+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2020, 12:18

Алдағы ике көндә Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ һалҡын һауа торошо көтөлә

Алдағы ике көндә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яуым-төшөмһөҙ һалҡын һауа торошо көтә.

Алдағы ике көндә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе яуым-төшөмһөҙ һалҡын һауа торошо көтә.
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 30 октябрҙә республикала көн аяҙ, яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, -5, урыны менән -10, көндөҙ +4, +9 градус. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге һәйбәт.
31 октябрҙә республикала көндөҙ төньяҡ-көнбайышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -4, +1, көндөҙ +5, +10 градус.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: