+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2021, 11:58

Ҡотлайбыҙ!

2020 йыл йомғаҡтары буйынса район предприятиелары, учреждениелары һәм коллективтары араһында иң яҡшылар тип табылдылар

2020 йыл йомғаҡтары буйынса район предприятиелары, учреждениелары һәм коллективтары араһында иң яҡшылар тип табылдылар:
Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы — «Красная Башкирия» АХК-һы (етәксеһе Раил Салауат улы Фәхрисламов);
Иң яҡшы һөтсөлөк-тауар фермаһы — Ә. Р. Мортазин крәҫтиән-фермер хужалығының Нияҙғол һөтсөлөк-тауар фермаһы (мөдире Зилә Мөҙәрис ҡыҙы Нуритдинова);
Иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы — шәхси эшҡыуар Владимир Павлович Серпковтың крәҫтиән-фермер хужалығы;
Иң яҡшы хеҙмәтләндереүсе предприятие — «Электр селтәрҙәре» ЯСЙ-һының Асҡар участкаһы (етәксеһе Аданес Әхәт улы Сафиуллин);
Иң яҡшы ауыл биләмәһе — Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте (башлығы Вәсилә Сәғит ҡыҙы Абсаҙыева);
Иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы — Асҡар үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы (мөдире Азат Наил улы Аслаев);
Иң яҡшы мәғариф учреждениеһы — Михайловка урта мәктәбенең Озерный филиалы (директоры Люциә Ринат ҡыҙы Мәғәфүрова);
Иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы — Красная Башкирия ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы (мөдире Фирүзә Әхтәм ҡыҙы Моратшина);
Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы — Байым ауыл мәҙәниәт йорто (мөдире Марс Мөҙәрис улы Сәйетғәлин);
Иң яҡшы йәмәғәт ойошмаһы — Хәмит ауыл биләмәһе активы (етәксеһе Флүзә Зәбир ҡыҙы Баһауетдинова).
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар араһында:
Ташбулат ауылынан Хисмәтов Рамил Сәйәр улының шәхси ярҙамсы хужалығы;
Сиҙәм ауылынан Адайкин Геннадий Александровичтың шәхси ярҙамсы хужалығы;
Буранғолдан Сабитов Рауил Раил улының шәхси ярҙамсы хужалығы.
Һөнәре буйынса иң яҡшы тип табылдылар:
Иң яҡшы механизатор — Искәнйәров Айсыуаҡ Дәминдар улы, «Башаҡ» ЯСЙ-һы механизаторы;
Иң яҡшы комбайнер — Фәритов Айнур Рим улы, «Аграрий» ЯСЙ-һы комбайнеры;
Иң яҡшы быҙау ҡараусы — Әмирова Гөлдәр Вадим ҡыҙы, «Завет» ЯСЙ-һы быҙау ҡараусыһы;
Иң яҡшы һауынсы — Штырляева Гөлсинә Йомағол ҡыҙы, «Красная Башкирия» АХК-һы һауынсыһы;
Иң яҡшы малсы — Копытов Сергей Сергеевич, «Красная Башкирия» АХК-һы малсыһы;
Иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеһы белгесе — Хәйруллин Дамир Данис улы, «Красная Башкирия» АХК-һының ауыл хужалығы техникаһын эксплуатациялау буйынса инженеры;
Иң яҡшы ветеринар — Арғынбаев Фирғәт Әүхәҙи улы, Ташбулат ветеринар участкаһы фельдшеры;
Иң яҡшы умартасы — Әүбәкиров Ғабдрахман Зәйнулла улы;
Иң яҡшы көтөүсе — Дәүләтбаев Илгиз Ласын улы, Асҡар ауылы малын көтөүсе;
Иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре — Королев Валерий Геннадьевич, «Абзелилспецкомобслуживание» МУП-ы ремонтсыһы;
Иң яҡшы төҙөүсе — Ялалов Радмир Роберт улы, «Анир» ЯСЙ-һының төҙөлөш эштәре буйынса участка начальнигы;
Иң яҡшы водитель — Ғүмәров Ғәли Рәхим улы, Йәнгел урта мәктәбенең автобус водителе;
Иң яҡшы юл хужалығы эшсеһе — Таһиров Артур Шәрифйән улы, Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы водителе;
Иң яҡшы энергетик — Ғәбитов Тимур Урал улы, Әбйәлил РЭС-ының электр энергияһын иҫәпләү төркөмө мастеры;
Иң яҡшы хәрби идаралыҡ хеҙмәткәре — Баһауетдинов Әсләм Әхмәт улы, Хәмит ауыл биләмәһенең хәрби иҫәп өҫтәле белгесе;
Иң яҡшы ҡотҡарыусы — Шәрипов Руслан Рәсүл улы, Күсем руднигы янғын һүндереү часының бүлек командиры;
Иң яҡшы хоҡуҡ һаҡсыһы — Ҡужабаев Динир Бикйән улы, эске эштәр бүлеге оперуполномоченныйы;
Иң яҡшы ирекмән — Әхмәтйәнов Рушан Дамир улы, «Меркурий» ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе;
Иң яҡшы почта хеҙмәткәре — Сатина Елена Васильевна, Сиҙәм ауылы почтальоны;
Иң яҡшы бухгалтер — Ишмырҙина Луиза Әүхәҙи ҡыҙы, «Үҙәкләштерелгән бухгалтерия» муниципаль ҡаҙна учреждениеһы бухгалтеры;
Иң яҡшы уҡытыусы — Истамғәлин Илгиз Наил улы, Т. Кусимов исемендәге гимназияның башланғыс кластар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Иң яҡшы тәрбиәсе — Ғәбитова Миләүшә Насип ҡыҙы, Амангилде урта мәктәбенең Үтәгән филиалы мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе;
Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәре — Сафиуллин Фәтих Зекриә улы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры;
Иң яҡшы табип — Хәлилова Гөлфиә Фәнил ҡыҙы, Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары;
Иң яҡшы фельдшер — Сабитова Миңзәлә Марат ҡыҙы, Амангилде табип амбулаторияһы фельдшеры;
Иң яҡшы урта звено медицина хеҙмәткәре — Хитауллина Нурһылыу Фауариз ҡыҙы, Асҡар үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү бүлексәһе шәфҡәт туташы;
Иң яҡшы обсерватор хеҙмәткәре — Абдуллаева Римма Ғәләүи ҡыҙы, «Березки» ял йортоноң өлкән шәфҡәт туташы;
Иң яҡшы шифахана хеҙмәткәре — Шәрәфетдинова Гөлгенә Ҡадир ҡыҙы, «Яҡты-Күл» шифаханаһы администраторы;
Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре — Заһиҙуллина Әлфиә Афраил ҡыҙы, район мәҙәни-ял үҙәгенең баш методисы;
Иң яҡшы социаль хеҙмәткәр — Әйүпова Гөлдәр Илдар ҡыҙы, Урал аръяғы район-ара мәшғүллек үҙәгенең Әбйәлил районы буйынса бүлеге инспекторы;
Иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре — Баһаув Салауат Нуриман улы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең самбо буйынса тренеры;
Иң яҡшы сауҙа хеҙмәткәре — Вәлиева Резида Нәдим ҡыҙы, Буранғол ауылындағы «Нур» магазины һатыусыһы;
Иң яҡшы йәмәғәт туҡландырыуы хеҙмәткәре — Настенко Гөлфиә Урал ҡыҙы, Асҡар ауылының «Умарта» ашханаһы ашнаҡсыһы;
Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр — Ғиниәтов Баязит Ғәлиулла улы, муниципаль район Советының ойоштороу бүлеге начальнигы;
Иң яҡшы имам-хатиб — Әбделғазин Илдар Таһир улы, Әбйәлил ауылының имам-хатибы.
Читайте нас: