Төрлөһөнән
31 Декабря 2020, 21:00

Егеттәрҙе оҙатыу дауам итә

Күптән түгел райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин «Осҡон» гәзите аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеп: — 1998 йылдың 28 мартындағы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы 53-сө Федераль законға ярашлы, йыл да 1 октябрҙә башланып 31 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк көҙгө саҡырылыш осоронда Рәсәй Хәрби көстәренә райондан быйыл 84 егет юлланасаҡ. Тәүге оҙатыу октябрь аҙағында күҙаллана, барыһы туғыҙ ошондай сара уҙасаҡ», — тигәйне.

Күптән түгел райондың хәрби комиссары Р. М. Ғәҙелшин «Осҡон» гәзите аша халыҡҡа мөрәжәғәт итеп:

— 1998 йылдың 28 мартындағы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы 53-сө Федераль законға ярашлы, йыл да 1 октябрҙә башланып 31 декабргә ҡәҙәр дауам итәсәк көҙгө саҡырылыш осоронда Рәсәй Хәрби көстәренә райондан быйыл 84 егет юлланасаҡ. Тәүге оҙатыу октябрь аҙағында күҙаллана, барыһы туғыҙ ошондай сара уҙасаҡ», — тигәйне.

Күренеүенсә, егеттәрҙе РФ Ҡораллы Көстәре сафына оҙатыу октябрь аҙағында уҡ башланды. Тәүге оҙатыу мәлендә әрмегә 10 егет юлланды.

Икенсе оҙатыу сараһы 8 ноябрҙә ойошторолдо. Күҙаллауҙар буйынса, ҡоро ер һәм хәрби-йыһан ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк 11 егетте, атап әйткәндә, Аһылайҙан Заһир Әғзәмов, Данил Ғиззәтуллин, Первомайҙан Рәфис Аҡбулатов, Әбйәлилдән Юнир Аҡбулатов, Озерныйҙан Василий Александров, Хәлилдән Фәнзил Амангилдин, Юлдаштан Илһам Ғарипов, Дәүләтшанан Илдус Ирғәлин, Асҡарҙан Фәнзил Садиҡов, Әбделмәмбәттән Шамил Өмөтҡужин, Дауыттан Айгиз Шәмғоловтарҙы, әрмегә оҙатыу өсөн уларҙың туғандары, дуҫ-иштәре, ауылдаштары, һөйгәндәре иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһенә хәрби комиссариат алдына йыйылды. Яҡындары менән хушлашҡас, буласаҡ ил һаҡсылары хәрби комиссариатта өҫтәмә медицина тикшереүе үтте, артабан уларға хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса һәм илһөйәрлек төшөнсәләре тураһында инструктаж үткәрҙе.

— Һеҙҙең бер йылдан һуң районға имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙ хәрби комиссариат һәм туғандарығыҙ өсөн бик мөһим. Бының өсөн хәрби хеҙмәт мәлендә хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә иғтибар итергә кәңәш итер инем. Тыныс ваҡытта хатта командирҙар тарафынан бирелгән бойороҡтар ҙа һалдат ғүмере өсөн хәүефле булырға тейеш түгел. Быны иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Хәрби часҡа барып етеү менән мотлаҡ туғандарығыґға шылтыратығыҙ. Әбйәлил намыҫына тап төшөрмәйенсә, Ватанға тоғро хеґмәт итегеҙ һәм имен-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, — тине Рөстәм Миңлеғәле улы.

Ошоға ауаздаш теләк һәм кәңәштәрҙе хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре Максим Гребенщиков менән Илгиз Хәйризаманов та әйтте.

Әйткәндәй, Әбйәлил егеттәре хәрби саҡырылыш мәлендә һәм әрме хеҙмәтендә ысын илһөйәрлек өлгөһө күрһәтә. Район хәрби комиссариатының эшен республика кимәлендә йыл һайын яҡшы яҡтан билдәләп килеүҙәре, егеттәрҙең хеҙмәт иткән частарынан ата-әсәләренә килгән рәхмәт хаттары ошо хаҡта һөйләй.

Тыуған ил именлеге һағына баҫасаҡ 11 егеттең дә хеҙмәт итеү теләге бик көслө ине. Хәрби комиссар уларҙан, берәй сәбәп менән хәрби хеҙмәттән баш тартырға уйлаусылар юҡмы арағыҙҙа, тип һорағас, барыһы ла хәрбиҙәрсә бер тауыштан: «Никак нет!» — тип яуап бирҙе.

Өфөләге хәрби-йыйылыу пунктына юлланырҙан алда, күркәм йолаға ярашлы, егеттәр хәрби комиссар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.


Ғәҙел ИШМОРАТОВ.
Читайте нас