Мин Совет Армияһы сафына 1984 йылдың көҙөндә алындым. Ир-егеттәр өсөн хәрби хеҙмәт электән ҙур ғорурлыҡ һаналды, армияла йөрөп ҡайтыусыларға хөрмәт менән ҡаранылар. Тиҫтерҙәрем менән бергә Тыуған ил һағына китеү теләгем шундай көслө ине, хатта медицина комиссияһы ҡушыуы буйынса, тиҙ арала Өфөгә барып, тамағыма операция эшләттем, сөнки хроник ангина менән армияға алынмауым да ихтимал ине.
Шулай итеп, ноябрь баштарында миңә лә повестка килеп төштө. Элек беҙгә атайым гел генә үҙенең өс йыллыҡ хеҙмәткә эләгеп, һалдат бурысын нисек үтәүе тураһында һөйләй торғайны. Шунда бер апайым уйынлы-ысынлы: «Шайморат та моряк булып өс йыл хеҙмәт итер әле», — тине. Юлай ағайым: «Беҙгә тельняшкалар ебәрергә онотма түлкә!» — тип өҫтәне. Бала саҡтағы ошо шаяртыу-ҡатыш һөйләшеү Хоҙайҙың «амин» тип әйткән сағына тура килдеме — мин, ысынлап та, өс йыллыҡ хеҙмәткә, флотҡа эләктем. 9 ноябрь көнө район хәрби комиссариатынан Шамил Әсәҙуллин, Вәлит Тайсин, Азамат Оморҙаҡов һәм башҡалар Өфөгә юлландыҡ, унан төрлө хәрби частәргә эләгеп, юлдарыбыҙ айырылды.
Ҡыҙыл байраҡлы Тымыҡ океан флотына эләктем. Владивостокта бер ай учебкала булғандан һуң, Русский утрауына ебәрҙеләр. Беҙҙе, 22 йәш матросты, бер десант дивизионына алып килделәр. Бөтә союздаш республикаларҙан йыйылған ниндәй генә милләт егеттәре менән бергә хеҙмәт итергә тура килмәне — әрмән, грузин, чечен, үҙбәк, тажик, ҡарағалпаҡ, молдаван, украин, белорус... Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр Яңы йылды ҡарһыҙ ҡаршыланым. Диңгеҙ һыуығы, әсе ел үҙәккә тиклем үтә ине. 2 ғинуарҙа ғына ҡар яуҙы.
Яңы ғына часткә килгән матростар араһында ҡыҙыҡ хәл булды. Чечен иптәшебеҙ — Абакар атлы егет иң беренсе булып нарядҡа барырға йыйынды. Сәсе еткән ине, ҡырҡ, тип миңә мөрәжәғәт итте. Быға тиклем сәс алғаным юҡ, тиһәм дә, ай-вайыма ҡуймай, әйҙә, үҙем өйрәтеп торормон, тип, ҡайсы килтереп тотторҙо. Ахырҙа ризалаштым, теге мине ашыҡтыра бит, 10 минут ҡына ваҡыт ҡалды, тип. Ҡабаланып торғанда ҡайсы менән ҡолаҡ осон эләктергәнмен, уныһы китте ҡанап. Яраһына гәзит йәбештереп, нарядҡа китте. Икенсе көнөнә был: «Шайморат сәсте һәйбәт ала», — тип мине маҡтап һөйләгән дә, армиянан ҡайтҡансы парикмахер булырға тура килде. Әле лә был һөнәремдең кәрәге тейеп тора.
Тәүгә диңгеҙгә сыҡҡас, моряктар рәтенә алыу йолаһын үтәнеләр. Март айы ине. Диңгеҙҙән алынған боҙло-тоҙло бер литр һыуҙы түкмәй-ҡоҫмай ғына эсеп (аҙаҡ эскә тейҙе, әлбиттә), мин дә ысын моряк булып киттем.
Катерҙа алты матрос булдыҡ. Бер ғаилә кеүек дуҫ, берҙәм йәшәнек. Ҡалаға сыҡҡанда бәләкәй генә көсөк табып алып ҡайттыҡ. Уны катерҙа йәшереп тоттоҡ. Дүрт аяҡлы дуҫыбыҙ — Боцманыбыҙға шул тиклем өйрәндек, хатта чечен егете уны аҙаҡ үҙе менән алып ҡайтырға булды.
Өс йыл — 1095 көн, оҙаҡ кеүек тойолһа ла, тиҙ үтте. Ашатыу ныҡ яҡшы ойошторолғайны. Бынан тыш, диңгеҙгә сыҡҡанда бортпаек бирелә торғайны. Һигеҙ сәғәттән ашыуға китһәк, ике тупланма ризыҡ бирелә. Уның эсендә совет осоронда дефицит булған тушенка, плиткалы шоколад кеүек аҙыҡ һалынған. Сос ҡына мичманыбыҙ булды, йыш ҡына уның менән балыҡ тотоуға йөрөнөк. Бик яҡшы йөҙә торғайным, хатта иптәштәрем ябай ауылда, ҙур булмаған йылғала үҙ аллы йөҙөргә өйрәнгәнемә ышанмайҙар ине. Балыҡтан ҡайтҡас, табышыбыҙҙы, төн тип тормай, кок бешереп, йә ҡурып ашата торғайны. Флотта хеҙмәт итеү дәүерендә ниндәй генә деликатес диңгеҙ тәғәмдәрен ашаманыҡ. Шуғалырмы, таҙарып, мыҡтыланып киттем. Хатта ҡайтыр айҙарҙы һанай башлағас, сәғәт таңғы 5-тән тороп йүгерә башланым. Күнекмәләрҙең файҙаһы тейҙе, хәрби часть беренселегендә еңел атлетика буйынса кроста икенсе урын яуланым.
Хәрби бурысымды өлгөлө үтәгәнем, шәхси уңыштарым өсөн ике тапҡыр грамота менән бүләкләндем, уларҙы әле лә ҡә-ҙерләп һаҡлайым.
Ҡайтырға ике аҙна ҡалғас, бер офицер менән һатып алыусы булып Хабаровскиға саҡырыу пунктына барҙыҡ. Ул ваҡытта мин икенсе статья старшина дәрәжәһендә инем. Шунда фотоға ла төшөрөп алғайнылар. Тиҙҙән инде мин беренсе статья старшина булып ҡайтырға юлландым. Поезд менән бер аҙна тигәндә саҡ өйҙә булдым. Артымса бер иптәшемдән хат килеп төштө. Ул унда «Молодой дальневосточник» гәзитен һалған ине. «Тыныс хеҙмәт итегеҙ, егеттәр!» тигән мәҡәлә аҫтында теге мәл призыв пункты янында йәш һалдаттар менән төшкән фотом баҫылып сыҡҡайны. Мәҡәлә шундай юлдар менән тамамлана. «Старшина второй статьи Шаймурат Даутов доволен новобранцами: «Пополнение надежное!». Был гәзитте лә ҡомартҡы итеп һаҡлайым.
Күпме йылдар уҙып, һыуҙар аҡһа ла, армия һис ҡасан онотолмай. Милицияла эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Хәҙер бер ойошмала һаҡ хеҙмәткәремен. Өлкән улым әрмелә булып ҡайтты. Кесеһе лә, ваҡыты еткәс, Ватан алдындағы изге бурысын үтәр, тип ышанам.
Шайморат ДАУЫТОВ.
Асҡар ауылы.