+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Февраль 2021, 13:14

100 дана «Осҡон» өсөн бүләк!

Үҙе хеҙмәтләндергән участкала 100 дана «Осҡон» йәки «Абзелил» гәзитен таратыуға өлгәшкән почтальондарҙы бүләкләү ҙә матур йолаға әүерелде.

Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге гәзит-журналдарға яҙылыу кампаниялары барышында гәзит уҡыусылар өсөн «Аҙна һайын бүләк!», «Суперприз», район гәзитен алдырыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында башҡа бик күп бәйгеләр ойоштора. Шул уҡ ваҡытта гәзитте таратыуҙа иң яҡын ярҙамсыларыбыҙ булған почтальондар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Үҙе хеҙмәтләндергән участкала 100 дана «Осҡон» йәки «Абзелил» гәзитен таратыуға өлгәшкән почтальондарҙы бүләкләү ҙә матур йолаға әүерелде. Еткерелгән пландарҙы теүәлләгән почта бүлексәләрен дә онотмайбыҙ.
2021 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса күптән түгел Амангилде почта бүлексәһенең Ҡаҙмаш ауылын хеҙмәтләндергән Илүзә Бикҡужинаға намыҫлы хеҙмәте өсөн мәғлүмәт үҙәгенең рәхмәт хатына ҡушып иҫтәлекле бүләк тә тапшырылғайны. Был юлы бындай тәбрикләүгә Асҡар почта бүлексәһе почтальондары лайыҡ булды.
Район үҙәге халҡын хеҙмәтләндергән Илсиә Ғималова тәүге ярты йыллыҡҡа 106 кешене «Осҡон» гәзитенә яҙҙырһа, Раушания Йәһүҙина иһә 103 дана «Осҡон» тарата.
Уңған почтальондарҙың хеҙмәтен баһалап, мәғлүмәт үҙәге директоры В. Ә. Илһамов уларҙы үҙәктең рәхмәт хаты һәм үтек менән бүләкләне.
— Нәҡ почтальондарҙың тырышлығы менән «Осҡон» һәм «Абзелил» гәзиттәренең тиражы үткән йылдың ошо осорондағы кимәленә етте. «Районка»ларҙың ижади коллективтарының хеҙмәт һөҙөмтәһе булған гәзиттәрҙең уҡыусыларыбыҙға ваҡытында барып етеүендә һеҙҙең өлөш ҙур. Киләсәктә лә гәзит уҡыусылар менән редакция араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуығыҙға ышанабыҙ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙгә һәм үҙегеҙгә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ, — тигән теләктәрен еткерҙе Вил Әсғәт улы.
— Халыҡҡа гәзит-журналдарҙан, хаттарҙан тыш, электр уты, газ, телефон өсөн квитанциялар ҙа ваҡытында барып етһен өсөн тырышабыҙ. Тик айырыуса яңы биҫтәләрҙә йорттарҙың һанын күрһәткән яҙыуҙарҙың булмауы эште ауырлаштыра. Шулай уҡ почта йәшниктәренең дә булмауы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Почта йәшниге ҡуйып, шунда ғына өйҙәренең номерын яҙһалар, яҡшы булыр ине, — тигән теләктәрен дә еткерҙе почтальондар.
Читайте нас: