+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2020, 20:10

Кемдең ҡулы барҙы?...

Ҡужан ауылы эргәһендәге өлтөк ҡарағастарҙы ҡырҡып киткәндәр

Бөгөн, 14 сәғәт 50 минутта район эске эштәр бүлегенә беҙҙең райондың уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары булған өлтөк ҡарағастарҙы ҡырҡыу тураһында хәбәр ителә. Ваҡиға урынына оператив төркөм менән бергә беҙҙең хәбәрсе лә барып етте. Ысынлап та, ағастарҙың береһен дә ҡалдырмай - ә улар бында 11 төп - ике яҡлап олонон бысып сыҡҡандар. Урмандарҙы һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Фәнис Ғайсин әйтеүенсә, бындай зыяндан һуң ҡарағастар артабан тереклек итә алмаясаҡ, ҡороясаҡ... Сөнки бысылған урындар ағастың үҙәгенә тиклем барып етә һәм уларға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы йығылыу ҡурҡынысы янай. Урында полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре башланы. Әммә был өлтөк ҡарағастарҙы кире ҡайтара алмаясаҡ. Районыбыҙҙың мөғжизәһе булған, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһендә үҫкән был ағастарҙы тәләфләргә ҡайһы вәхшиҙең ҡулы барҙы икән?!
Читайте нас: