+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Октябрь 2020, 11:28

Минең уҡытыусыларым

...Ә бит ҡасандыр, бик күп йылдар элек, үҙем дә уҡыусы булып, парта артында ултыра инем. Мәктәптә уҡыған йылдарым күҙ алдына килеп, уҡытыусыларым бер-бер артлы иҫемә төштө.

Мин — Рауил мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Яратҡан һөнәрем буйынса мәктәптә эшләүемә 30 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Байтаҡ ҡына уҡыусыларым «Йәншишмә» гәзите, «Аманат» журналы менән дуҫ булдылар, әле лә яҙышалар һәм төрлө ижади конкурстарҙа урындар яулап торалар. Ошо баҫмаларҙың «Йәш хәбәрсеһе» исеменә лайыҡ булдылар. Шулай уҡ юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле буйынса уҡып йөрөгән уҡыусыларым да бар: Динара Ғәлләмова, Лилиә Солтанова, Филүзә Уйылданова, Айнура Сиреүбаева, Земфира Ғәлимова.
...Ә бит ҡасандыр, бик күп йылдар элек, үҙем дә уҡыусы булып, парта артында ултыра инем. Мәктәптә уҡыған йылдарым күҙ алдына килеп, уҡытыусыларым бер-бер артлы иҫемә төштө.
Беренсе уҡытыусым Фәйрүзә Ғиниәт ҡыҙы Хәлилова тәү башлап уҡырға-яҙырға өйрәтте. Дәрестәре бик ҡыҙыҡлы үтә торғайны. Мандолинала уйнауы, төрлө диафильмдар күрһәтеүе, хеҙмәт дәресендә аҡ туҡымаға төҫлө ептәр менән сәскәләр сигергә өйрәтеүе әле лә хәтеремдә. Белем иленә тәү башлап етәкләп индереүсе, бәләкәй уҡыусыларының күңел донъяһында үҙенә һөйөүҙе алсаҡлығы менән яулаған уҡытыусым, етмәһә, үҙемдең еңгәйем дә ине.
Тәпәндә башланғыс мәктәпте тамамлағас, өс саҡрым алыҫлыҡтағы Ишҡол урта мәктәбенә барҙым. Бында бик мөләйем, матур ғына апай — Фатима Динислам ҡыҙы Зекрина ҡаршы алды. Беҙгә, балаларға, иң ҡыҙығы уның «яға»ны — «яҡа», «тәрилкә»не «тәрлинкә» тип әйтеүе ине. Ул Әлшәй районынан булғанға шулай һөйләшкән икән. Фатима Динислам ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағансы беҙҙең класс етәксеһе булды һәм математиканан уҡытты. Тәү ҡарауға йомшаҡ күңелле уҡытыусыбыҙ бик талапсан да ине, шуға ла үҙ фәненән төплө белем биреүгә һәм беҙҙе кеше итеп тәрбиәләүгә өлгәште.
Башҡорт әҙәбиәтенән мәктәп директоры Рәфҡәт Ильяс улы Махийәнов уҡытты. Ул һис ҡасан әрләшмәне, тыныс холоҡло, аҡыллы ғына ағай булды. Уның дәрес алып барыуын ҡырҡҡа яҡын бала шым ғына тыңлап ултырыр инек. Туған телгә һөйөүҙе яратҡан уҡытыусыларым Рәфҡәт Ильяс улы һәм Рәсимә Насип ҡыҙы Хөбөтдинова уятты тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Уларға күңелем түрендә мәңгелек рәхмәт тойғоһо йөрөтәм.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәфҡәт Ильяс улының баҡыйлыҡҡа күскәненә байтаҡ йылдар үтте. Шулай уҡ хөрмәтле остаздарым — рус әҙәбиәтенән Мохтар Мөхәмәҙиә улы Хәсәновтың, физиканан Мир Хәмзә улы Ҡаһармановтың, астрономиянан Йомадил Йәнғәзи улы Зекриндың, тарихтан Хәфизә Әхиәр ҡыҙы Шәһәрғәзинаның урындары ожмах түрендә булһын.
Хәҙерге көндә иҫән-һау булған уҡытыусыларымдың барыһына ла — әле булһа география фәненән белем биреүсе Гүзәл Марат ҡыҙы Шакироваға, немец теле серҙәренә төшөндөргән Зөмәрә Зәкир ҡыҙы Ҡадироваға, рус теленән ныҡлы белем биргән Мәҫкүрә Мәжит ҡыҙы Ғәбитоваға, биология уҡытыусылары Гөлсәсәк Вәзир ҡыҙы һәм Вәсилә Хәкимйән ҡыҙы Вәлиеваларға, хеҙмәт дәресенән уҡытҡан Сәриә Сөнәғәт ҡыҙы Вәлиеваға һәм Азамат Нух улы Аҫылғужинға ҙур рәхмәтемде еткерәм, барыһын да Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА.
Рауил ауылы.
Читайте нас: