-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Декабрь 2020, 11:25

Йәш быуынға үрнәк улар

Ошо йома хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. 1994 йылдың 11 декабрендә РФ Президенты Б. Ельцин һуғыш хәлендә булған Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыу өсөн хәрби частәрҙе индереү тураһына указға ҡул ҡуя. Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында «ҡыҙыу нөктә»гә ул мәлдә төрлө төбәктәрҙә хеҙмәт итеүсе Әбйәлил егеттәре лә ебәрелә. Улар, хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, батырлыҡ өлгөһө күрһәтеп ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 13 яҡташыбыҙға тыуған яғын ҡабаттан күрергә насип булмай. Бөгөн районда йәшәгән хәрби хәрәкәттәр ветерандарын туплау, ойоштороу маҡсатында ике йыл элек «Боевое братство» ойошмаһы барлыҡҡа килде. Былтыр улар республика кимәлендә рәсми рәүештә теркәлде. Әммә егеттәр быға тиклем дә районда илһөйәрлек тәрбиәһе буйынса байтаҡ эштәр башҡарырға өлгөрҙө. Быйыл хәрби хәрәкәттәр ветерандары ниндәй саралар уҙғарыуы тураһында ойошма етәксеһе Рузил Низаметдинов менән әңгәмәләштек.

— «Боевое братство» ойошмаһы Чечен Республикаһындағы һуғышта ғына түгел, башҡа төбәктәрҙәге локаль бәрелештәрҙә булғандарҙы, Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән яугир-интернационалистарҙы ла берләштерә, — ти Рузил Миңрәсүл улы. — Шуға күрә беҙҙең саралар уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Быйыл февралдә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылы-уына 31 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһендә район үҙәгендә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалып, тантана үткәрҙек. Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы район мәҙәниәт һарайында уҙған сарала концерт номерҙары менән сығыш яһаныҡ. Бынан тыш, Таштимер ауыл биләмәһендә йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветерандары Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында уҙғарылған ҡаһарманлыҡ дәресендә ҡатнашты. 93-сө һөнәрселек училищеһын тамамлап, һуңынан хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған егеттәргә был уҡыу йорто биләмәһендә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалынды.
Артабан пандемия арҡаһында йәмәғәт эштәре бер аҙға туҡтатылып торһа ла, егеттәр был осорҙо бушҡа үткәрмәне — эске эштәр бүлеге һорауы буйынса улар, урамда битлек режимын тикшереү буйынса уҙғарылған рейдтарҙа патруль составында йөрөнө. Февралдә, быйыл икенсе тапҡыр, Абхазияла һәләк булған яҡташыбыҙ Рөстәм Шәйәхмәтов иҫтәлегенә бокс буйынса турнир үтте, унда беҙ еңеү яулаған спортсыларҙы «Боевое братство» исеменән бүләкләнек.
Быйыл беҙҙең район аша йылдағыса Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары автоуҙыш менән үтте. Уларҙы район мәҙәниәт һарайы алдында ҡаршы алып, «афғансы»лар менән берлектә Асҡар буйлап экскурсия үткәреп, район үҙәгендә яугир-интернационалистарға һәм Төньяҡ Кавказдағы локаль бәрелеш-тәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәле-генә ҡуйылған обелискыларға сәскә һалыу ойошторҙоҡ, иҫтә-леккә фотоға төштөк.
1 июль — Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә, былтыр ДОСААФ биләмәһендә асылған мемориал алдында осрашып, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, ауыл билә-мәләре мәсьәләләрен хәл итеүҙән ситтә ҡалмаған, илһөйәрлек тәрбиәһе алып барған иптәштәрҙе хәрби комиссариаттың маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнек, мемориалға сәскә-веноктар һалдыҡ. Артабан егеттәр хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән райондаштарҙың зыяраттарына барып, ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе.
Быйылғы йәйҙең төп сараһы булып — Урал аръяғы райондары хәрби хәрәкәттәр ветерандары араһында үткән слет булды. Сибайҙа уҙған был ярышҡа, саҡырыу буйынса өс кеше — минән тыш, Азамат Шәйәхмәтов һәм Вадим Моратов барҙыҡ. Өсәү генә булһаҡ та һынатмай, волейбол, пневматик мылтыҡтан атыу, эстафета, армрестлинг кеүек спорт төрҙәрендә, музыкаль бәйгелә көс һынашып, алты район араһында икенсе урын яулауға өлгәштек. Сибай ҡалаһының «Боевое братство» ойошмаһы етәксеһе Руслан Сафиуллин еңеүселәрҙе тәбрик-ләгәндән һуң, слет вымпелын, эстафета рәүешендә, беҙгә, әбйәлилдәргә, тапшырҙы. Шулай итеп, киләһе йыл ҙур сараны үҙебеҙҙә үткәрергә планлаштырабыҙ.
Ноябрь айында былтыр башлаған изге йоланы дауам итеп, Әсәләр көнө уңайынан мәрхүм иптәштәребеҙҙең әсәйҙәренә күстәнәстәр тараттыҡ. Ирек Рысҡужин, Ғәфүр Хөсәйенов, Таһир Әлибаев, Вадим Юнысов, Салауат Хөснийәров, Илнур Ҡаһарманов, Илшат Һибәтуллин үҙҙәренең биләмәләрендә йәшәгән әсәйҙәрҙең өйҙәренә барып, хәлен белеште, байрам уңайынан ҡотланы.
Әлеге ваҡытта ойошмала 80-гә яҡын кеше иҫәпләнә, атап әйткәндә, Салауат Хөснийәров, Азамат Шәйәхмәтов (өҫтәүенә, ул, ғаиләһе менән йәй буйы мемориалды тәрбиәләне, сәскәләр ултыртып, һыу ҡойоп торҙо), Илмир Мәсәлимов, Ринат Мәхмүтов, Вадим Моратов, Вадим Юнысов, Радмир Ғилажев, Ғәфүр Хөсәйенов, Арман Жусупов, Батыр Батыршин, Ирек Рысҡужин, Вадим Хәйҙәров, Илгиз Ялмырҙин, Руслан Ишбирҙин, Нияз Ишмөхәмәтов һәм башҡалар бер саранан да ситтә ҡалмайҙар, тәүгеләрҙән булып килеп етәләр, кәрәк икән матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алалар. Әммә хәрби хәрәкәттәр ветерандары Әбйәлилдә 500-ҙән ашыу. Киләсәктә уларҙы ла дөйөм эшкә йәлеп итеүҙе, Төньяҡ Кавказда, башҡа «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәләк булғандар иҫтәлеген мәңгеләштереп, таҡтаташтар ҡуйыуҙы, урамдарҙы уларҙың исемдәре менән атауҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Был юҫыҡта район хакимиәте менән һөйләшеү алып барыла. Шулай уҡ илһөйәрлек тәрбиәһе йүнәлешендә сығарылыш кластары уҡыусылары менән осрашыуҙар үткәрергә, уларға әрме тураһында һөйләргә, күнекмәләр уҙғарырға ниәтләйбеҙ.
Читайте нас: