1967 йылдың 17 ноябрендә Ағиҙел йылғаһы ярында милли геройыбыҙға ҡуйылған һәйкәл, йылдар үтеү менән һауа шарттары арҡаһында байтаҡ ҡына үҙгәреш кисергән. Шуға күрә, каркасты тоташтырыусы элементтарҙы нығытыу, скульптураны коррозияға ҡаршы материалдар менән эшкәртеү кеүек эштәр планлаштырыла. Әйткәндәй, быйыл Өфө мэрияһы һәйкәлде тейешле рәүештә тәрбиәләп тотмауы өсөн 200 һумлыҡ штраф та түләргә мәжбүр булған.