Заманында «Башавтотранс» йәмғиәтенең Асҡар автотранспорт предприятиеһы гөрләп эшләне. Һәр ауылға тиерлек автобустар йөрөнө, Өфө, Сибай, Магнитогорск, Белорет ҡалаларына автобус бәйләнеше даими булды. Әммә бер осор, эш туҡтап, маршруттар шәхси ҡулдарға күсте.
Шөкөр, уҙған йыл «Башавтотранс»тың эше яңынан тергеҙелде, бер нисә районда, шул иҫәптән Әбйәлилдә лә филиалдар асылды, туҡтатылған маршруттарҙа автобустар йөрөй башланы. Шулай итеп, Асҡар филиалы бөгөн Сибай автотранспорт предприятиеһына ҡарай. Асҡарға әлегә өс берәмек өр-яңы, пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылған автобустар ҡайтарылды. Улар ярҙамында район үҙәгенән Өфөгә, Сибайға һәм район ауылдарына автобустар бәйләнеше булдырылды, водителдәргә эш урыны бирелде.
Шул уҡ ваҡытта хаҡлы ялға сығып өлгөргәндәр өсөн дә оло шатлыҡ. АТП булмағас, ошонда оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар Ололар көнө, башҡа иҫтәлекле байрамдар мәлендә иғтибарһыҙ ҡала ине.
Быйыл, Сибай АТП-һы коллективы Асҡарҙағы филиал етәкселеге менән берлектә Ололар көнөнә хаҡлы ялдағы автобус водителдәрен, диспетчерҙарҙы йыйып тәбрикләне. АТП директоры В. Н. Косарев ветерандарға халыҡ мәнфәғәтендәге намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, «Алға» транспорт карталарын бүләк итте.
— Был берҙәм юл йөрөү картаһын ҡулланып, бөтә республика буйынса автобус, троллейбус, трамвайҙарҙа, шулай уҡ шәхси предприятиеларҙың маршрут таксиҙарында ташламалы хаҡҡа йөрөргә була, унда бер аҙ аҡса ла һалынған. Һуңынан үҙегеҙгә уңайлы ысул менән картаны тулыландырып торорға кәрәк, — тине Владимир Николаевич. — Әйткәндәй, транспортта юл хаҡын «Алға» ярҙамында түләү — иң отошло һәм хәүефһеҙ ысул.
Дуҫтарса осрашыу мул һыйлы өҫтәл артында дауам итте. Асҡар автотранспорт предприятиеһының элекке һәм бөгөнгө хеҙмәткәрҙәренең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне: өлкәндәр үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, йәштәр уңыш-ҡаҙаныштары менән таныштырҙы.