+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Октябрь 2020, 11:15

«Работа в России» порталы аша эш тә, йәшәү урыны ла табырға була

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль үҙәк тарафынан булдырылған «Работа в России» порталында 200 меңдән ашыу эш урыны тәҡдим ителә.#национальныепроекты#регпроекты#

Был сайт аша эш эҙләүселәргә йәшәү урыны ла бирелә. Иң күп тәҡдимдәр Приморье крайында һәм Мәскәүҙә бар. Был төбәктәрҙә 30 меңдән ашыу вакансия ҡуйылған. Нигеҙҙә төҙөлөш, аҙыҡ-түлек сәнәғәте, урмансылыҡ һәм етештереүсе предприятиеларҙа эш ҡулдары кәрәк.
Артабанғы исемлектә Красноярск крайы һәм Санкт-Петербург ҡалаһы килә. Мурманск өлкәһендә торлаҡ менән бергә эш урыны тәҡдим иткән 9 меңгә яҡын вакансия бар. Илебеҙҙең был өлкәләрендә табиптар, ашнаҡсылар, инженер-технологтар, ҡунаҡхана комплексы хеҙмәткрәҙәре, монтажсыларға мохтажлыҡ бар.
Портал «Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә булдырылды һәм ул киләсәктә мәшғүллек үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк.
Читайте нас: