+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август 2020, 11:50

Балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ

«Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһы сиктәрендә эшҡыуарҙар, предприятие-учреждение коллективтары, айырым кешеләр ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүгә йылдағыса ихлас ҡушылды.

— Күптәр канцелярия тауарҙары менән ярҙам итһә, Асҡарҙа йәшәүсе эшҡыуарҙар Йәзилә Һыртланова менән Лена Зарипова йыл һайын бер нисә баланы мәктәпкә тулыһынса кейендерә, — ти бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия секретары Н. Ғ. Фәттәхова. — Шулай уҡ беҙҙә даими ойошторолған «Дармарка» мәрхәмәтлелек акциялары уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Шундай изге күңелле эшҡыуарҙарыбыҙ күберәк булһа, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр ныҡлы ярҙам тойор ине...
Быйыл «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһы сиктәрендә «Ғаилә» бүлегенә 20 мең һумлыҡ тауарҙар тапшырған Йәзилә Разай ҡыҙы Асҡар ауылынан ауыр тормош хәлендә ҡалған Ғайсиндарға ярҙам күрһәтте. Рәзил менән Ниязға костюм-салбар, галстук, носки, бирсәткә кеүек әйберҙәр биреп, малайҙарҙың әсәһенә лә бүләк яһаны — ул үҙенә оҡшаған матур костюм һайлап алды.
Лена Зарипова тормош иптәше Илсур Нурғәлин менән иһә 10 йыл инде ошо изгелек акцияһында ҡатнаша. Былтыр дүрт баланы баштан-аяҡ кейендереп, канцтауарҙар менән тәьмин итһәләр, быйыл биш балаға бүләк эшләргә булдылар. Асҡарҙан күп балалы ғаиләнән булған Дияна менән Регина Сабироваларҙы мәктәпкә кейендерҙеләр. Рауил ауылынан өләсәйҙәре тәрбиәһендә үҫкән Венер, Арслан һәм Алинанаға яңы уҡыу йылына кейем-һалым, аяҡ кейемдәренән тыш, дәфтәр, ручка, ҡәләмдәр һалынған портфелдәр ҙә алып бирҙе эшҡыуарҙар ғаиләһе.
Сығышы менән Иҙәш Ҡусҡарынан булған Илдар Фәттәхов менән берлектә Лена Камил ҡыҙы һәм Илсур Наил улы Красная Башкириянан Павел һәм Сергей Вертопраховтарға уҡыу йылына бүләк эшләнеләр.
— Яңы уҡыу йылы алдынан «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһына ҡушылыусылар һаны артыуы ҡыуаныслы. Уларҙың йомартлығы менән тағы туғыҙ балаға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтелде, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Нәдилә Ғизетдин ҡыҙы.
Шуларҙың берәүһенең ярҙамы менән Дәүләт ауылынан башланғыс кластар уҡыусылары Павел Артамонов менән Айбулат Мөхөтдиновтар «Сармат» магазинынан спорт костюмдары алып ҡыуанды.
Билдәһеҙ булып ҡалырға теләгән ошо уҡ эшҡыуар тотҡан «Дикий ангел» ҡатын-ҡыҙҙар кейеме кибетенән Дауыттан Гөлфинә Байтүрина, Варвара Макарова (Михайловка), Разия Дәүләтова (Ташбулат), Динә һәм Рәсилә Ғайсиналар ҙа (Әбделмәмбәт) үҙҙәренә оҡшаған матур спорт костюмдары һайлап алды.
Балалар киң күңелле эшҡыуарҙарға рәхмәт әйтеп, яҡшы уҡырға, тәртипле булырға һүҙ бирҙе.
Йомарт ҡулға мал инә, ти халыҡ. Балаларға изгелек эшләп, уларҙы һөйөндөргән эшҡыуарҙарға эштәренең уң барыуын теләйек.
Читайте нас: