+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Февраль 2021, 12:08

Еңеү көслөләр ҡулында

ДОСААФ-тың 94-се тыуған көнөнә арнап, оборона-масса эше айлығы сиктәрендә, V -VIII класс уҡыусылары араһында район ярышы уҙҙы.

ОБЖ уҡытыусылары етәкселегендә мәктәптәрҙән икешәр малай һәм ҡыҙ команда намыҫы һәм шәхси беренселек өсөн АК-74 автоматын һүтеп-йыйыу, пневматик винтовканан атыу һәм турникта күтәрелеү буйынса етеҙлектә, мәргәнлектә, таһыллыҡта ярышты. Ишбулды, Һамар, Яңы Балапан, Красная Башкирия, Ишҡол, Сиҙәм, Рәхмәт, Дәүләт, 1-се Асҡар урта мәктәптәренән һәм Таһир Кусимов исемендәге гимназиянан бөтәһе 10 команда ҡатнашты.
Автоматты һүтеп-йыйыуҙа Сиҙәм юнармиясыларына тиңләшеүсе булманы. Рәзил Сәғитов, Эдуард Сирғәлин беренсе–икенсе урындарҙы бүлеште. Өсөнсө урында гимназист Данияр Ғафаров билдәләнде. Ҡыҙҙар араһында Сиҙәм мәктәбенән Карина Мәҡсүтова иң яҡшы ваҡыт һөҙөмтәһе күрһәтте. Икенсе-өсөнсө урындарға Наҙгөл Хәбирова (Ишҡол) һәм Әлиә Хафизова (Сиҙәм) лайыҡ булды.
Атыуҙа малайҙарҙан Илназ Әхмәтйәнов (Яңы Балапан), Данил Кан (Һамар), Денис Ҡолоев (Рәхмәт), ә ҡыҙҙар араһында Полина Добрынина (Красная Башкирия), Аида Мөхәмәтдинова (Һамар), Юлиә Уйылданова (Дәүләт) иң мәргәндәр тип табылып, призлы урындар яуланы.
Малайҙар бейек турникта күтәрелеп, беләк таһыллығын күрһәтте, ә ҡыҙҙар тәпәш перекладинала ҡул көсөнән тыш, сабырлыҡтарын да һынаны. Был төр ярыштарҙа Нәзир Ҡунаҡҡолов (Һамар), Инсаф Дауытов (Ишҡол) һәм Алмаз Мортазин (Красная Башкирия), Лиана Ниғмәтуллина (Ишҡол), Вилена Суфиянова (Рәхмәт), Вера Зайцева (Красная Башкирия) ал бирмәне.
Ярыштарҙың дөйөм һөҙөмтәһе буйынса ла еңеүселәр билдәләнде. Вәғиз Хәлисов (Ишбулды), Алмаз Мортазин (Красная Башкирия) һәм Илназ Әхмәтйәнов (Яңы Балапан), Лиана Ниғмәтуллина (Ишҡол), Гөлгөнә Әлимғужина (Ишбулды), Арина Ямтиева (Һамар) миҙалдарға лайыҡ булды. Ә команда беренселегендә Красная Башкирия мәктәбе еңеүсе булды һәм кубок менән бүләкләнде. Икенсе урынды ишҡолдар, өсөнсөнө һамарҙар яуланы.
Читайте нас: