+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Декабрь 2020, 12:39

Бабич вариҫтары

9 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында «Бабич вариҫтары» республика йәш шағирҙар конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Кисә барышында конкурста ҡатнашыусылар ижадын туплаған «Бабич вариҫтары» йыйынтығының да исем туйы уҙҙы.

9 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында «Бабич вариҫтары» республика йәш шағирҙар конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Кисә барышында конкурста ҡатнашыусылар ижадын туплаған «Бабич вариҫтары» йыйынтығының да исем туйы уҙҙы.
Быйыл республика кимәлендә Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Аҡбуҙат» республика балалар журналы йыл башында йәш шағирҙар араһында конкурс иғлан иткәйне.

Башҡорт теле көнө алдынан «Бабич вариҫтары» республика йәш шағирҙар ижади конкурсында бөтәһе һигеҙ уҡыусымдың финалға үтеүе һәм 9-сы класс уҡыусыһы Анжела Бугрованың икенсе урын алыуы уғата һөйөнөслө яңылыҡ булды. Үкенескә ҡаршы, ойоштороусылар, пандемия һәм балалар менән булған юл фажиғәһе сәбәпле, уҡыусыларымдың барыһын да йомғаҡлау тантанаһына алып килмәҫкә ҡушты. Анжела Бугрованы һәм мине СиБДУ-ға Айрат Булат улы Аҫылбаев үҙенең машинаһы менән алып барҙы. Рауил ауылында йәшәүсе күптәргә өлгө булырлыҡ уңған, тырыш Фәрүәз һәм Айрат Аҫылбаевтар, балалар йортонан апалы-һеңлеле рус ҡыҙҙары Анжела һәм Карина Бугроваларҙы тәрбиәгә алып, башҡорт рухлы итеп үҫтерәләр. Анжеланың «Бабич вариҫтары» конкурсы тамашасылары һәм мәртәбәле ҡунаҡтар алдында:

Үҙҙәре башҡорт булһа ла,

Башҡорт телен белмәйҙәр.

«Мама», «папа» тип һөйләйҙәр,

Үҙ телен өйрәнмәйҙәр.

«Атай», «әсәй» тип өйөмдә

Мин һәр ваҡыт өндәшәм.

Үҙем рус ҡыҙы булһам да,

Саф башҡортса һөйләшәм, — тип тасуири шиғыр һөйләп тороуы оло ҡыуаныс түгелме ни?!

«Конкурста башҡортса шиғыр яҙған рус милләтле балалар ҙа булды. Уларҙың бөгөнгө тантанаға килеүе, шиғыр уҡыуы күңелгә йылы нур өҫтәй», — тип белдерҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.

Быға тиклем дә Анжела Бугрова һәр саҡ «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, «Һаумы, һаумы, Әкиәт!», тасуири шиғыр һөйләү кеүек конкурстарҙа ихлас ҡатнашып, призлы урындар яулай ине. Был еңеүе өсөн уға «Бабич вариҫтары» йыйынтығы, диплом һәм видеокамера бүләк иттеләр. Шулай уҡ башҡа еңеүселәрҙең дә бүләктәре бик шәп ине. Гран-при алыусы яҡташыбыҙ Әбйәлил ҡыҙы Нәркәс Ҡәйепҡолова — айфон, беренсе урын алыусы Ишембай егете Роберт Горбунов — планшет, өсөнсөлөктө яулаусы СиБДУ студенты Гөлбаныу Ласынова ноутбук кеүек ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуандылар.

Был сарала Сиҙәм мәктәбендә белем алыусы Әлмөхәмәт ауылы ҡыҙҙары Карина Мәҡсүтова, Дилә Билалова, Гөлназ Әхмәтова, Карина Буранбаева, Гөлфиә Ғәлиәкбәрова, Әлмөхәмәт мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Юлиә Йәноҙаҡова үҙҙәренең уҡытыусыһы Р. С. Хәмитова менән барғайны. Улар ҙа сәхнәгә сығып, ижад иткән шиғырҙарын һөйләп, үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрҙе алып һөйөндө. Юлиә (аҫҡы һүрәттә) «Аҡбуҙат» журналының махсус призына лайыҡ булды.

«Бабич вариҫтары» конкурсында ҡатнашҡан өсөн Әбйәлилдең йәш ижадсылары маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Флүр Ғәлимовтың «Яңы башҡорт» китабына лайыҡ булды. БДУ-ның Сибай филиалы директоры Азат Вәлиев уҡыусыларҙы үҙҙәренең уҡыу йортона уҡырға килергә саҡырҙы һәм уларҙың, башҡорт шағиры Ш. Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған «Бабич вариҫтары» республика ижади конкурсында ҡатнашыуҙарын раҫлап, сертификаттар тапшырҙы.

Йәштәрҙең ижадҡа ынтылышын ваҡытында күреп һәм баһалап дәртләндергәндәре өсөн, айырыуса Өфөнән килгән ҡунаҡтар — Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевҡа, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының медиа бүлегенән Ғәзиз Әбделмәновҡа һәм башҡаларға ҙур рәхмәт. Йәш ижадсылар тәҙрә төбөндә яңы баш ҡалҡытып үҫә башлаған сәскә-гөлдәр кеүек бит ул. Уларға ла ҡояш төшкән ерҙе күрһәтеп, һыу ҡойоп тормайынса булмай, сөнки йә һулып, йә ҡороп юҡҡа сығыуҙары бар.

Сибай институты алдында торған Ш. Бабич бюсына сәскәләр һалыуҙан башланған сара бик матур йөкмәткеле үтте. Сәхнәне «Ете ырыу» һәм «Сармат» халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре биҙәне. Шулай уҡ Айнур Туҡтаев башҡарыуындағы йырҙар бәйгеселәр күңеленә хуш килде. Башҡорт һәм рус телдәрендә йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар яңғыраны. Бөтәһе лә был саранан бөтмәҫ илһам, ижади дәрт һәм күңел күтәренкелеге алып таралышты. Ошондай матур сараны ойоштороусыларҙың барыһына ла күңел түрҙәребеҙҙән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙ барып етһен ине.

Уҡыусыларыма иһә Сибай институтында үткән ошондай күркәм ижади сараның йылы тойғоларын үҙҙәрендә һаҡлап алып ҡалған иҫтәлекле бүләктәрен Башҡорт теле көнөндә тапшырып рухландырҙым һәм үҙҙәренең туған телдәрен артабан да үҫтерһендәр, яратһындар һәм ижад итһендәр, тигән изге теләктәремде әйттем.
Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА,

Рауил урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: