Асҡар ҡыҙы Алёна Дятлова М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында 4-се курста белем ала. Рус ҡыҙы булыуына ҡарамаҫтан, башҡортса тап-таҙа һөйләшкән рухлы һылыуҙарҙың береһе ул.
— Бәләкәйҙән үҙемде башҡорт тип, әсәм теленә һөйөү татып үҫтем. Эйе, мин ҡатнаш милләтле ғаиләнән. Атайым рус булһа ла, ул да башҡортса белә. Шуға күрә бер ҡасан да милләт айырмалылығын тоймайым, — ти Алёна.
Киреһенсә, бала сағынан төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, туған телебеҙҙең мәртәбәһен күтәрә. Башланғыс кластарҙа уҡығанда район буйынса «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» бәйгеһе еңеүсеһе була, республика кимәлендә өсөнсө урын яулай. Үҫә төшкәс, алтынсы-етенсе кластарҙа, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ҡатнаша. Мәшһүр эпостан 3500 юлды шартлатып ятҡа һөйләгән ҡыҙ район буйынса өсөнсө урын ала. Өлкән кластарҙа иһә ул үҙе белем алған Т. Кусимов исемендәге гимназияның ғына түгел, ә район мәғарифы намыҫын башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән төбәк-ара олимпиадаларҙа яҡлай. Уҡытыусыһы, класс етәксеһе Альбина Муллахмәтованың уға бағлаған ышанысын аҡлап, IX-XI кластарҙа йыл һайын призлы урындарҙа билдәләнә, хатта 9-сы класта уҡыған йылда төбәк-ара олимпиада еңеүсеһе исеменә лайыҡ була. Бынан тыш, телһөйәр ҡыҙ БДПУ тарафынан уҙғарылған Аҡмулла олимпиадаларында ла ҡатнаша.
— 15 йәшемдә уҡырға ҡайҙа барасағымды аныҡ күҙаллай инем инде. Быға Башҡорт дәүләт педагогия университеты саҡырыуы буйынса бер аҙналыҡ курстарға барып, студенттар мөхитендә йәшәп ҡайтыуҙың да йоғонтоһо көслө булды. Һәм мин маҡсатлы рәүештә ошо уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерләндем, — ти ул.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм сит (инглиз) телдәр бүлеген һайлай Алёна. Мәктәп йылдарында, уҡыуҙан тыш, сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән, виолончель һәм хор кластарын тамамлаған талантлы ҡыҙ студент тормошоноң башынан уҡыу йортоноң шаулы ижади мөхитенә ылыға. БДПУ янында эшләп килгән данлыҡлы «Ҡорос» халыҡ театрына ҡушыла. Ҡушыла тигәс тә, теләк буйынса сәхнәгә сыҡтың һәм уйнаның да киттең тигән һүҙ түгел әле был. «Ҡорос» сафына артистар арыу уҡ ҡәтғи талаптарҙан торған һайлау аша алына. Төҫ-башҡа сибәр, нәфис буй-һынлы Алёна йыр-бейеү оҫталығы, ижади һәләттәре менән һынауҙы уңышлы үтә. Тәүге йылы И. Абдуллиндың «Тиле йәшлек» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә массовкала ҡатнашыу — театр тигән мөғжизәле донъяға ҡағылыу ҡыҙҙың күңелендә онотолмаҫ матур тәьҫораттар ҡалдырған. Был тамаша менән «ҡоростар» баш ҡала сәхнәләрендә, Өфөгә яҡын райондарҙа сығыш яһай, ә йәйге каникул мәлендә, йәштәрҙе БДПУ-ға уҡырға килергә саҡырыуҙы маҡсат итеп, төп башҡорттар йәшәгән Урал аръяғы райондарына гастролгә сыға, шул иҫәптән Асҡарҙа ла була.
Киләһе ижад миҙгелендә театрҙың етәксеһе, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡманов II курс студенты булған Алёнаға «Шаҡылдаҡ менән Сиҡылдаҡ мажаралары» тигән әкиәттән төп ролде бирә. Ике һайыҫҡан мажараһын һүрәтләгән сәхнәлә яҡташыбыҙ үҙенең ролен бик оҫта уйнай. Был спектакль менән 2019 йылда Удмуртияла «Театр һәм балалар» фестивалендә ҡатнашып, биш диплом яулай «Ҡорос» халыҡ театры артистары. Әйткәндәй, шуларҙың берәүһе — «Иң яҡшы дуэт» номинацияһындағы диплом Алёна Дятлова (Сиҡылдаҡ) менән Салауат Замановҡа (Шаҡылдаҡ) бирелә. «Тиле йәшлек» спектакле менән иһә «Театрлы Волга буйы» фестивалендә ҡатнашып, төбәк-ара этапта еңеү яулайҙар, финалға сығалар. Мостай Кәримдең 100 йыллығына ҡарата халыҡ шағирының тормош юлына һәм ижадына арналған, ул тыуҙырған образдарҙы бер сәхнәгә сығарған «Һинән башҡа донъям япа-яңғыҙ...» лирик драмаһында Алёна Оксана ролендә уйнай. Был тамаша ла баш ҡала сәхнәләрен байтаҡ шаулата. Өлгөр ҡыҙ йыл һайын үҙе уҡыған факультеттың намыҫын яҡлап, «Студент яҙы» фестивалдәрендә лә ҡатнашмай ҡалмай. Өҙҙөрөп бейеһенме, моңланып йырлаһынмы, әҫәрләнеп нәфис һүҙ менән сығыш яһаһынмы — барыһы ла килешә шул үҙенә!
Һәр ваҡыт үҙен үҫтереү, камиллаштырыу, көс-һәләтен һынау юлында булған Алёна башҡорт телевидениеһына ла юл яра. Ул өсөнсө курстан «Тамыр» балалар каналында алып барыусы булып эшләй. Уны «зәңгәр экран» аша иң кескәй тамашасылар өсөн тәғәйенләнгән «Сәңгелдәк» тапшырыуында күргәнегеҙ ҙә барҙыр әле, моғайын. Бәләкәй дуҫтары Алёнаға «Айгөл апай» тип өндәшә. «Айгөл — минең мулла ҡысҡырған исемем», — ти ул, быға асыҡлыҡ индереп.
Былтыр тәүге педпрактикаһын Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында үткән яҡташыбыҙға уҡытыусы булыу ҙа бик ныҡ оҡшаған. Йәйге каникулдарын да буш, файҙаһыҙ үткәрмәй — ике йыл элек «Ирәндек» лагерында вожатый булһа, үткән йәй өс заезд буйына Туапселағы «Диңгеҙ тулҡыны» лагерында эшләгән. «Балалар менән эшләүе шул тиклем күңелемә яҡын. Үҙемә лә бик күп дуҫтар таптым», — ти үҙе өсөн һәр нәмәнән тик ыңғай тәжрибә ейгән тырыш ҡыҙ.
Киләсәген балалар менән эшкә арнарға теләгән Алёна уҡыуға ла етди ҡарай. Шундай әүҙем йәшәү рәүеше алып барыуына ҡарамаҫтан, уҡыу төп эше булыуын онотмай студент. Беренсе курстан тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Киләһе йыл диплом яҡлаясаҡ. Бер юлы Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Дәүләт идаралығы кесе академияһында ла уҡырға өлгөрә. Бәлки, уны киләсәктә дәүләт эшмәкәрлегендә лә күрергә насип булыр.
Пандемия сәбәпле, Алёна ла былтырғы яҙҙан бирле бөтә студенттар кеүек дистанциялы рәүештә уҡый. Дүрт стенаға бикләнеп, компьютерға текләп тик ултыра тип уйлайһығыҙмы уны? Яңылышаһығыҙ — ошо ваҡыт эсендә ул «Тирмәкәй» балалар баҡсаһына музыка етәксеһе булып эшкә төшөргә өлгөргән. Ә яңыраҡ тырнаҡ дизайны буйынса курс үтеп, үҙенең бәләкәй генә бизнесын асҡан, гүзәл заттарға матурлыҡ өләшә ул хәҙер.
— Ҡурҡыныс сир үтеп, тормош яйланһын, һәр нәмә элекке урынына ҡайтһын ине. Көн һайын уҡытыусыларыбыҙ, һабаҡташтарым менән видеоформатта күҙмә-күҙ осрашып торһаҡ та, бергә саҡтар, уҡыу йорто ныҡ һағындыра. Тиҙерәк шул мөхиткә ҡайтҡы килә һәм шулай булырына ышанам да, — тип тамаланы һүҙҙе А. Дятлова.