Беҙҙең район был акцияла өсөнсө йыл ҡатнаша. Был өмәлә төп иғтибар тәбиғәтте ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан арындырыуға йүнәлтелә. Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә бөтәһе 222 ойошма-предприятие коллективы, 1982 кеше ҡатнашҡан. 71730 килограмм тирәһе ҡый түгелгән.
Райондың иң ҙур күле — Мауыҙҙы (Яҡтыгүл) тирәһен таҙартыуға курорт төбәгенең бөтә ойошмалары, ял йорттары коллективтары сыҡты. «Абзелилспецкомобслуживание», «АСКО» предприятиелары, «Яҡтыкүл» шифаханаһы, «Березки», «Уральские зори» ял йорттары, Күсем мәктәбе, янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы дөргөн рәүештә өмәлә ҡатнашты. Халыҡтың иң яратҡан ял итеү урыны булған Яҡтыгүлдән йәй дауамында кеше өҙөлмәй, тимәк ҡый ҙа күп. «Абзелилспецкомобслуживание» ойошмаһы етәксеһе Йәлил Зәйтүнов әйтеүенсә, был көндә бөтәһе өс трактор арбаһы ҡый түгелгән.
Ҡарабалыҡты күленең тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыуҙа Ташбулат ауылы биләмәһе хакимиәте, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы йәмәғәт ойошмалары ағзалары эшләне. Өмәселәргә күл буйындағы әсе ел дә ҡамасаулай алманы, ҡыйҙы йыйып бөтмәйенсә берәү ҙә ҡайтманы.
Суртанды буйы ла һабантуйҙай гөрләп торҙо. Бында Таштимер ауыл биләмәһенең Һамар, Әүмеш халҡы, бөтә ауылдарҙың клуб, балалар баҡсалары, мәктәп коллективтары дәррәү сыҡты. Өмәселәр күл буйынан йыйған тоҡ-тоҡ ҡыйҙы күл арендаторы биргән техникала түккәндәр. Ике йөк сүп-сар сығарҙыҡ, тине Таштимер биләмәһе башлығы Вәсилә Сәғитова. Күлдән тыш, Мунсыҡ, Моһаҡ йылғалары буйҙары ла иғтибарһыҙ ҡалмаған.
Мулдаҡкүлдең эргә-тирәһен Красная Башкирия, Һамар мәктәптәре, балалар баҡсалары һәм урындағы хакимиәт коллективтары таҙартҡан.
Атауҙы, Бөрсөнсө, Сабаҡлы күлдәре, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл, Йәнгел йылғалары буйҙарында урындағы халыҡ өмәгә сығып, тоҡлап пластик, шешә консерва кеүек ҡыйҙы йыйған.
Район үҙәгенең тирә-яғын таҙартыуға ҡырҡҡа яҡын хеҙмәт коллективы сыҡты һәм 17 йүнәлештә үҙҙәренә бүленгән биләмәләрҙе ҡыйҙан таҙартты. Асҡар ауыл биләмәһе хакимиәте, мәғариф бүлеге, ЗУЭМВС, ДРСУ, «Асҡар» МУП-ы һ.б. ойошмалар бүлгән техника ярҙамында тоҡтарға тултырылған ҡыйҙы оҙатып торҙолар.
Ауыл биләмәләрендә лә өмәләр шаулап үтте. Урындағы хакимиәт башлыҡтары таҙалыҡ акцияһын тейешле кимәлдә ойошторҙо. Махсус кейемдәр, баннерҙар хаҡында ла онотмағандар. Өмәлә тәбиғәткә битараф булмаған һәр кем ҡатнашты һәм районды таҙартыуға үҙ өлөшөн индерҙе.