-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2021, 13:45

Татыу, ишле, дәртле һәм моңло Ғәлиуллиндар

Ауылдарҙа яңынан-яңы урамдар барлыҡҡа килгәнен, заманса, ҡаласа шарттар булдырылған зауыҡлы йорттар ҡалҡҡанын күреп, күҙ ҡыуана, күңел күтәрелә. Йәштәргә афарин — матур йәшәргә ынтыла улар. Тупаҡ ауылынан Ғәлиуллиндарҙың күркәм йорто ла Йәштәр урамына айырым бер йәм, ҡот биреп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра.

Ауылдарҙа яңынан-яңы урамдар барлыҡҡа килгәнен, заманса, ҡаласа шарттар булдырылған зауыҡлы йорттар ҡалҡҡанын күреп, күҙ ҡыуана, күңел күтәрелә. Йәштәргә афарин — матур йәшәргә ынтыла улар. Тупаҡ ауылынан Ғәлиуллиндарҙың күркәм йорто ла Йәштәр урамына айырым бер йәм, ҡот биреп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра.
Мәктәпте тамамлағас, Рөстәм Магнитогорск ҡалаһында һөнәр үҙләштерә. Унан инде төҙөлөш ойошмаһы менән Арҡайым ҡаласығына эшкә китә. Ғүмеренең был осоро бөгөн тотош донъяға билдәле тарихи ҡаласыҡтың музейын төҙөүҙә ҡатнашыуы менән генә иҫендә ҡалмаған егеттең: нәҡ ошонда үҙенең буласаҡ кәләшен дә осрата ул.
Бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатҡан йәштәр, өйләнешеп, Магнитогорскиға бергә ҡайта. Икәүһе лә эшкә әрһеҙ, бөтмөр ғаилә татыу йәшәп китәләр, фатирлы ла булалар.
Ял, отпуск ваҡыттары Тупаҡта үтә Ғәлиуллиндарҙың. Сөнки йәштәр Рөстәмдең тыуған ауылында өй күтәрә. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгән ғаилә башлығы әкренләп йортто һалып бөтә. Был мәлгә ғаилә лә ишәйә — йәштәрҙең бәхетен арттырып, бер-бер артлы улдары Руслан, Илдар, Артем тыуа.
— Бәлки, әле лә ҡалала йәшәп, ауылға ялдарҙа ғына ҡайтып йөрөр инек. Тик бәләкәсебеҙ йыш ауырығас, ваҡытлыса ауылға күстек. Ҡаласа бөтә шарттар булдырылған үҙ өйөбөҙҙә йәшәү шул тиклем оҡшаны, шуға Тупаҡта ҡалырға булдыҡ. Биш йыл инде бында донъя көтөүебеҙгә. Ҡышҡы каникул мәлендә балаларҙы ҡалаға алып барғайныҡ, ике-өс көнгә лә сыҙаманылар, ауылға ҡайтҡылары килә, — тип көлә атай менән әсәй.
Әйткәндәй, Рөстәмдең ҡатыны Екатерина Викторовна рус милләтенән булһа ла, башҡорт телендә таҙа һөйләшә.
— Башта, әлбиттә, һөйләшеү түгел, бер нәмә лә аңламай инем. Хәҙер өйрәндем, балалар менән дә башҡортса ла, русса ла аралашабыҙ, — ти ул.
Балалары ла ҡул аҫтына инеп килә: улдары Руслан — етенсе, Илдар — дүртенсе, Артем беренсе класта уҡый.
Киң күңелле Ғәлиуллиндарҙың йорто ишеге туғандары, дуҫтары өсөн һәр саҡ асыҡ, унда күпләп балалар йыйылыуына күнегеп бөткән улар.
— Малайҙарҙың иптәштәре йыш килә. Әле бына туғаныбыҙ эштә булғас, уның ҡыҙы Рәсиләне көн дә мәктәптән үҙебеҙгә алып ҡайтабыҙ, — тиҙәр улар.
Ауыл кешеһенә хас булғанса, күпләп мал көтә, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә Ғәлиуллиндар. Рөстәм ҡалала, металлургия комбинатында сменалап эшләгәс, өй мәшәҡәттәре хужабикә иңендә.
— Эшем буйынса йыш ҡына оҙайлы командировкаларға йөрөргә тура килә. Өс тапҡыр Һиндостанда булып, унда кокс әҙерләү өсөн махсус металлургия агрегаттары — кокс мейестәре төҙөүҙә ҡатнаштым. Мин ситтә булғанда өй мәшәҡәттәрендә әсәйҙәренә улдарым терәк: бергәләшеп мал ҡарайҙар, башҡа эштәрҙә лә ярҙам итәләр, – тип ҡыуана Рөстәм Ғимаҙи улы.
Тупаҡта уҙған йыл яңы мәктәптең сафҡа инеүенә лә шат Ғәлиуллиндар. Ни тиһәң дә, балалар заманса уҡыу кабинеттарында белем ала, спорт яратҡан малайҙарға бөтә шарттар булдырылған.
— Улдарыбыҙҙың һәр береһенең үҙенең яратҡан шөғөлө бар. Артем сәкән һуғырға, балыҡ тоторға әүәҫ. Илдарҙың иһә иң яратҡаны — футбол, волейбол уйындары. Руслан — саңғысы. Һәр ҡайһыһының еңеүҙәре бихисап, өҫтәүенә өлгәштәре лә яҡшы, — тип, балалары өсөн ҡыуанысын йәшермәй улар.
Рөстәм менән Екатерина үҙҙәре лә әүҙем тормош алып бара, улдары менән төрлө спорт ярыштарында бик теләп ҡатнаша. Мәҫәлән, уҙған йыл Ғәлиуллиндар «Атай, әсәй һәм мин — спорт ғаиләһе» район конкурсында ҡатнашып, беренсе урын алғандар. Быйыл «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2021» республика фестиваленең район этабында ла беренселекте ҡулдан ысҡындырмағандар.
Ирле-ҡатынлы Ғәлиуллиндарҙың Яңы йыл шыршыһындағы кейемдәре лә бүләкһеҙ ҡалмаған. Екатерина Викторовна ошо арала Таштимер ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары араһында үткән быйма менән хоккей уйынында ҡатнашҡан. Был бәйгелә Тупаҡ командаһының беренсе урынды алыуында уның да өлөшө, һис шикһеҙ, бар.
Йыр-моңға ғашиҡ Рөстәм үҙе гармунда һыҙҙыра, гитара сиртә. Шуныһы маҡтауға лайыҡ: атай кеше үҙенең белгәндәрен улдарына ла өйрәтә.
Өлгөлө донъя көткән, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән Ғәлиуллиндар кеүек йәштәр булғанда төбәктең киләсәге лә бар тип әйтергә тулы ышаныс бар.
Читайте нас: