-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Октябрь 2020, 12:47

Хеҙмәт һөйгән алтын ҡулдар

Яңы утыҙҙы аша атлаған Замир Насирйәнов аяғында ныҡлы баҫып тора: өй һалған, улдар үҫтерә, ауыл егете булараҡ, ошо ғүмерендә ағасты ла әҙ ултыртмаған. Уның эш белгән, хеҙмәт һөйгән ҡулдары районда төҙөлөш һәм төҙөкләндереү йәһәтенән дә ҙур күләмле эштәр башҡара.

Яңы утыҙҙы аша атлаған Замир Насирйәнов аяғында ныҡлы баҫып тора: өй һалған, улдар үҫтерә, ауыл егете булараҡ, ошо ғүмерендә ағасты ла әҙ ултыртмаған. Уның эш белгән, хеҙмәт һөйгән ҡулдары районда төҙөлөш һәм төҙөкләндереү йәһәтенән дә ҙур күләмле эштәр башҡара.
Замир Рим улы өс йыл инде «Анир» ЯСЙ-һында төҙөлөш бригадиры булып эшләй. Ошо арауыҡта ул үҙенең бригадаһы менән Хәлил, Гусев, Красная Башкирия ауылдарында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты буйынса ял һәм уйын парктары төҙөлөшөн атҡарып, файҙаланыуға тапшырған, быйыл Әбйәлил агросәнәғәт колледжының, Красная Башкириялағы «Малыш» балалар баҡсаһының ҡыйығын алыштырып япҡандар, һуңғы объектта эске капиталь ремонт әле лә дауам итә, бер ыңғайы Салауат мәктәбендә асыласаҡ кескәйҙәр өсөн төркөмгә бүлмәләрҙе ҡулайлаштырыу буйынса төҙөлөш алып баралар. «Анир» ЯСЙ-һы директоры Ю. М. Таһиров ҡул аҫтында эшләүсе хеҙмәткәренең егәрле, тырыш булыуын әйтеп, үҙен тел менән түгел, эш менән күрһәткән ышаныслы, ҡушылғанды гелән ваҡытына өлгөрткән бригадир тип билдәләне. Заказсылар ҙа подряд эштәрен башҡарыусынан ҡәнәғәт. Әйткәндәй, Хәлилдә «Сағыл» балалар майҙансығын йәш хужаларына файҙаланыуға тапшырғанда Замир Рим улын ауыл биләмәһе рәхмәт хаты менән бүләкләгән.
Замир Насирйәнов сығышы менән Мәхмүт ауылынан.
— 13 йәштә атайһыҙ тороп ҡалғас, аҡса эшләү, әсәйемә нисек тә ярҙам итеү тураһында уйлана башланым. Һорауым менән Магнитогорскиҙа йәшәүсе ауылдаш ағай — Нур Нуримановҡа мөрәжәғәт иттем. Уның шәхси предприятиеһы барлығы, Мәхмүт егеттәренең шунда эшләүе хаҡында ишетә белә инем. Ләкин, уларҙан айырмалы, мин үҫмер һәм мәктәптә уҡый инем әле. Нур Булат улы һорауымды кире ҡаҡманы, каникул мәлендә эшкә алырға ризалыҡ белдерҙе. Йәйге каникулда ғына түгел, яҙҙы-көҙлө лә ҡалала эшләп, өҫ-башымды яңыртырлыҡ аҡса эшләргә өлгөрә инем, — тип, тәүге хеҙмәт тәжрибәһе алған, үҙе көсө менән мал таба башлаған осорон иҫкә ала ул.
Яҡын туғанындай күргән ауылдаш ағайҙың ышанысын аҡлай егет. Ҡарауыл, төҙөлөш буйынса ҡушылған эштәрҙе ҙур тырышлыҡ һалып үтәй. Бер юлы эшкә лә өйрәнә. Әбделмәмбәт мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһына тракторсы-машинистҡа уҡырға инә. Һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй, төҙөлөш эшен, аҡса эшләү тәртибен белгән егет, уҡыуҙы бөткәс, шул өлкәгә тартыла. Ҡаланың бер ойошмаһында, заманса технологиялар буйынса конструкциялы төҙөлөш өсөн стена блоктары етештереү цехына станок операторы булып урынлаша. Эш араһында евробудкалар етештереп һатһа, эштән һуң, ял көндәрендә башҡа төшөмлө эштәргә өлгөрә. «Заман урыҫтары» араһында ҡулы ипле, оҫта егет тураһында яҡшы ҡылыҡһырлама киң тарала. Хатта заказсылар уны үҙҙәре эҙләп табып яллай. Кемгә мунса, кемгә өй күтәрә. Универсал оҫта, нигеҙ күтәреүҙән башлап, төҙөлөштө «асҡысҡа» тиклем башҡарыуы менән дә ихтирам ҡаҙана. Үҙе һымаҡ әрһеҙ, эшкә талымһыҙ егеттәрҙе туплап, бригада ойоштора. Ҡасандыр үҙен эшкә алған ауылдашы Нур Булат улынан күңеленә һеңдергән яҡшы өлгө буйынса Замир ҙа бригадаһына фәҡәт мәхмүттәрҙе йыйған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштарының эшле булыуын, матди именлеген ҡайғырта. Әсәһе баҡыйлыҡҡа күскәс, тыуған ауылы менән бәйләп торған төп еп өҙөлһә лә, мәхмүттәрҙе ныҡ яҡын күрә. Замир үҙе тиҫтә йыл самаһы Ташбулатта йәшәй. Кәләше Гүзәл менән ике ул үҫтерәләр. Бөтә уңайлыҡтары булған ике ҡатлы йорт һалып ингәндәр. Әйткәндәй, өйҙө үҙе етештергән стена блоктарынан күтәргән, уны хатта итальяндар ҡыҙыҡһынып килеп ҡараған.
Әле бер нисә йыл элек кенә райондағы төҙөлөш күләмдәрен сит яҡтан килгән икенсе халыҡ кешеләре башҡарыуына ҡарап йән әсей торғайны. Үҙебеҙҙең оҫталар рәсми мәшәҡәттәрҙән ҡасып тендерҙарҙа ҡатнашманы, бәлки, дәғүәселәр ҙә ҡеүәтлерәк булғандыр. Һуңғы йылдарҙа кире хәл күҙәтелә һәм был дөрөҫ тә. Үҙ ерендә, үҙ халҡы мәнфәғәтенә башҡарылған эштәр намыҫ менән атҡарыла. «Анир» ЯСЙ-һы ла сифатлы эштәре менән алдыра. Ҙур дөйөм хеҙмәттә һөҙөмтәле эшләгән З. Р. Насирйәновтың фиҙаҡәрлеге район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән билдәләнеүе лә ошо хаҡта һөйләй.
Һүрәттә: Әбйәлил агросәнәғәт колледжы.
Читайте нас: