+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Ноябрь 2020, 12:10

Үҙе лә шәп, башҡаларҙы ла ҡайғырта

Азат Айытбаев республиканың «Смарт-тау–2020» төп төбәк йәштәр форумында ҡатнашып, «Әбйәлил районында мәктәп-ара парламент дебаттары турниры» проекты менән «Йәштәр үҙидаралығы һәм сәйәсәт» номинацияһында I урын яуланы.

Азат Айытбаев республиканың «Смарт-тау–2020» төп төбәк йәштәр форумында ҡатнашып, «Әбйәлил районында мәктәп-ара парламент дебаттары турниры» проекты менән «Йәштәр үҙидаралығы һәм сәйәсәт» номинацияһында I урын яуланы. Был еңеү уның өсөн генә түгел, Әбйәлил өсөн ҙур ҡаҙаныш. Сөнки проект район мәктәптәре нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ һәм был маҡсатта егет йәлеп иткән грант саралары тотоноласаҡ.
Башта Азаттың үҙе менән яҡындан танышайыҡ. Ул — Таштуй ауылынан, студент, бер юлы ике уҡыу йортонда: БДМУ ҡарамағындағы медицина колледжында — 3-сө, Өфө дәүләт нефть-техник университетында 1-се курста көндөҙгө бүлектә белем ала. Әйткәндәй, ул һайлаған уҡыу йүнәлештәре бер-береһенә бөтөнләй тап килмәй. Медицина өлкәһендә ул буласаҡ стоматолог-ортопед булһа, нефтселәр уҡыу йортонда техносфера хәүефһеҙлеге буйынса һөнәр ала. «Нисек улай өлгөрәһең, бер башҡа күпме көсөргәнеш?!» — тим, күҙҙәрем дүрт булып.
— Тырышһаң, ваҡытты дөрөҫ бүлә белһәң — барыһын да булдырып була. Ғөмүмән, йәш саҡ үҫешеү, мөмкинлектәрҙе һынау, камиллашыу өсөн иң уңайлы мәл. Берҙән, көс-дәртең ташып тора, икенсенән, иңеңә уҡыуҙан башҡа бурыстар ятмаған, ҡоштай ирекле сағың. Үҙ-үҙеңде табырға, раҫларға, маҡсаттарыңа юл ярырға уңайлы осор. Ике һөнәр үҙләштереүем киләсәктә һайлау мөмкинлектәрен киңәйтәсәк. Йәнгел мәктәбендә уҡығанда директор И. М. Ғәббәсов беҙгә мөмкин тиклем күберәк һөнәр алығыҙ, береһендә уңмаһағыҙ, икенсеһендә, һис юғы унан һуңғыларында, үҙегеҙҙе мотлаҡ табасаҡһығыҙ, ти торғайны, — тип яуапланы Азат. — Уҡыуҙан тыш ваҡытымды ла файҙалы үткәрәм. Беренсе курстан төрлө тренингыларға, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөнөм, бигерәк тә телмәр оҫталығы буйынса етди шөғөлләндем. Былтыр көҙ Йәштәр сәйәсәте лигаһына ҡушылдым. Ул йәштәр инициативаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән йәмәғәт ойошмаһы. Күп тә үтмәй, ойошманың лидерҙары рәтендә инем — БДМУ янындағы бүлексәнең рәйес урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. Июлдә иһә БР Йәштәр сәйәсәте лигаһы башҡарма комитетының проект хеҙмәтенә алындым.
Хәйер, бала сағынан тырыш, маҡсатлы була ул. Яҡшы өлгәшкән уҡыусыға мәлендә абруйлы республика инженер лицей-интернатында уҡыу ҙа ҡыйын бирелмәй. VI-VIII кластарҙа баш ҡалала уҡыған егетте спорт менән шөғөлләнеү теләге кире ауылға алып ҡайта. Таштуйҙа гер күтәреү менән мауыҡмаған балалар һирәктер. Азат та таһыллы спортсы. Юғары кластарҙы Йәнгел урта мәктәбендә уҡый, уны алтын миҙалға тамамлай. Дүрт малай үҫтергән Гөлдәр һәм Әхмәт Айытбаевтар улдарына һәйбәт тәрбиә биргән. Ипле, тәртипле, белемгә ынтылыусан балалары өсөн күңелдәре тыныс. Азаттың өлкән ағалары өйләнгән дә инде, үҙе иһә 6-сы класта уҡыусы ҡустыһына үрнәк булып тора. Егет мәктәп йылдарында уҡыуға бер тапҡыр ҙа формаһыҙ, күлдәк-галстукһыҙ йөрөмәгән. Уға хатта «депутат» тигән ҡушамат та тағалар. Үпкәләмәй быға, киреһенсә, ошо исемде аҡлағыһы килә. Быйылғы һайлауҙа район Советына депутатлыҡҡа кандидатураһын ҡуйған. Ләкин үтә алмаған. Киләсәктә үҙен дәүләт хеҙмәтендә күрә һәм быға өлгәшер өсөн хәҙерҙән үк ҙур тырышлыҡ һала. Колледжды тамамлағас, БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһына уҡырға инергә уйлай. Ә уға ни бары 19 ғына йәш әле.
Азаттың ял ваҡытын нисек үткәреүе тураһында ла ҡыҙыҡһындым. Спортҡа битараф булмаған йәш яҡташыбыҙ ҡомарлы хоккей көйәрмәне лә. «Салауат Юлаев» командаһы уйнаған матчтарҙы «Өфө-Арена»ға барып ҡарарға ярата. Форсаты сыҡҡан һайын Башҡорт дәүләт академия драма театрына йөрөй, опера һәм балет театры тамашаларына битараф түгел. Дуҫтары бик күп. Уның әйләнә-тирәһен фәҡәт сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән, насар ғәҙәттәрҙән өҫтөн торған ҡыҙҙар-егеттәр тәшкил итә.
Пандемия мәжбүр иткән үҙҡурсаланыу режимын А. Айытбаев дистанциялы уҡыуҙан тыш, интернет селтәрендә онлайн сараларҙа ҡатнашып, файҙалы уҙғара. Компьютер уйындарына, еңел-елпе мауығыуҙарға ваҡытын әрәм-шәрәмләмәй. Әлбиттә, ике уҡыу йорто студентына уҡыуы ла бик үк анһат түгел, күп заданиелар үҙ аллы шөғөлләнеүгә бирелә. Шулай ҙа йәмәғәт әүҙемлеген һис юғалтмай. Апрель айында иң беренселәр рәтендә оло йәштәге инәй-апаларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтеү буйынса медицина колледжы янында ирекмәндәр үҙәге ойошторола. Өфөнән байтаҡ алыҫтағы Таштуй ауылына ҡайтҡан Азат та, изге эшкә үҙ өлөшөн индереп, куратор булып онлайн эшләй. Йәштәр сәйәсәте лигаһы йүнәлеше буйынса ла эшмәкәрлеген туҡтатмай. Йәйгеһен Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығы янында уҙған өс көнлөк «Башҡортостан йәштәре йыйыны»нда ҡатнашыу айырыуса иҫендә ҡалған, унда ул ойоштороу тәжрибәһе ейгән, яңы дуҫтар тапҡан.
Коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдең һаман киҫкен тороуы арҡаһында ағымдағы уҡыу йылын да дистанциялы дауам иткән Азат социаль проект әҙерләп, уны «Смарт-тау–2020» форумына тәҡдим иткән. 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге маҡсатлы йәштәрҙе берләштереүсе форум сиктәрендә гранттар конкурсында социаль проекттар презентациялау, шәхси үҫеш өсөн файҙалы оҫталыҡ дәрестәре үтергә мөмкин. Эпидемиологик хәл уның да форматын үҙгәрткән. Быйыл ул онлайн режимда проект яҡлау буйынса ғына уҙған. Егетебеҙ күптән күңелендә йөрөткән идеяһын презентациялап, еңеүселәр араһында билдәләнгән, уңышлы проектын тормошҡа ашырыуға 50 мең һум күләмендә грант отҡан.
— Дебаттарҙа ҡатнашыу һәм уны ойоштороу буйынса тәжрибәм бар. Үҙем уҡыған вузда, колледжда, хатта баш ҡала колледждары араһында, Йәнгел урта мәктәбендә турнирҙар үткәргәнем булды. Әлеге проектымды әҙерләүгә район мәғариф бүлеге начальнигының хуплауы ҡанатландырҙы. Проект сараһын йәштәр лигаһы командаһы менән берлектә, йыл аҙағына тиклем тормошҡа ашырып ҡуйырға иҫәпләйбеҙ. Моғайын, онлайн рәүештә үткәрергә тура килер. Турнирҙа ҡатнашыусылар бирелгән көнүҙәк темалар буйынса фекер алышасаҡ, үҙҙәренең һүҙен һүҙ итергә тырышлыҡ һаласаҡ. Ғөмүмән, ауыл балалары тыуған өйҙән айырылып ситкә уҡырға китһә, тел мәсьәләһендә ҙур уңайһыҙлыҡтар кисерә. Белгәнен дә әйтеп бирә, еткерә аңлата алмай. Турнир өлкән класс уҡыусыларының телмәр оҫталығын үҫтереүгә, үҙ фекерен яҡларға өйрәтеүгә, ҡыйыулығын арттырыуға йүнәлтелә. Грант сараһы турнир үткәреүҙә кәрәкле таратыу материалдары, сертификат һәм дипломдар, еңеүселәргә бүләктәр алыуға тотоноласаҡ, — ти, күҙҙәре осҡонланып янып торған егет.
Азаттан проект үҙең өсөн нимә бирәсәк, тип һораным. «Ҙур тәжрибә», — тип яуапланы ул.
Читайте нас: