+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2021, 12:46

Тырышып донъя көтәләр

Үҙ йүнселлеге, бөтмөрлөгө менән иркен йәшәй әбделмәмбәттәр. Социаль учреждениеларҙан тыш, ауылда башҡа эш урындары булмаһа ла, сәмсел хужалар тырышып донъя көтә. Иң ҡыуаныслыһы, ауылдың яҡты киләсәгенә өмөт уятып, йәштәр нигеҙ ҡора. Шундай ғаиләләрҙең береһе — Илүзә һәм Вәхит Ғайсиндар.

Ауылдар ҙа кешеләр шикелле. Тотош ауыл йөҙөндә унда йәшәүсе халыҡтың булмышы сағыла. Киң урамдары, иркен хужалыҡтары, күркәм ҙур йорттары менән айырылып торған Әбделмәмбәт ауылын ситтән ҡарап уҙғанда ла, бында киң күңелле, эшсән, сәмле халыҡ төйәк итеүен төҫмөрләп, яңылышмайһың. Үҙ йүнселлеге, бөтмөрлөгө менән иркен йәшәй әбделмәмбәттәр. Социаль учреждениеларҙан тыш, ауылда башҡа эш урындары булмаһа ла, сәмсел хужалар тырышып донъя көтә. Иң ҡыуаныслыһы, ауылдың яҡты киләсәгенә өмөт уятып, йәштәр нигеҙ ҡора. Шундай ғаиләләрҙең береһе — Илүзә һәм Вәхит Ғайсиндар.
Ишбулды ауылы һылыуы менән Әбделмәмбәт егете 2008 йылда ғаилә ҡора. Башта йәштәр ҡала тормошон һайлай. Комбинатта эшләп йөрөгән ғаилә башлығы торлаҡ мәсьәләһен дә хәстәрләй башлай. Тик яҙмыш уларҙы ауылға алып ҡайта. «Атайымдың ауырып түшәккә ятыуы ҡайтыуыбыҙға сәбәп булды, — тип хәтерләй шул саҡты Вәхит Фәрит улы. — Әсәйҙе ауыр мәлдә яңғыҙ ҡал-дыра алманыҡ. Бынан аҙаҡ ауылдан китеү тураһында башҡаса уйламаныҡ та».
Тыуған ауылы Әбделмәмбәттә ныҡлы донъя ҡорған ул. Үҙ өйҙәрен һалып ингәнгә ҡәҙәр, йәш ғаилә 10 йыл самаһы, төп йортта йәшәй. Баҡыйлыҡҡа күскәндәренсә ҡайны-ҡәйнәһенә илтифатлы мөнәсәбәт, яҡшы тәрбиә күрһәтә Илүзә Сәйфулла ҡыҙы. Әйтеп уҙыуымса, ауылда эш юҡ. Һәр кемдең үҙ әмәле тигәндәй, Ғайсиндар күпләп мал көтә. Өй төҙөгән ваҡытта һыйыр малын ғына 15-ләп баш тоталар, һарыҡтарҙы әйтеп-һанап тораһы түгел. Мал аҙығы әҙерләүгә, уларҙы ҡарауға күпме көс-тырышлыҡ һалыуҙарын үҙҙәре генә белә. Пай ерен эшкәртеп иген сәсәләр, сабынлыҡтары ғына 13 гектар. Егәрле хужаның ҡулы ла эш белә. Төҙөлөш эштәрен шуға ла башлыса үҙе атҡарған. Бынан тыш, башҡаларға ла өй көпләү, ҡыйыҡ ябыу, иретеп йәбештереү, йылылыҡ, һыу үткәреү кеүек хеҙмәттәр күрһәтеп, аҡса таба. Ҡатыны иңенә иһә йорт-хужалыҡ хәстәрҙәре, улдарын тәрбиәләү бурыстары ята.
Энәһенән ебенәсә уйланылған, бөтә уңайлыҡтары булған йорттарына 2018 йылда башҡа сыҡҡан Ғайсиндар. Донъяларының төҙөклөгө! Ғаилә башлы-ғының ижади ҡарашы, матурлыҡ яратыуы, әллә ҡайҙан сынъяһау өйҙә, семәрле ҡапҡаларҙа, үҙенсәлекле баҡса рәшәткәләрендә сағылып торһа, уңған хужабикәнең тилбер ҡулдары йорт эсенә ҡот ҡундырған, зауыҡ биргән. Күсеп сыҡҡас, ихатаны ла тулыһынса төҙөкләндергәндәр. Йылы һарай, мунса һалғандар. Элеккесә күпләп мал тотмаһалар ҙа, һыйырҙарын өс баштан кәметмәйҙәр.
Ғайсиндарҙың өлкән улдары Иҙел 5-се класта белем ала, еңел атлетика секцияһында шөғөлләнә. Рамаҙанға дүрт йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй, ҡышҡы осорҙа әсәһе менән өйҙә ултыра. Атанан күргән — уҡ юнған, ти халҡыбыҙ. Вәхит Фәрит улы шәхси миҫалы аша малайҙарында спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Атай кеше электән гер күтәреү, көрәш, саңғы, турникта күтәрелеү менән шөғөлләнә, ҡапҡа эсендә үҙе эшләгән тренажер-турниктарҙа хәҙер улдары ла көс туплай. Пандемия ваҡытында Ғайсиндар Бөтә донъя сәләмәтлек көнө сиктәрендә отжимание буйынса челленджда ҡатнашып, шөһрәтнамә менән билдәләнгән. Вәхит Фәрит улы беренсе урын яулаһа, Рамаҙан иң йәш ҡатнашыусы номинацияһына лайыҡ булған. Ғаилә башлығы район күләмендәге спорт ярыштарында ла ҡатнаша. Пневматик мылтыҡтан атыуҙа ал бирмәй. Уның еңеүҙәре тураһында кубоктары һәм миҙалдары һөйләй. Ҡомарлы волейболсы ла. Ауылдың ир-егеттәр командаһында уйнай. 40 йәштән өлкәндәр араһында ла команда туплаған.
Ошо урында Вәхит Ғайсиндың әүҙем йәмәғәтселек эше тураһында һөйләп китеү урынлы булыр. Сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштары уға староста бурысын ышанып йөкмәткән. Ул йыйындарҙа ауылдың проблемаларын күтәреп сығыш яһай. Өҫтән ярҙам ғына көтөп ятмай, халыҡты өмәләргә әйҙәп алып сыға, сүп-сар түгеүгә техника хәстәрләй. Яр буйҙарын таҙартыу, мәсеттең тирә-яғын, зыяратты тәртипкә килтереү буйынса күмәк эштәрҙә халыҡ ихлас ҡатнаша. Берҙәмлек бар ауылда. 2019 йылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы йомғаҡтары буйынса Әбделмәмбәт ауылының районда еңеүсе булыуы, республика күләмендәге «Алтын бишек» телепроектында ҡатнашып, мәртәбәле баһа алыуы, ике номинацияла еңеүсе булыуы быға асыҡ миҫал.
Киләсәктә фермерлыҡ менән шөғөлләнергә уйҙары бар Ғайсиндарҙың. Дәүләттән бирелеүсе грант буйынса конкурста ҡатнашырға иҫәптәре.
— Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә теләйем. Был юҫыҡта махсус белемем дә бар. Мәктәптән һуң СПТУ-ла умартасыға уҡыным, — ти Вәхит Фәрит улы.
Йәшәйем, тип тырышып ятҡан Әбделмәмбәт ауылы уңғандарына уңыш юлдаш булһын!
Читайте нас: