+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2021, 12:52

Күп ҡырлы талант эйәһе

Шулай ҙа була: кеше тураһында бер нәмә лә белмәйһең, ә уның хаҡында фамилияһы уҡ ҡысҡырып тора. Хәлисовтар тибеҙ икән, Ишбулды ауылынан алтын ҡуллы оҫталарҙы күҙаллайбыҙ.

Шулай ҙа була: кеше тураһында бер нәмә лә белмәйһең, ә уның хаҡында фамилияһы уҡ ҡысҡырып тора. Хәлисовтар тибеҙ икән, Ишбулды ауылынан алтын ҡуллы оҫталарҙы күҙаллайбыҙ. Алма ағасынан алыҫ төшмәй тиеүҙәренең кинәйәһе шунда. Сираттағы геройым — йәшләй генә тыуған ауылынан сығып китеп, инде 40 йылдан ашыу Красная Башкирия ауылында йәшәүсе Өлфәт Хәлисовтың да оҫта тигән даны тирә-яҡҡа таралған. Бөтә ғүмерен ижадҡа арнаған уҙаман әле лә тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр юлында.
Ишбулды ауылында, һигеҙ балалы ишле ғаиләлә иң өлкәне булып донъяға килә ул. Мәктәп йылдарында ижади һәләттәре менән күҙгә артыҡ салынып бармай. Заманаһы ла шулай була. Хәҙер генә һәләтле балалар иғтибар үҙәгендә. Көн дә күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡыу ҙа, бәлки, ул яҡтан асылырға мөмкинлек бирмәгәндер. Үҙ белдегенә етенсе кластар тирәһендә ағастан юнған ҡоралайы әле лә тыуған өйөндә һаҡлана. Ләкин нәҫелдән бирелгән һәләт, ижади булмыш күңеленә тынғы бирмәй. Магазин эргәһендәге белдереүҙәр таҡтаһында Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә уҡыуға ҡабул итеүҙәре тураһындағы иғланды күргәс, егет шунда уҡырға барырға ҡарар итә. Хәлил мәктәбен тамамлағас, сығарылыш кисәһенә лә ҡалып тормай, баш ҡалаға документтарын тапшырырға юллана. Әммә унда урта белем менән уҡыуға алмайҙар, 8-се класты тамамлаусыларҙы ғына йыялар булып сыға. Бынан һуң Магнитогорск пединститу-тының худграфына һынау тота. Бергә имтихан биргән иптәштәре Ташбулаттан Ринат Атауллин менән Хәлилдән Ринат Шәрәфетдинов студенттар исемлегенә эләгә, ә ярты балл ғына етмәүе арҡаһында Өлфәт Хәлисовтың йәнә юлы уңмай. Шулай ҙа яҙмыш уны барыбер ижад юлынан алып китә. «Дипломһыҙ» тигән мөһөр менән генә талантты юҡ итеп булмай шул.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 26 февраль һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: