-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Декабрь 2020, 11:35

Китапханаға — милли баҫмалар

Ташбулат ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылары һәр береһе «Осҡон» йәки «Абзелил» район гәзиттәренә яҙылып, башҡаларға матур өлгө күрһәтте.

Ташбулат ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм китапханасылары һәр береһе «Осҡон» йәки «Абзелил» район гәзиттәренә яҙылып, башҡаларға матур өлгө күрһәтте. Үҙҙәренең яратҡан гәзит-журналдарынан тыш, уларҙың һәр ҡайһыһы, республикала нәшер ителгән төрлө милли баҫмаларға абонемент тултырып, китапханаға бүләк итте. Мәҙәниәтселәр ярҙамы менән Ташбулат модель китапханаһына тәүге ярты йылда «Йәшлек», «Йәншишмә», «Аманат», «Аҡбуҙат», «Шоңҡар», «Киске Өфө», «Тамаша», «Йома-Башҡортостан» республика баҫмалары килеп торасаҡ. Был акцияға ҡушылып, район Советы депутаты, урындағы мәктәп директоры Басир Зәйтүнов китапханаға «Аргументы и факты» гәзитен бүләк итте.
Читайте нас в