Ҡомаҡ йылы бик ауыр булды. Ковид пандемияһы арҡаһында матур ниәттәребеҙ, пландарыбыҙ бойомға ашмай ҡалды. Рауил ауылындағы «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү үҙәген дә тажзәхмәт урап үтмәне, әммә балалар һынауҙарҙы ауырлыҡтарһыҙ үткәрҙе.
Яҙғы каникулдан һуң, тәрбиәләнеүселәребеҙ карантин арҡаһында өс айҙан ашыу бер ҡайҙа ла сыҡмай, дистанцион ысул менән уҡыны. Әммә уларға тәрбиәселәр күңелһеҙләнергә ирек бирмәне. Тәүлек әйләнәһенә балалар менән төрлө уйындар, кисәләр, ярыштар ойоштороп, балаларҙың күңелдәрен күрҙе, төшөнкөлөккә бирелергә юл ҡуйманы. Балалар төрлө онлайн конкурстарҙа ҡатнашты, боронғо милли уйындарҙы — һабантуй, уҡ атыу, ямғыр саҡырыу, Ҡорбан байрамы йолаларын үткәрҙе.
Балалар яратҡан «Ирәндек» лагерында быйыл ял итә алмаһалар ҙа, күңелдәре төшмәне. Уларҙың тик вожатый апай-ағайҙарын һағынып иҫләүҙәре генә бер аҙ эсте бошорҙо. Шулай ҙа балаларға июль-август айҙарында Өфө ҡалаһында урынлашҡан «Аҡбуҙат» ял итеү үҙәгендә, Яҡтыгүл эргәһендәге «Горное ущелье» һауыҡтырыу комплексында булырға яҙҙы.
Балалар ял иткән арала шәхси эшҡыуар Азамат Тутаев бригадаһы бинаға капиталь ремонт эшләне. Улар биләмә эсенә асфальт түшәне, ҡупшы итеп балалар майҙансығы яһаны.
Яңы йыл байрамын балалар түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Бала йәнле кешеләр, күпселеген эшҡыуарҙар йылдағыса балаларға мул итеп бүләктәрен алып килде. Карантин арҡаһында ситтән кешеләр индерелмәһә лә, киң күңелле, оло йөрәкле бағымсыбыҙҙың береһе, шәхси эшҡыуар Лена Зарипова балаларға телефон, колонка, ҡолаҡсын бүләк итте. Шулай уҡ Рауил ауылы халҡы балаларҙы Ҡорбан итенән айырмай. Балалар барлыҡ изгелекле, мәрхәмәтле кешеләргә рәхмәтле.
«Ҡурай» ғаилә тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеү үҙәгендә тәрбиәләнеүселәр һау-сәләмәт булып үҫеп, киләсәктә имен тормошта йәшәүгә ынтылыр, тип өмөтләнәбеҙ. Төрлө холоҡло етем балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүгә күп көс һалған, күңел бушлығын бөтәйтеүсе тәрбиәселәрҙең хеҙмәтенә оло рәхмәт йөҙөнән һоҡланырға ғына ҡала.
Гүзәлиә ҒИБӘҘӘТОВА, тәрбиәсе.