+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2020, 17:08

Йәшелләндереү өмәһе дөргөн үтте

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә Ҡаҙмаш урмансылығы биләмәһендә 16 мең төп ҡарағай үҫентеһе сәселде.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә Ҡаҙмаш урмансылығы биләмәһендә 16 мең төп ҡарағай үҫентеһе сәселде.
Йәшелләндереү өмәһендә иллеләгән кеше ҡатнашты. «Әбйәлил урман хужалығы», «Әбйәлил урмансылығы» коллективтары дөргөн сыҡты. Өмәнән оҙаҡ йылдар урман һағында тороп, бөгөн хаҡлы ялда булған ветерандар ҙа ситтә ҡалманы. Уларға ярҙамға 1-се Асҡар урта мәктәбенең Мәүлиҙә Махийәнова етәкселегендәге «Йәшел урман» урмансылығы ағзалары ихлас ҡушылды.
Ҡаҙмаш урмансылығының 31-се кварталындағы 4 мең гектар ерҙәге майҙанда ағас ултыртыу өсөн һыҙаттар алдан әҙерләнгәйне. Өмәселәргә махсус көрәктәр, эш бирсәткәләре, «Ағас ултырт — тормош бүләк ит!» яҙыулы бейсболкалар таратып бирелде һәм барыһы ла дәррәү эшкә тотондо. Урмансылар ғына түгел, уҡыусы балалар ҙа йәш үҫентеләрҙе бик оҫта ултырта, уларҙы күҙәтеүе үҙе бер кинәнес.
— Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Бына тиҙ арала эште атҡарып та ҡуйҙыҡ, — ти «Әбйәлил урман хужалығы» директоры Зариф Абдуллин. — Бөгөн ултыртҡан ҡарағайҙар киләсәктә урман булып шаулар әле.
Эш тамамланыуға сәй табыны ла әҙер булды. Тәбиғәтте йәшелләндереүгә үҙ өлөштәрен индереүҙәренән ҡәнәғәт ҡалған өмәселәр был ҡояшлы көндө төрлө сағыу төҫтәргә төрөнгән көҙгө тәбиғәт ҡосағында тәмле сәй эсеп, ял да итеп ҡайттылар.
Читайте нас: