+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Сентябрь 2020, 12:04

Милли кейемгә иғтибар артасаҡ

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының конференц-залында «Милли кейем халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген сағылдыра» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Башҡортостан Республикаһы Милли музейының конференц-залында «Милли кейем халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген сағылдыра» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Һөйләшеүҙә башҡорт халҡының милли кейеме үҙенсәлектәре, уны заманға яраҡлаштырып популярлаштырыу, милли кейем элементтары һалып эшләнгән эшлекле һәм көндәлек кейемдәрҙе тегеүҙе юлға һалыу, шулай уҡ стилләштереү менән артыҡ мауығып, мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булған милли кейемебеҙҙең үҙенсәлектәрен юғалтыу хәүефенән һаҡланыу һәм башҡа бик мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Һөйләшеүҙе БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова милли кейемде һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса үҙ ведомствоһының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм яңы проект — «Тамға» башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталарҙың 1-се Халыҡ-ара конкурсын башлап ебәреү тураһында иғлан итте.
Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода сығышында башҡорт милли кейемен һаҡлау, өйрәнеү һәм уның хаҡында баҫма хеҙмәттәр булдырыу мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Халыҡтың милли кейеменең тарихи өлгөләренә ҡарата бәхәстәр, икеле һорауҙар тыумаһын өсөн, уларҙы ике томлыҡ фотоальбомға туплап, теркәп баҫып сығарырға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе ғалимә.
«Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире, әүҙем йәмәғәтсе, милли йолаларҙы һаҡлауға тос өлөш индергән Гөлфиә Янбаева ла милли кейемебеҙҙе, уның атрибуттарын һаҡлау тураһында һөйләне.
— Милли кейем көнөнөң тәрбиәүи, әхлаҡи ҡиммәте ҙур, — тип билдәләне ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Сығыш яһаусылар араһында милли кейемебеҙгә ҡағылышлы проблемалар тураһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, Милли музейҙың этнография бүлеге хеҙмәткәре Сәлимә Усманова, «Төньяҡ амурҙары» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин да һөйләп үтте.
* * *
Райондың мәғариф учреждениелары, хеҙмәт һәм ижади коллективтар милли кейем флешмобына ихлас ҡушылды. Был көндә эш урындарына башҡорт кейемендә йәки милли биҙәүестәрҙә килделәр, күмәкләп фото төштөләр. Мәктәптәрҙә милли кейем үҙенсәлектәре буйынса асыҡ дәрестәр, балалар баҡсаларында мауыҡтырғыс саралар уҙҙы. Үҙҙәре лә башҡорт кейемдәрендә килгән балалар орнамент-биҙәктәрҙең нимә аңлатыуы, түшелдерек, ҡашмау, хәситәнең нисек эшләнеше менән ҡыҙыҡһынды. Ауылдарҙа йәмәғәт ойошмалары ағзалары милли кейемдәрҙә парадҡа сыҡты, «Сәләмәт ауыл», «Айыҡ ауыл» конкурстарында ҡатнашыусылар был көндә үҙҙәренең акцияларын, байрам концерттарын ойошторҙо. Милли кейем көнө халыҡтың шанлы үткәне, бай тарихы, мәҙәниәте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан күркәм һәм рухлы байрам булды.
Читайте нас: