+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ғинуар 2021, 16:09

Почтальондарға рәхмәт

Быйылғы йылдың тәүге ярты йыллығына «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә яҙҙырыу буйынса еткерелгән планды Амангилденән ҡала Байым почта бүлексәһе лә теүәлләне.

Быйылғы йылдың тәүге ярты йыллығына «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренә яҙҙырыу буйынса еткерелгән планды Амангилденән ҡала Байым почта бүлексәһе лә теүәлләне.
2021 йылдың ғинуар-июнь айҙарына район гәзиттәрен таратыу планы байымдарға 215 дана күләмендә еткерелгәйне. Бөгөн Байым ауыл биләмәһендәге ауылдар халҡы 196 дана «Осҡон», 20 дана «Абзелил» гәзиттәрен алдыра.
Бынан тыш, биләмә халҡы республика гәзит-журналдарына ла ихлас яҙыла икән.
Почта бүлексәһе эшмәкәрлеге күрһәткестәренең яҡшы булыуы Байым ауылы почтальонкаһы Гөлназ Ғатауллина, Яңы Балапан, Йәнекәй, Мораҡай ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән Миләүшә Нафиҡова, Рәзилә Сабирова (Яйҡар, Рәхмәт), Гөлназ Йыһаншина (Туйыш, Иҫке Балапан), Гөлфирә Хәлилова (Ғәбдин) һәм Әлфиә Йомағужинаның (Аһылай) берлектәге тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.
Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса заказдарҙы эшкәртеп, ҡабул иткән почта бүлексәһе етәксеһе Зөлфиә Ғәскәрова менән оператор Юлиә Варисованың да өлөшө ҙур.
— Элек-электән гәзит-журналдарҙы күпләп алдырып уҡығандар әле лә уларҙан айырылмай, һәр кампания һайын 4-6-шар баҫмаға яҙыла. Улар иҫәбендә — яҡташтарыбыҙ Таһир Нәбиуллин, Рита Шәйҙуллина, Рәжәп Малыбаев, Айһылыу Мөхәмәтдинова, Миҙхәт Мәғәсүмов, Мәҙинә Ғәскәрова, Сәфина Әхмәтова, Исрафил, Исмәғил Йәнсәйетовтар, Зөһрә Әхмәҙиева, Рәйдә Мөхәмәтҡужина, Рәйлә Ҡалдаманова, Марс Хәйруллин, Гөлйәүһәр Шәғәлина, Фәйрүзә Сәғитова, Фәниә Мансурова һәм башҡалар. Марс Сәйетғәлин, мәҫәлән, район гәзиттәренең икәүһенә лә яҙылды, шулай уҡ республика баҫмаларының бөтәһен дә алдырта, — тип һөйләй почта бүлексәһе мөдире. — Ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу, уларҙы таратыуҙан тыш, почтальондар халыҡтан электр энергияһы, газ һәм башҡа түләмдәре өсөн аҡсаһын алып килеп, түләй. Почтала шулай уҡ төрлө гәзит-журналдарҙы һатып алырға, көнкүрештә кәрәкле көндәлек әйберҙәр ҙә табырға мөмкин.
Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге директоры В. Ә. Илһамов «районка»ларҙың тиражын арттырыу буйынса уңышлы эшләгән Байым почта хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдереп, уларҙы үҙәктең рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Р. ДАУЫТОВА.
Читайте нас: