+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Август 2020, 12:10

Бәшмәк йыйырға барыр алдынан нимә тураһында белергә кәрәк?

Барлыҡ билдәләр буйынса ла етеп килгән көҙ бик бәшмәкле булырға оҡшай. Әле үк гөрөз, аҡ бәшмәк, ҡайын бәшмәге йыйырға була, яҡын арала баллы бәшмәк миҙгеле башланырға тора. Был «тыныс һунар» кеүек матур шөғөл фажиғәгә әйләнмәһен һәм ыңғай хис-тойғолар урынына ғазаптар килтермәһен өсөн нимә эшләргә (һәм нимә эшләмәҫкә)? Беҙ профессиональ ҡотҡарыусыларҙан иң мөһим һәм көнүҙәк кәңәштәр йыйҙыҡ.

Урманға сәйәхәткә
әҙерләнәбеҙ
Бәшмәк йыйырға урманға барыр алдынан үҙегеҙ менән: бысаҡ, бер нисә тапҡыр ҡапҡылап алырға етерлек аҙыҡ-түлек, ҡоро ҡапта шырпы, һыҙғыртҡыс (бәлә сигналын биреү өсөн), зарядкалы телефон, уға портатив зарядка ҡоролмаһы булһа тағы ла шәберәк, сирҙәрегеҙ аҙып китеү мөмкинлеге булһа, дарыуҙар алығыҙ. Мотлаҡ рәүештә туғандарығыҙға ҡайҙа барыуығыҙ һәм ҡасан ҡайтырға йыйыныуығыҙ тураһында әйтегеҙ.
Бәләкәй генә кәңәш. Заманса телефондарҙың бөтәһендә лә тиерлек gps-навигатор бар, ул һеҙҙең ҡайҙа йөрөгәнегеҙҙе бер нисә тиҫтә метр дөрөҫлөк менән күрһәтә ала. Һәм был бушлай функция. Һеҙгә ни бары интернеттан төбәк картаһын телефонға күсереп алырға ғына кәрәк (был да бушлай). Ориентировка өсөн иң популяр программалар — Гугл.Карты һәм Яндекс.Навигатор. Барыһын да алдан уҡ телефонығыҙға урынлаштырып ҡуйығыҙ.
Камуфляж кеймәгеҙ — уны йәшенеү өсөн уйлап тапҡандар, һеҙҙе өс метр алыҫлыҡтан күрмәүҙәре ихтимал. Иң яҡшыһы — ҡыҙыл, һары, аҡ, ҡыҙғылт-һары курткалар кейеү. Уларға яҡтылыҡты сағылдырыусы һыҙаттар йәбештереү ҙә шәп.
Бәшмәк һайлайбыҙ
- Бындағы иң мөһим ҡағиҙә шундай: «Әгәр һин бәшмәктең ашауға яраҡлы икәнлегендә 200 процентҡа ышанмайһың икән, уға теймә». Үҙегеҙ менән бәшмәктәрҙе таный торған атлас алығыҙ һәм үҫеп ултырғанын һүрәттәгеһе менән сағыштырығыҙ. Саҡ ҡына ла шигегеҙ бар икән, бәшмәккә теймәгеҙ.
- Бәшмәк йыйыр өсөн һауа үткәреп торған талдан эшләнгән кәрзин йәки тырыз алығыҙ. Пакетта улар һына һәм боҙола. Бәшмәкте кәрзингә эшләпәһе менән аҫҡа ҡаратып һалығыҙ — шулай итһәгеҙ, улар яҡшыраҡ һаҡлана. Шунда уҡ тупраҡ, япраҡ, үлән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартығыҙ.
- Бәшмәктәр ауыр металдар һәм ағыулы матдәләрҙе губка кеүек үҙенә һеңдерә. Шуға күрә уларҙы заводтар һәм трассалар янында йыйырға ярамай. Иң яҡшыһы — юлдан биш километр төпкәрәк китеү.
- Иҫке бәшмәк йыймағыҙ, шулай уҡ йомшаҡ, еүеш һәм серектәрен урап үтегеҙ. Тап шундайҙар ағыу сығанағы.
- Өйгә ҡайтҡас та бәшмәкте тикшереп сығығыҙ һәм таҙартығыҙ. Аҙаҡ һалҡынса тоҙло һыуға һалығыҙ. Был бәшмәктән бөжәктәрҙе ҡыуып сығарасаҡ.
- Бер ҡасан да осраҡлы һатыу-сыларҙан бәшмәк һатып алмағыҙ. Бер кем дә уларҙы ҡайҙа һәм ҡасан йыйғанын дөрөҫ итеп әйтмәйәсәк. Уларҙың юғары экологиялы, ҡара урмандың иң төпкөлөнән әле генә йыйып алыныуы ла, ике көн элек завод янындағы зыяраттан алып килеүҙәре лә ихтимал. Яҙмыш менән уйнамағыҙ, яҡындарығыҙҙың ғүмере һәм һаулығы күпкә ҡиммәтерәк тора.
- Электән килгән бер «алым» бар — бешеп ултырған бәшмәккә көмөш ҡалаҡ йәки һуған башы һалырға кәрәк. Әгәр улар ҡарайһа йәки берәй төҫкә буялһа, имеш бәшмәк ағыулы. Был дөрөҫ түгел! Төҫтөң үҙгәреүе бәшмәктең ағыулы булыуы тураһында бер нимә лә һөйләмәй. Бәшмәктең әсе тәме лә бер нимә аңлатмай: бик күп хәүефле бәшмәктәр, мәҫәлән, тырҡыш, бик татлы һәм тәмле.
Ҡайтыр юл таба алмаған саҡта
- Ҡайҙа икәнлегегеҙҙе GPS-навигатор ярҙамында асыҡлап ҡарағыҙ. Ул юлды күрһәтмәһә лә, ҡайҙа икәнлегегеҙҙе аңларға ярҙам итер.
- Һеҙ телефонығыҙҙы онотоп ҡалдырманығыҙ бит? 112 телефоны буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыра-тығыҙ. Шылтыратыу бушлай. Ярҙам көткән саҡта бер ҡайҙа ла китмәгеҙ — урынығыҙҙа ҡалығыҙ. Ҡотҡарыусыларға һеҙҙе табыуы еңелерәк буласаҡ. Һыҙғыртҡысығыҙҙы онотманығыҙмы? Һыҙғырығыҙ! Урманда тауыш бер нисә километр алыҫлыҡҡа ишетелә. Шул уҡ ваҡытта был ҡырағай хайуандарҙы ла ҡурҡытасаҡ.
- Урманға ингән саҡта ҡояштың ҡайһы яҡтан яҡтыртҡанына иғтибар итегеҙ. Ҡайтырға сыҡҡанда ҡояштың бер ни тиклем көнбайышҡа хәрәкәт иткәнен иҫәптә тотоп, кире йүнәлештә атлағыҙ. Миҫал өсөн, урманға ингән саҡта ҡояш битегеҙҙе яҡтыртҡан ти. Тимәк, сығыр өсөн ул арҡағыҙға яҡтыртырға тейеш, тик күләгә алдығыҙға тура түгел, ә хәрәкәт йүнәлеше буйлап саҡ ҡына уңға төшөргә тейеш.
- Аҙашһағыҙ һәм башҡа ориентирҙар күрмәһәгеҙ — һыуға сығығыҙ. Шишмә табығыҙ һәм уның ағымы буйлап аҫҡа төшөгөҙ. Шишмә мотлаҡ рәүештә йыл-ғаға, ә йылға кешеләргә алып сығасаҡ.
Ҡурҡыныс берәй нимә була ҡалһа
- Бәшмәк менән ағыуланыуҙың беренсе билдәләре 12-14 сәғәттән күренә. Әгәр ҡоҫҡоғоҙ килһә, эсегеҙ ауырта башлаһа, тән температураһы күтәрелһә, диарея башланһа, йөрәк ритмы боҙолһа йәки күҙ ҡараһы киңәйһә, шунда уҡ «Ашығыс ярҙам» саҡыртығыҙ. Тиҙ арала сара ҡабул итмәһәгеҙ, бер нисә тәүлектән дауалау бик ауыр, ә ҡайһы саҡта файҙаһыҙ буласаҡ.
- Табиптар килеп еткәнсе сирлегә биш-алты стакан саҡ ҡына тоҙланған һыу эсерегеҙ һәм теле төбөнә баҫығыҙ, ул ҡоҫорға тейеш. Был күңелһеҙ, әммә бик кәрәкле процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ һәм сирлене йылы итеп төрөп һалығыҙ.
Кешеләрҙең башына бәшмәк етә
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миҙгел йыл һайын бер нисә ҡорбанһыҙ үтмәй, улар араһында яңы бәшмәк йыя башлағандар ҙа, тәжрибәлеләр ҙә бар. Һуңғы фажиғә беҙҙең районда булды. 28 йәшлек ир ауыл ситендә бәшмәк йыйып, һәм уны әҙерләү нескәлектәрен белмәйенсә, бешергән. Төндә ул үҙен ҡыйын тойғас, «Ашығыс ярҙам» саҡырта. Алты йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарып булмай, ә үҙе һәм бәләкәй малайы дауаханала.
Икенсе бәлә — юғалыусылар. Бер көн эсендә генә Башҡортостан урмандарында алты кеше аҙашты. Уларҙы эҙләр өсөн ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр сыҡты.
Читайте нас: