+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2021, 11:50

Тыуған илде һаҡлау — һәр ир-егеттең изге бурысы

Район мәҙәниәт һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте.

Байрамға килгән ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡыҙыҡлы күргәҙмә менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды. ДОСААФ-тың урындағы бүлексәһе саҡырыуы буйынса, Магнитогорск ҡалаһының «Патриот» мәрхәмәтлелек фонды ир-уҙамандары Бөтә донъя һуғыштарында ҡулланыуҙа булған төрлө ҡоралдар алып килде. Фондтың етәксеһе, Афғанстан һуғышы яугиры Андрей Замесин әйтеүенсә, улар, реконструкторҙар менән, был мылтыҡ, пушка-пулеметтарҙы яуҙар барған төрлө тарихи урындарҙан туплайҙар, артабан уларҙы буяп, тергеҙеү өҫтөндә ентекле эшләйҙәр. Күргәҙмә сараға килгән уҡыусыларҙа, йәштәрҙә генә түгел, үҙҙәре утты-һыуҙы кисеп, һалдат бурысын үтәгән, төрлө ҡоралдарҙан эш итеп ҡараған ир-егеттәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Бына, мәҫәлән, «Максим» пулеметы — ҡорал баҙарында уның хаҡы 350 мең һумдан ашыу икән. Дегтярев пулеметы әле генә заводтан сыҡҡанмы ни — шундай ҡупшы итеп тергеҙелгән ул. Икенсе бөтә донъя һуғышында ҡулланыуҙа булған Судаев автоматы (пистолет-пулемет тип тә атала), ул осор өсөн иң ябай һәм осһоҙ ҡорал һаналған. Легендар Шпагин пистолет-пулеметы, немецтарҙың МП-40 ҡоралы, гранаталар, Симоновтың үҙяһаулы карабины (СКС-45) — ул әле лә Кремль полкы һалдаттарына хеҙмәт итә, 1841 йылда етештерелгән Мосин винтовкаһы (әйткәндәй, был мылтыҡ өсөн Мосинға батша 50 мең алтын тәңкә түләгән), Наган револьверы, Макаров пистолеты, 1944 йылда етештерелгән, әммә Бөйөк Ватан һуғышына инеп өлгөрмәгән, 100 патрон һыйҙырышлы Дегтяров пулеметы (уның ҡарауы, пулемет һуңынан бөтә локаль бәрелештәрҙә лә, хатта Африка һәм Америкала, ҡатнашҡан), Маузер карабины, үҙяһаулы Токарев винтовкаһы (СВТ), шлемдар, миналар һәм башҡа бик күп экспонаттар бар ине бында. Уларҙың барыһы тураһында реконструкторҙарҙың береһе Владимир Сергин мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Теләгәндәр ҡорал-дарҙы тотоп, иҫтәлеккә фотоға ла төштө.
Тантананы асып, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән яугир-интернационалистарҙы, Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, хоҡуҡ һаҡсыларын, юнармиясыларҙы һәм бөтә ир-егеттәрҙе тәбрикләп, именлек, һаулыҡ, сабырлыҡ теләне һәм Ватан һағында ышаныслы тороуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. Муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән мәҙәни-ял үҙәгенең тауыш режиссеры Фәрит Ихсанов, методисы Рөстәм Баһаув, 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы Денис Сәлихов, «Батыр» ФҺК-һы тренеры Шамил Ғиниәтов, 61-се янғын һүндереү часының ҡарауыл начальнигы Артур Шакиров, хәрби комиссариаттың бүлек начальнигы Илгиз Хәйризаманов, ҡарауылсы Радик Ҡунафин, «Яҡты-Күл» шифаханаһы инструкторы Юлдаш Мәхмүтов, хужалыҡ буйынса мастеры Марат Юлгилдин, Асҡар үҙәк район дауаханаһы водителе Рәүеф Ҡыуатов, ҡаҙанлыҡ мөдире Шамил Әфләтүнов, ДРСУ-ның юл мастеры Ғәзиз Ғәбитов, машинисы Ринал Дәүләтбирҙин, ДОССАФ-тың урындағы бүлексәһе рәйесе Айрат Хәкимов билдәләнде.
Ғәҙәттән тыш хәл осрағында кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн ошондай уҡ рәхмәт хаттарына Алина Баязитова, Аделина Нафиҡова, Эдуард Таһиров, Дмитрий Измалков һәм Айтуған Йосопов лайыҡ булды.
Район хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин да уҙамандарға изге теләктәрен еткереп, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, патриотик саралар уҙғарыуға ҙур өлөш индергән өсөн район башлығы Илдар Нафиҡов, Йәнгел мәктәбе директоры Илдар Ғәббәсов, «Экстрим» спорт-туристик фирмаһы етәксеһе Лидар Әхтәмов, район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Харисовҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы. «Сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ частәре ветераны» юбилей миҙалдарына Мирас Вәлиев, Альберт Ғәбитов, Ришат Исрафилов, Ринат Кейекҡужин, Ғаяз Ҡасимов, Бикбай Насирйәнов, Хафиз Хамматов лайыҡ булды.
Запастағы офицер, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы кавалеры, төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ғәйнетдин Ғиләжев үҙ сығышында тап Башҡортостан егеттәре Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында ҙур абруй менән файҙаланыуҙары тураһында бәйән итте һәм ир-егеттең изге бурысы — Тыуған илде һаҡлау икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Сара сиктәрендә Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы Салауат Рәжәпов етәкселегендә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙы «Юнармия» хәрәкәтенә ҡабул итеү ҙә ойошторолдо, улар күрһәтмә күнекмәләр менән сығыш яһап, бөгөндән үк хәрби булырға әҙерлеген күрһәтә алды.
Артабан район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ватан һаҡсыларына сағыу концерт номерҙары бүләк итте.
Читайте нас: