+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Август 2020, 12:50

Уртаҡ ниәт, уртаҡ фекер менән йәшәгәндә генә тормош алға бара

Районыбыҙҙың тау-урман төбәге ауылдары элек-электән төҙөк, зауыҡлы йорттары менән айырылып тора. Күркәм көнкүрештәре, заманса өйҙәре менән «Республиканың иң матур ауылы» исеменә лайыҡ Амангилде һуңғы осорҙа тағы ла матурайҙы, бында йәшәүселәр йорт-ихатаны ғына түгел, ҡапҡа алдарын да төрлөсә биҙәп ҡуйыуға ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, Гөлгөнә һәм Әсхәл Ямаловтарҙың йорто алдында «пальмалар» үҫеп ултыра...

Шау сәскәле ҡапҡаға инеү менән ҡороп, йығылған ҙур тирәк ағасы тамырынан эшләнгән әкиәттәге «мәскәй әбей өйө»нә күҙ төшә. Шул тиклем оҫта итеп, килештереп эшләнгән ул.
Ҡапҡа эсендәге бәләкәй йорт иһә музейҙы хәтерләтә.
— Әсәйем айырым торам, тигәс, яныбыҙҙа булһын тип, уға йорт һалып, һыу индереп, санузел эшләп, аҫҡы урамдан күсереп алғайным. Уҙған йыл әсәй баҡыйлыҡҡа күсте. Йорт буш тормаһын өсөн боронғо әйберҙәрҙе ошонда йыйып барам. Унда-бында йөрөгәндә осраған нәмәләрҙе алам, күрше-тирә, белгән кешеләр индереп бирә, — ти Әсхәл Сәйәх улы.
Был өйҙө хужа киләсәктә боронғо башҡорт йорто кеүек йыйыштырырға уйлай: урындыҡ һалырға, һандыҡ ултыртырға, юрған-ҡаралтылар өйөргә һ.б. «Музей» әле үк экспонаттарға бай: боронғо йышҡы, бизмән, ураҡ менән сүкеш, ҡулдан эшләнгән фуганок, эйәр, ағас туҫтаҡ, бизмән, ҡомған...
— Атайым тирә-яҡҡа даны таралған алтын ҡуллы кеше ине, боронғо оҫталар ҡулланған ҡорамалдарҙың күбеһе унан ҡалған ҡомартҡы, — тип дауам итә мәҡәләм геройы. — Еңеүҙең 70 йыллығына «Мәңгелек ут» эшләгәйнем, ул электр уты ярҙамында яна, ауылдаштар концерт менән йөрөгәндә алып йөрөйҙәр. «Мәңгелек ут» янында һалдат кейеме менән автоматтар ҙа урын алған.
Компьютер дискыларынан шыршы формаһында эшләнгән ҡулайлама ла бик үҙенсәлекле, светҡа тоташтырһаң, дискылар өйөрөлөп, сағыу уттары менән күҙҙең яуын алып тора. Оҫта ҡулында бер нәмә лә юҡҡа сыҡмай, һәр нәмәгә ҡулланылыш таба. Боронғо кашауай сананы хәҙерге заман материалдары менән үҙенсәлекле итеп яһай башлаған. Мотоблогын да уңайлы итеп үҙгәртеп алған. Ҡунаҡ йыйһаң, ғәҙәттә, ултырғыстар етмәй, был мәсьәләне лә хәл итеү юлын тапҡан булдыҡлы хужа: таҡта ауыр була, тип ОСБ плитәләренән йәтеш эскәмйәләр эшләп, бер урынға элеп ҡуйған.
Оҙаҡ йылдар район юл ремонт-төҙөлөш идаралығында мастер булып хеҙмәт иткән Әсхәл Сәйәх улының сынъяһау донъяһы, йорт эсендәге һәр нәмә ҡойоп ҡуйғандай итеп эшләнгән.
— ДРСУ-ла биргадир, мастер булып эшләгәнендә Әсхәл Ямалов үҙен тәртипле, намыҫлы хеҙмәткәр итеп танытты. Яңы өй һала башлағас, эштән китте. Әммә уның бер ваҡытта ла эшһеҙ торғаны юҡтыр: үҙенә бына тигән йорт төҙөнө, кәртә-ҡураһы ла бер тигән. Оҫта булараҡ даны сыҡҡан кешегә заказдар ҙа килеп кенә тора. Ағас эшенә маһир-лығы атаһынан күскән: совхоз төҙөлгәс, асылған балалар баҡсаһына карауаттарҙы, өҫтәл-ултырғыстарҙы эшләгәйне Сәйәх ағай. Ул ҡыйыҡлап ябып, көпләп ҡуйған ҡоҙоҡ әле булһа урамға йәм биреп ултыра. Әсхәл татыу ғаиләһендә ҡатыны менән эшсән балалар тәрбиәләүе менән дә күптәргә үрнәк, — тип маҡтап бөтә алмай ауылдашын хеҙмәт ветераны Иштимер ағай Ғүмәров. Әлбиттә, ошо матур донъяны тағы ла күркәмерәк итеү, матурлыҡты һаҡлау, йыйнаҡ итеп тотоу үҙе кеүек егәрле ҡатынынан тора. Өйгә үтеү менән унан нидәйҙер йылылыҡ бөркөлгәндәй, зауыҡ менән йыйыштырылған бөхтә йортта һәр нәмә үҙ урынында булыуы күҙгә ташлана.
Юлдаш ауылы ҡыҙы Гөлгөнә менән бер һуҡмаҡтан иңгә-иң терәп үтеүҙәренә — 30 йыл. Амангилдегә ҡунаҡҡа килгән Гөлгөнәне тәү күреүҙән оҡшатҡан Әсхәл тимерҙе ҡыҙыуында һуға: танышыу-ҙарына ике ай ҙа тулмай, ҡыҙҙы һората бара.
— Бәхетлемен. Тормош иптәшемдән уңдым. Ирем алтын ҡуллы, Аллаға шөкөр. Нимәгә генә тотонһа ла, ҡулынан килә. Өс улыбыҙ бар, кинйәбеҙ Имел быйыл икенсе класҡа бара. Ике өлкәнебеҙ — Тимур менән Байрам иретеп йәбештереүсе һөнәрен алып, вахта ысулы менән Түбәнге Тагилда эшләйҙәр, сәләмәт тормош яҡлылар, ситтән тороп юғары уҡыу йортонда белем алалар. Был, әлбиттә, атай тәрбиәһе, — ти Гөлгөнә. — Үҙемә әсәй-атай тәрбиәһе эләкмәне, әсәйем яғынан Сафия өләсәйем ҡарап үҫтерҙе, бөтә ҡатын-ҡыҙ эшен өйрәтеүенә сикһеҙ рәхмәтлемен уға.
25 йыл ғүмерен һатыусы булған Гөлгөнә Асрар ҡыҙы бөгөн дә ошо һөнәренә тоғро, ул Амангилделә магазинда ауылдаштарын хеҙмәтләндерә. Ғаиләһендә ул — һөйөклө әсәй, тормош иптәшенә тоғро ҡатын, ауылдаштары, туғандары өсөн һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, изге күңелле кеше ул.
Ауылдаштары был ғаиләне туған йәнле, ярҙамсыл булғаны өсөн дә хөрмәт итә. Үҙҙәренең туғандарын, яҡындарын ғына түгел, күрше-тирәләге ололарға ла берҙәй ихтирамлы, иғтибарлы улар.
Хужабикә яҡындарын тәм-томдар бешереп һыйларға ярата, бәйләмгә лә оҫта, баҡса тулты-рып үҫтергән йәшелсә-емешенән төрлө салаттар, ҡайнатмалар эшләүгә әүәҫ, ишек алдын гөл-сәскәгә күмгән. Ул ғына ла түгел, Ямаловтар һарай тултырып мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡортто күпләп үҫтерә.
Ирле-ҡатынлы ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Төҙөкләндереү өмәләренән ситтә ҡалмайҙар. Амангилделә урамдар араһында ойошторолған ижади конкурста ла йыр-моңға ғашиҡ Әсхәл менән Гөлгөнә Ямаловтар ауылдаштарын моңло, дәртле йырҙары менән һөйөндөргән.
Ғаиләлә ир менән ҡатын бер уй-ниәт менән йәшәгәндә генә донъя алға бара. Әсхәл һәм Гөлгөнә Ямаловтар ғаиләһе быға асыҡ миҫал. Улар кеүек йәшәйештәре өлгөлө, берҙәм, татыу ғаиләләр донъяны йәмләй.
Читайте нас: