+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Сентябрь 2020, 10:15

Башҡортостанда бал етештереү буйынса халыҡ-ара проект әҙерләнә

Республика йортонда республика башлығы «Отрада» компаниялар төркөмө һәм француз инвесторҙары менән осрашты. Әңгәмә барышында экспорт йүнәлешле сәнәғәт умартасылығы мөмкинлектәре тураһында фекер алышынды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика йортонда республика башлығы «Отрада» компаниялар төркөмө һәм француз инвесторҙары менән осрашты. Әңгәмә барышында экспорт йүнәлешле сәнәғәт умартасылығы мөмкинлектәре тураһында фекер алышынды.
Һүҙ Башҡортостанда киләһе 5 йыл эсендә 50 мең умарта өсөн етештереү нигеҙен булдырыу, халыҡ-ара аккредитациялы сифат лабораторияларын асыу, Европа һәм Азия илдәренә экспортлау өсөн бал һәм умартасылыҡ продукцияһын етештереү тураһында бара. Инвесторҙар башҡорт балын популярлаштырыу, башҡорт бал ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү буйынса саралар күрергә лә вәғәҙә бирҙе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баллы төбәк өсөн умартасылыҡ үҫеше ифрат ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләне.
Сығанаҡ:bash.news
Читайте нас: