+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Декабрь 2020, 12:45

Яңы йылға ҙур бүләк

«Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы, райондан тағы ла 12 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләмдәр алды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы, райондан тағы ла 12 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләмдәр алды.
Улар барыһы ла район мәнфәғәтенә ауыл хужалығы тармағында һәм социаль сферала – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәт иткән кешеләр: слесарь, фермер, тракторсы, шәфҡәт туташтары, санитар, ашнаҡсылар, тәрбиәсе ярҙамсыһы, музыка етәксеһе, мәҙәни саралар ойоштороусылар. Нигеҙҙә, барыһы ла тиерлек, күп балалы ғаиләләр. Шуға күрә йән башына ҡарап бүленгән субсидияның күләме лә арыу уҡ ҙур сыҡҡан – һәр ғаиләгә миллион һумдан кәм түгел, ишле балалыларҙыҡы ике миллион һумға саҡ ҡына тулмай. Түләмдәрҙең дөйөм суммаһы 20809439,80 һум тәшкил итә.
Көндөң иң бәхетле хужаларын, сертификат алыусыларҙы башҡаса атау ҙа мөмкин түгел, район башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов тәбрикләне. Яңы йорттарығыҙҙы төҙөп бөтөп, бала-сағалар менән оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәргә насип булһын, тине. Шулай уҡ социаль түләм менән файҙаланыу, подрядсылар менән иҫәпләшеү йәһәтенән төплө кәңәштәр ҙә бирҙе. Программа шарттары буйынса был ғаиләләр бер йыл эсендә төҙөлөштө тамамларға тейеш, район хакимиәте вәкилдәре уның үтәлешен урындарға сығып ҡараясаҡ. Сертификатҡа эйә булыусылар алдағы биш йылда хеҙмәт өлкәләрен дә алмаштырмауы шарт.
Читайте нас: