-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Ноябрь 2020, 14:01

Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр

Еңеүселәребеҙҙең береһе — «Мин Таһир Кусимов вариҫы» онлайн конкурсында малайҙар араһында икенсе урын яулаған шәп райондашыбыҙ — Первомай ауылында йәшәүсе Тимур Әхмәтйәнов тураһында айырым яҙып үтмәйенсә булдыра алманым.

Еңеүселәребеҙҙең береһе — «Мин Таһир Кусимов вариҫы» онлайн конкурсында малайҙар араһында икенсе урын яулаған шәп райондашыбыҙ — Первомай ауылында йәшәүсе Тимур Әхмәтйәнов тураһында айырым яҙып үтмәйенсә булдыра алманым.
«Первомай мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһымын. Уҡыуҙан тыш, өй эштәрендә атай-әсәйемә ярҙам итәм. Бигерәк тә атайыма мал ҡарашырға яратам. Өләсәйемә бәпкәләр көтөшәм. Атымды миңә атайым бүләк итте! Мин уны бик яратып, яҡшы итеп ҡарайым. Яңыраҡ Маруся ҡолонланы. Хәҙер инде улар икәү! Беҙ өсәүләп «Таһир Кусимов вариҫтары» конкурсында ҡатнашырға булдыҡ! Әсәйем менән легендар яҡташыбыҙ тураһында уҡыныҡ. Мин ҡыйыу командир, генерал Таһир Кусимов һуғышта үҙен ҡаһармандарса тотоуы, уның үҙ ғүмерен аямайса көрәшеүе, күрһәткән геройлыҡтары менән һоҡланам. Уның нисек үҙенең полкын Днепр аша сығарыуын һоҡланып уҡыныҡ. Ул шундай ҡыйыу, тырыш булған! Алдына алған маҡсатын үтәү өсөн бар көсөн һалып, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, пулялар ямғыры аҫтында алға ынтылған! Һуғышта күрһәткән ҡыйыулыҡтары өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Мин батыр йөрәкле Таһир Кусимовҡа һис шикһеҙ оҡшарға тырышасаҡмын!» — тип яҙып, үҙенең һыбай төшкән фотоларын һәм видеоһын ебәргәйне ул конкурсҡа.
Ай-һай, йөрәгендә ут бит был баланың, тип һоҡланып ҡарағайныҡ уның видеоларын. Һәм бына бүләкләү тантанаһында Тимур менән яҡындан танышырға мөмкинлек тыуҙы. Лилиә һәм Ришат Әхмәтйәновтарҙың өсөнсө малайы булған Тимурға әле 10 йәш, ул 4-се класта белем ала.
Күпләп мал, йылҡы тотҡан атаһына эйәреп, бәләкәйҙән ихатанан ҡайтып инмәй икән ул. Һәр бер малды таный, әллә ҡайҙан айырып белеп тора. Атҡа ҡыҙыҡһыныуын ата-әсәһе осраҡлы ғына белеп ҡала, баҡтиһәң, Тимур, уларға әйтмәй генә, үҙҙәренең ауылдашы Мөхәмәт апаһынан һыбай йөрөргә өйрәтеүен һораған икән. Уҙаман быға ҡаршы булмаған һәм малайҙы ат өҫтөнә ултыртып, етәкләп йөрөткән. Был Тимурға бик оҡшай, әйтерһең ат өҫтөндә тыуғанмы ни — бөтә хәрәкәттәре килешеп тора! Улының аттарға битараф түгеллеген белгәс, Ришат Ринат улы уның 8 йәшенә ҙур бүләк яһай — менгегә өйрәтелгән тыныс ҡына бейә Марусяны алып ҡайта.
Тимурҙың ҡыуаныуы! Марусяға ул бер кемде лә яҡынлатмай, үҙе тәрбиәләй, иртән тороу менән үҙе сәй эсмәһә эсмәй, кейенә һалып, атына һыу эсерергә, һоло һалырға, аҫтын таҙаларға йүгереп сығып та китә. Марусяһы ла кескәй хужаһын көтөп торалыр, еңелсә кешнәп, шатланып ҡаршы ала ул малайҙы. Быйыл февраль айында Тимурҙың шатлығы бермә-бер артҡан, сөнки Маруся уға ҡолонсаҡ бүләк иткән икән! Уға Принцесса тип ҡушамат биргәндәр.
«Атайымдың үҙенең йылҡы өйөрө бар, унда аттар хәтәр күп. Ә Марусяны ҡолонсағы менән беҙ өйҙә генә тотабыҙ. Башта атайым арҡан менән йөрөтөп өйрәтһә, хәҙер үҙем йүгәнләргә лә беләм, йылғаға алып барып һыу эсерәм, — тип һөйләне миңә Тимур. — Атайым үҙемә яраҡлы бәләкәй эйәр ҙә эшләп биргәйне, ә ҡышҡыһын эйәрһеҙ сығам да китәм. Принцесса һәр саҡ артыбыҙҙан эйәреп йөрөй. Тик ҡайһы берҙә, башҡа аттарҙы күреп ҡалһа, шуларға әүрәп тороп ҡала». Тимур аты тураһында туҡтамай, сәғәттәр буйы һөйләй ала, уның һыбай йөрөү менән ихлас мауыҡҡаны, мал яратыуы күҙгә ташлана.
Әйтергә кәрәк, Марусяға ултырып, урам буйлап сабып ҡына көн үткәрмәй тырыш егет. Егет тиһәк тә була, сөнки 8 йәшенән һыбай менгән, атын үҙе тәрбиәләгән, Геройыбыҙҙың башҡорт рухлы ысын вариҫын нисек малай тип тораһың инде. Атаһына булышып, ул кәртәлә торған башҡа малды — һыйыр-һарыҡтарҙы ла ихлас ҡарай, ашата, һыу эсерә, тиҙәген таҙарта. Дүрт тиҫтәнән ашыу һарыҡ араһынан үҙҙәренеке булмағанын әллә ҡайҙан танып тора сос егет һәм уларҙы айырып, кире өйҙәренә ҡайтарып ебәрә. Йәйгеһен атаһы ҡалаға машина менән йөрөп тиҙәк һата, ә ул сираттағы рейстан ҡайтыуға Тимур кәртәне ҡырып, тиҙәкте тоҡтарға тултырып әҙерләп тә ҡуя икән. «Быйыл йәй атаһы менән бесән эшләүгә лә ихлас йөрөнө, үҙе тырматып, техникаға тейәште», — ти әсәһе Лилиә Фәтих ҡыҙы.
«Ауылда һыйырҙар һаны 100 баштан ашыу, — тип етди хәбәрен теҙә әле ул. — Көтөүсе Сәғит апаға эйәреп, мин дә быйыл һыбай мал көтөштөм». Бына һиңә! Баҫҡан еренән осҡон сәсрәтер, ысын башҡорт улы бит Тимур тип һоҡланып ултырам. Күҙ генә теймәһен үҙеңә!
«Киләсәктә кем булырға теләйһең?» — тип һораным инде үҙенән, нимә тип әйтерен яҡынса тоҫмаллаһам да. Ана бит, мин уйлағанды әйтеп тә һалды: «Атайым һымаҡ фермер булам!» — ти ышаныслы ғына итеп. «Фермер булыр өсөн берәй махсус белем алырға кәрәктер?» — тигән булам тағы. «Әлләсе, — тип яурынын һелкетә йәш әңгәмәсем. — Мал ҡарарға мин былай ҙа беләм».
Булдырыр ул. Мин быға шикләнмәйем. Булыр бала биләүҙән, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Киләсәктә һабантуйҙарҙа үткән бәйгелә һыбай сабып призлы урындар яулаған, йәш фермер булараҡ уңыштар ҡаҙанған Тимур Ришат улы Әхмәтйәнов тураһында ишетербеҙ әле!
Читайте нас: