Өс йәшенән алып һүрәт төшөрөргә яратҡан ҡыҙ Асҡар ауылында тыуып үҫә. Олатаһы Иштимер Хажин — һынлы сәнғәт уҡытыусыһы, күренекле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың уҡыусыһы, ваҡытында ауыл Советы хакимиәтенә Ленин портретын төшөрөп биргән кеше. Бәләкәй Әлфиәне рәсем төшөрөүгә ҡыҙыҡһындырып, буяуҙарҙы дөрөҫ һалырға өйрәткән олатаһы, ваҡытын йәлләмәй, ижад серҙәренә төшөндөрә. Һүрәт төшөрөү, балсыҡтан уйынсыҡтар әүәләү, ҡурсаҡтар тегеү — барыһы ла нескә күңелле ҡыҙҙың күңеленә хуш килә. Ҡыҙыҡай 2-се класты тамамлағас, Вәлидовтар ғаиләһе Краснодарға күсеп китергә мәжбүр була. Оҙаҡ ваҡыт һынлы сәнғәт донъяһын ҡалдырып торған ҡыҙ, тыуған яғын һағынып ҡайта. Әлфиәне илһамландырған хозур тәбиғәт ижадына ыңғай тәьҫир итә. 1-се Асҡар мәктәбендә белем алыуын дауам иткән ҡыҙ яҡшы уҡый, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөргә лә ваҡыт таба. Ижади һәләтен төрлө яҡтан аса. Һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Айгөл Билалова туҡымаларҙан картина эшләү серҙәренә өйрәтә, тире эшкәртеү, тәрилкәләр биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирә.
— Өйҙә лә ижад менән булыша инем. Бигерәк тә папье-маше техникаһы илһамландыра торғайны, һүрәттәр төшөрөп компьютерҙа йәнһүрәттәр эшләй инем. Рәсем буйынса уҡытыусым Гөлинә Тутаеваның өйрәткән серҙәре, ҡәләм менән дөрөҫ итеп эскиздар һыҙыу, акварель менән эш итеү студент саҡта айырыуса кәрәк булды, ҡыҙыл диплом алыуыма булышлыҡ итте, — ти йәш рәссам.
Әлфиә хыялына тоғро ҡалып, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның һынлы сәнғәт факультетын тамамлай. Өфөлә бер аҙ фотостудияла эшләй. Артабан тарих менән ҡыҙыҡһыныуы ҡыҙҙы халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы хайран ҡалдыра, республика Хәрби Дан музейында фән эшмәкәре булып эшләргә дәртләндерә. Күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған күргәҙмәгә ҡуйылған эштәре ҙур уңыш ҡаҙанған. Бөтә Рәсәй «Турист сувениры» тип аталған интернет конкурста гран-при яулай.
Ижад ҡомары менән янған Әлфиә бөгөн Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыта. Һөнәри тәжрибәһен, рухи белемен түкмәй-сәсмәй балаларға тапшыра. Кескәй уҡыусыларын һүрәт төшөрөргә, панно эшләргә, балсыҡтан әйберҙәр әүәләргә өйрәтә. Тәрбиәләнеүселәре республика һәм район кимәлендәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап ҡыуандырып тора. Үҙе лә туҡтауһыҙ ижад итә: милли биҙәктәрҙе туҡымаға күсерә, этнофутболкалар эшләү менән шөғөлләнә. Үҙәк район китапханаһында «Халҡым ижады — халҡым байлығы» проекты сиктәрендә футболкалар биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Бынан тыш үҙе яһаған ҡурсаҡтарға кейемдәр тегә. Әлфиәнең ижадында халыҡ фәлсәфәһе бигерәк тә ныҡ сағылыш таба. Йәш әсә яратҡан шөғөлө — эше менән ғаилә мәшәҡәттәрен тиң тарта. Ҡыҙы Әмирә «Сулпылар» балалар баҡсаһына йөрөй, әсәһе менән бергә һүрәт төшөрә, буяҙар менән оҫта ҡуллана. Матурлыҡҡа ынтылыусан замандашыбыҙға ижади үрҙәр насип булһын.
Люциә ОМОРҘАҠОВА.