда, Маһинур апайҙан тыш, уға етәге өлкән ҡустыһы ғына башлы-күҙле булырға өлгөрә. Күмәк бала менән тороп ҡалған әсәһенә терәк булып, ҡусты-һеңле-ләренә аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Үкенескә күрә, әсәһенә лә балалар ҡыуанысы күреп, оҙон ғүмер кисерергә яҙмай. Ул да гүр эйәһе булғас, туғандары өсөн атай-әсәйҙе алмаштыра Ишбулатовтар.
– Ата-әсәйем ябай ауыл кешеләре булһалар ҙа, уҡыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлай инеләр. Белем алыуыбыҙҙы хуплап торҙолар. Әсәй: «Эш бәхете бирһен Хоҙай», – тип теләр ҙә ултырыр ине. Шөкөр, теләге тормошҡа ашты. Бөтәбеҙ ҙә күңелебеҙ тартҡан һөнәрҙәргә эйә булдыҡ, эш урындарыбыҙҙан уңдыҡ. Ҡусты-һеңлеләрем юғары белем алды, күбеһе уҡытыусылар. Ә мин Нәжибә һеңлем менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләнек. Әле килеп балаларыбыҙ быуынында күпселектең медицина юлынан китеүенә, ер йөҙөндәге иң мәрхәмәтле һөнәргә эйә булыу-ҙарына ғорурланып йәшәйем. Ул-ҡыҙҙарымды химия фәненән берҙәм дәүләт имтихандарына үҙем әҙерләштем. Бөгөн һәр төрлө табиптарыбыҙ бар – тотош дауахана асырлыҡ. Кинйә улым Илдар ҙа тәүге һөнәре буйынса медик, 8 йыл һаулыҡ һаҡлау системаһында эшләне, – тип дауам итә һүҙҙе Маһинур апай.
Эшен йәне менән бирелеп башҡарғанға Маһинур Баҡый ҡыҙы уның ауырлығын һис ҡасан тоймаған. Заман елдәре, ҡыҫҡартыуҙар дарыуханаларға ла ҡағылмай ҡалмай. Ҡасандыр тотош коллектив тотолған дарыуханала М. Ишбулатова бер үҙе ҡала. Провизор-мөдир вазифаһындағы хеҙмәткәр иңенә үҙәк район дарыухана-һынан дарыуҙар алып ҡайтыу, һатыу, Әлмөхәмәт, Хәлил ауыл биләмәләренә ҡараған ФАП-тарға медикаменттар ебәреү, отчет эшләү, йыйыштырыу бурыстары ята. Провизорға иҫ киткес һәйбәт иҫкә эйә булырға, һәр дарыу-ҙың исемен, уның ниндәй сир-сырхауға ҡаршылығын, ҡабул итеү тәртибен белергә кәрәк. Клиенттар менән итәғәтле мөғәмәлә итеү ҙә мөһим. Һау-сәләмәт, күтәренке кәйефле кешеләр дарыухана юлынан йөрөмәй. Ауырыуҙарға айырым мөнәсәбәт кәрәк.
– Сиҙәм дарыуханаһы 55-се үҙәк район дарыуханаһының филиалы булып тора. Хеҙмәт юлымда Татьяна Ғәбитова, Фәниә Бекташева кеүек фәҡәт яҡшы мөдирҙәр менән эшлә-нем. Компьютер менән эшләүгә күскәс, бухгалтерыбыҙ Рәмзиә Солтанова яңыса эш рәтенә төшөндөрҙө. Уларға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Эшемдән бөтөнләй китмәҫ инем. Ял итергә лә ваҡыт. Дарыухананы Р. Ш. Юлдыбаеваға тапшырҙым. Римма Шәфҡәт ҡыҙының ышанысты аҡларына өмөтөм ҙур. Уға уңыштар теләйем, – ти Маһинур Баҡый ҡыҙы.
Ял итергә ваҡыт тиһә лә, мәҡәләм хужабикәһе әле ең һыҙғанып донъяһын төҙөкләндереү, буяу, тәртипкә килтереү эштәре менән мәшғүл. Тырышып, етеш тормош көтә Ишбулатовтар. Ғаилә башлығы Исмәғил Исрафил улы шофер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ғаиләлә өс бала буй еткергән. Миләүшә Магнитогорскиҙа йәшәй, һөнәре буйынса педагог, реабилитация үҙәгендә эшләй, өс бала әсәһе. Илгиз комбинатта эшләй, кәләше менән ике ул үҫтерәләр. Илдар эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре, шулай уҡ Магнитогорскиҙа.
– Хаҡлы ялда бөтә иғтибарымды, наҙымды тулыһынса ғаиләмә бағышларға ниәтем. Эшләгәндә йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға ваҡытым булманы. Коронавирус инфекцияһы менән хәл именләнһә, ветерандар советына ҡушылып китергә лә уйым бар. Хоҙай һаулыҡты бирһен, – ти М. Б. Ишбулатова.
Читайте нас: