+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар 2021, 12:23

Беҙҙең Зоя апай

13 ғинуар — Рәсәй матбуғаты көнө

Үҙгәрештәр осоронда Әбйәлил бер аҙ Баймаҡ, Белорет районы составтарында булып, ҡайтанан тергеҙелгәс, гәзиттәрҙе сығарыу ҙа районға ҡайтарыла, Асҡарҙа типография эшләй башлай. Был мәлгә район үҙәгендә бөтә учреждение-ойошмалар биналары иҫке, ҡулайлаштырылмаған йорттарҙа урынлаша.
Шарттар булмаһа ла, бөгөн һалым инспекцияһы урынлашҡан урындағы иҫке генә бер йорт редакция менән типографияны үҙенә һыйындыра. Бер аҙҙан гәзит сығарыусылар хәҙерге «Башкиргаз» урынындағы бәләкәй генә йортҡа күсә. Ул йылдарҙа гәзит хәрефләп ҡулдан йыйыла, мәҡәләләрҙе йыйғанда, гәзит сыҡҡандан һуң хәрефтәрҙе берәмләп кире «кассаларға» таратҡанда наборщицаларҙың ҡулдары тотош буяу була, йыуыныу өсөн бинала һыу ҙа булмай, йыйыштырыусы килтергән һыуҙы йылытып йыуыналар. «Бинаның ҡап уртаһында түңәрәк мейес булды, тимер хәрефте тотҡан ҡулдар өшөп китһә, мейес тирәләй йыйылып, ҡулдарҙы йылытып ала ла, артабан эште дауам итә инек», — тип хәтерләй шул саҡта эшләгән апайҙар.
Шулай ҙа ауыр шарттарҙа эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, гәзитте ваҡытында сығарыу өсөн күп көс һала хеҙмәткәрҙәр.
Был хаҡта хәбәрҙар булған район етәкселеге типография менән редакция өсөн яңы бинаны төҙөүҙе планға индереүгә өлгәшә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн типографияның директоры А. М. Лоҡманов менән гәзит мөхәррире М. Р. Шәмсетдинов Өфө – Асҡар юлын күп тапай. Нәҡ уларҙың тырышлығы менән 1978 йыл аҙағында ике ҡатлы яңы бина файҙаланыуға тапшырыла.
Типографияны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырып, хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеүҙә Арслан Мотаһар улының хеҙмәте ҙур. Нәҡ ошо йылдарҙа баҫмаханалар ҡулдан хәреф йыйыуҙан машина менән йыйыуға, йәғни линотиптар урынлаштырыуға күсә бара.
Арслан Мотаһар улының тырышлығы менән Әбйәлил типографияһына ла бик күп яңы ҡорамалдар ҡайтарыла. Ҡулланыуҙа бик ҡатмарлы булған линотиптың эшен ғәмәлдә өйрәнеү маҡсатында директор Ленинград ҡалаһында алты айлыҡ курстарҙа уҡып ҡайта.
Ҡайтыу менән иң элек кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә тотона А. М. Лоҡманов. Күп район, ҡала типографияларында булып, кадрҙар эҙләй. Баймаҡ ҡалаһы типографияһы линотиписткаһы, тиҫтә йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған З. С. Ильинскаяны Әбйәлилгә эшкә килеүгә күндереү өсөн бер генә тапҡыр бармай ул Баймаҡҡа.
Шулай ҙа үҙ маҡсатына ирешә Арслан Мотаһар улы. Үҙенең ныҡышмалығы менән эшкә линотиписты ғына түгел, тәжрибәле печатникты ла күсереп ала ул.
Шулай итеп, 1979 йылда Зоя Ильинская машина менән хәреф йыйыу оҫтаһы, ире Миңлеғәле Ғайсин гәзит баҫыусы булараҡ эш башлайҙар Әбйәлилдә.
Нуриман районында тыуып үҫкән Зоя етенсе класты тамамлағандан һуң Өфөгә полиграфистар әҙерләгән училищеға инә.
— «Машина менән йыйыу операторы» тигән төркөмгә документтарымды биреп, рус теленән һәм математиканан имтихан тапшырып, уҡырға инеп киттем. Әлбиттә, үҙемдең буласаҡ һөнәремде башта күҙ алдына ла килтермәй инем. Уҡыуҙар башланып, практикаға йөрөй башлағас, һөнәрем шул тиклем күңелемә яҡын булды, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Зоя апай.
Өс йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә, дәүләт практикаһын үтергә Зоя Ильинскаяны Сибай ҡала типографияһына ебәрәләр. Тик татарса ғына белгән йәш белгесте башҡорт телендә нәшер ителгән Баймаҡ районының «Октябрь байрағы» гәзитен йыйыуға ултырталар.
— Башҡортса белмәйем тиеүемә ҡарамай, мине башҡортса гәзитте йыйыуға ҡуштылар. Башта һүҙҙәрҙе татарсараҡ йыйып ебәрә инем. Гәзит биттәре төҙәтеүҙән ҡып-ҡыҙыл булып килә торғайны. Шулай итеп, үҙемдең хатамды төҙәтә-төҙәтә башҡорт телен дә өйрәнеп алдым, — тип көлә бөгөн башҡортса матур, әҙәби телдә генә һөйләшкән Зоя Сергеевна.
Сибайҙа ул үҙенең ғүмерлек йәрен дә осрата. Типографияла гәзит баҫыусы булып эшләп йөрөгән Баймаҡ районы егете Миңлеғәли Ғайсин менән өйләнешәләр, ҡыҙҙары Гөлнур тыуа.
Шулай һәүетемсә генә эшләп, йәшәп ятҡан бер мәлдә Баймаҡта типография тергеҙелеп, район гәзитен сығарыу эше шунда күсерелә. Зоя апай менән Миңлеғәли ағайҙы ла Баймаҡҡа күсергә күндерәләр. Сибайҙа кеше фатирында йәшәгән ғаиләгә айырым фатир вәғәҙәләүҙәре лә үҙ ролен уйнай, әлбиттә.
Ҡала фатиры утын менән яғып йылытылһа ла, үҙ мөйөштәре булыуы ҙур ҡыуаныс өҫтәй, тиҙҙән улдары Марат донъяға килә.
Инде ҡалаға ла өйрәнеп, коллективта үҙ кеше булып бөттөк тигәндә, Әбйәлилгә эшкә «ҡоҙалай» башлайҙар. Бик оҙаҡ уйлағандан һуң күсенергә ризалаша ғаилә.
— Ҡала ере булһа ла, Баймаҡ магазиндарында тауарҙар булманы тиерлек. Аҙыҡ-түлеккә лә Магнитогорск ҡалаһына йөрөнөк. Бының өсөн таңғы 3-тән Баймаҡтан автобус менән сығабыҙ. Сибайҙан йә поезд, йә самолет менән Магнитка бара инек. Көн оҙоно магазиндар буйлап әйберҙәр алып, тағы төн уртаһына ҡайтып инә торғайныҡ. Шуға ла, иң элек, Асҡарға Магнитогорскиҙың яҡын булыуы оҡшаны, — тип һөйләй Зоя апай. — Килеүебеҙгә типография йәнәшәһендә генә урынлашҡан фатир ҙа әҙер ине.
Ун ике йыл Баймаҡ типографияһында тәжрибә туплаған ирле-ҡатынлы полиграфистарҙы Әбйәлилдең татыу, берҙәм коллективы бик йылы ҡабул итә.
— Тәүге мәлдәрҙә «Осҡон» – «Искра» гәзиттәренең бер нисә битен мин өлгөргәнсә линотипта йыйһам, ҡалғандарын ҡыҙҙар ҡулдан йыйҙылар, — тип дауам итә матбуғат ветераны.
Зоя Сергеевна урында кадрҙар әҙерләүгә, йәғни ҡыҙҙарҙы линотипҡа өйрәтеүгә ҙур өлөш индерә. Өфөлә полиграфистар әҙерләгән училищены тамамлаған Фәниә Сәғитова (Шәйбәкова) эшкә килә. Тиҙҙән ҡулдан хәреф йыйыусы булып эшләгән Нәсимә Ҡорманғәлинаны машина менән йыйыу нескәлектәренә төшөнөп ала. Унан инде Динара апай Бикмаева ла был һөнәрҙе үҙләштерә. Унан һуң Рәйлә апай Вәлиева ла өйрәнеп ала линотип эшенә. Еңел булмаған гәзит сығарыу хеҙмәтендә уларҙың һәр береһе ал-ял белмәй эшләне, гәзитте версткалаған апайҙар ҙа, печатниктар ҙа һынатманы. Төнгә ҡалып эшләргә тура килһә лә, бер ҙә һуҡранмай-зарланмай эшләнеләр барыһы ла.
Зоя Сергеевна хаҡлы ялға сыҡҡансы башҡортса ла, русса ла гәзиттәргә ултырған мәҡәләләрҙе йыйҙы. Грамоталы, ике телде лә һәйбәт белеүе менән айырылып торҙо ул.
Бер кемгә ла ауыр һүҙ өндәшмәҫ, ипле, алсаҡ, изге күңелле Зоя апай коллективта ғына түгел, күрше-күләндәре, дуҫ-иштәре араһында ла оло абруй менән файҙалана. Барыһы ла уны яратып, үҙ күреп, «Беҙҙең Зоя апай» тип өндәшә.
Тормош иптәше Миңлеғәли ағай типографиянан район юл-ремонт төҙөлөш идаралығына күсеп, унда оҙаҡ йылдар грейдерсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Тик шуныһы үкенесле: иртә китте ул был донъяларҙан. Зоя апай бөгөн балаларына ныҡлы терәк-таяныс булып, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыш-шатлыҡтарына һөйөнөп ғүмер кисерә.
— Район типографияһында, редакцияһында бергә эшләгән иптәштәремде, хәҙерге журналистарҙы, полиграфистарҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйем. Һәр кемгә яратҡан һөнәре һөйөнөстәр килтерһен, — тигән теләктәрен дә еткерҙе Зоя Сергеевна.
Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия информационного центра и автора публикации.
Читайте нас: