Сатлама һыуыҡтар артта ҡалды. Йоманан башлап көндәр йылы торасаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар.
26 февралдә иртәнсәк бер аҙ һыуыҡ булһа, көндөҙ -17, ә кискә ҡарай термометр -14 градус һалҡынды күрһәтәсәк. Шәмбе, 27 февраль, көслө ҡар яуыуы, һауа температураһының көндөҙ -7, ә төнөн -5 градус булыуы күҙаллана. Йәкшәмбе көнө иртән һәм көндөҙ йылы буласаҡ. Ә кискә ҡарай тағы ла -15 градусҡа тиклем һалҡынайтасаҡ.
1 мартта, һауа торошо -18 градусҡаса түбәнәйһә, 2 мартта -6 градус тирәһе була.