+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Февраль 2021, 17:40

Аграр университет Евразия студенттарын йыя

5–8 февралдә Өфөлә Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында “Өсөнсө асыҡ Евразия студенттары хәрби сәнғәт уйындары” үткәреләсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

5–8 февралдә Өфөлә Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында “Өсөнсө асыҡ Евразия студенттары хәрби сәнғәт уйындары” үткәреләсәк.

Башҡортостан дәүләт аграр университеты Рәсәй хәрби сәнғәт союзының Башҡортостандағы филиалы ярҙамында өсөнсө тапҡыр Бөтә Рәсәй юғары мәғариф ойошмалары араһында еңеп сыҡты һәм үрҙә әйтелгән сараны үткәреү өсөн грант алды.

Сара сәләмәт тормошто пропагандалауға, студенттар спорты үҫешенә, Рәсәй халыҡтары дуҫлығын нығытыуға йүнәлтелгән. Бындай кимәлдәге спорт сараларын үткәреү иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демогафия” милли проекты “Спорт – йәшәү рәүеше” проектының төп маҡсаттарының береһе.

Ярыштарҙа Рәсәй төбәктәре һәм Евразия илдәре урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының спорт командалары ҡатнашасаҡ. Айкидо, тай боксы, кикбрксинг, барлыҡ стилдәге каратэ, билбау менән көрәш, тхэквон-до, мас-рестлинг кеүек спорт төрҙөре буйынса ярыштар төрлө майҙансыҡтарҙа ойоштороласаҡ.

Читайте нас: