+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Ғинуар 2021, 12:22

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр...

Һәр ауылда өлгөлө тормош көткән һоҡланғыс йәш ғаиләләр бар. Шундайҙарҙың береһе — Амангилде ауылында йәшәүсе Гөлгөнә һәм Кәбир Вәлиевтар тураһында булыр һүҙем.

Һәр ауылда өлгөлө тормош көткән һоҡланғыс йәш ғаиләләр бар. Шундайҙарҙың береһе — Амангилде ауылында йәшәүсе Гөлгөнә һәм Кәбир Вәлиевтар тураһында булыр һүҙем.
Гөлгөнә Хәлил ауылында йәшәүсе Рәшиҙә һәм Ғәфәр Зәйнуллиндарҙың татыу ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға ауаз һала. Ата-әсәһенә ҡуш ҡанат булып, ҡустыһы Зөлфәт менән үҫеп буй еткерәләр. 9-сы класты тамамлағас, ҡыҙ күңеле тартҡан һөнәрҙе үҙләштерергә Сибай педколледжына юллана. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынған инглиз теле серҙәренә өйрәнә. 2008 йылда Әбделмәмбәт урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Был белем усағында ике йыл эшләгәс, Амангилде мәктәбенә күсә. Көләс йөҙлө, алсаҡ, дәресте төплө итеп аңлатҡан апайҙарын уҡыусылар ихлас ҡабул итә. Ялан ҡыҙы һоҡланғыс тауҙар, урмандар уратып алған, йәшеллеккә төрөнгән Амангилде ауылында ғүмерлек йәрен осрата. Һөйгәне менән матур итеп дуҫлашып йөрөп, донъя ҡоралар.
Кәбир — Заһира һәм Таштимер Вәлиевтарҙың кинйә улдары. Ике ағаһы Амангилделә төпләнгән, апайы Хәлил ауылында тормошта. Тыныс, эшкә сос, аҡыллы, йор һүҙле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә торған егет ул.
Сәстәрен сәскә бәйләгәс, Гөлгөнә менән Кәбир тырышып донъя көтә башлай. 2016 йылда үҙ көстәре менән өй күтәрәләр. Торлаҡ төҙөүгә булышлыҡ иткән дәүләт программаһы буйынса ярҙам алғас, тиҙ арала төҙөлөштө тамамлап, ҙур, яҡты, әллә ҡайҙан балҡып ултырған үҙ йорттарына аяҡ баҫалар. Йәй көндәрендә Вәлиевтарҙың былай ҙа йәмле өйө хужабикә үҫтергән күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелә. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, күркәм йорттоң ихатаһында ла һәр саҡ бөхтәлек хаким итә. Тракторҙары дырылдап эшләп тора. Кәбир ҙә гелән ниндәй булһа ла берәй эш менән мәшғүл. Өй эсенә инһәң, унда әкиәт донъяһы! Бар ерҙә тәртип-таҙалыҡ. Балалар сынъяһау кейенгән. Өҫтәлдә Гөлгөнә бешергән бәлештәр тәмле еҫтәрен аңҡыта.
Гөлгөнә Ғәфәр ҡыҙы инглиз теле уҡытыусыһы булыуҙан тыш, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары ла. Тормош иптәше менән эшкә бергә баралар, бергә ҡайталар. Ғаилә башлығы ла мәктәп эшсеһе. Өс балаға ғүмер биргән улар. Камилла — 3-сө, Рәмилә 1-се класта белем алалар. Кинйәләре, балалар баҡсаһына йөрөүсе Айсарға өс кенә йәш әле.
Вәлиевтар ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Эштәрендә уңғандар, балаларына төрлө ер-һыу күрһәтеп, ялдарын да иҫтәлекле, фәһемле итеп ойоштора беләләр. Ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында булырға яраталар, күмәкләп емеш-еләк йыялар, ҡышҡыһын тауҙан санала шыуалар. Мәктәптәге бер сарала ла сылтырап аҡҡан шишмә тауышлы Гөлгөнәһеҙ үтмәй.
— Балаларға яҡшы тәрбиә биреп ата-әсәйҙәребеҙҙең өмөттәрен аҡларға тырышабыҙ, — тиҙәр үҙҙәре лә ваҡытында матур тәрбиә алған Вәлиевтар бер һүҙҙән.
Ә мин үҙемдән был ғаиләгә дәрттәре һүрелмәүен теләр инем.
Әлиә ИХСАНОВА.
Үтәгән ауылы.
Читайте нас: