+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Март 2021, 13:40

Бикҡолдоң ағас оҫтаһы

Берәүҙәр ауыр заманаларға һылтанып, икенселәр аҡса юҡлыҡҡа көйәләнеп йәшәһә, өсөнсөләр иһә бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп, маҡсаттарына өлгәшеп, тормошонан йәм табып, киләсәккә оло хыялдар ҡороп ғүмер итә.

Берәүҙәр ауыр заманаларға һылтанып, икенселәр аҡса юҡлыҡҡа көйәләнеп йәшәһә, өсөнсөләр иһә бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп, маҡсаттарына өлгәшеп, тормошонан йәм табып, киләсәккә оло хыялдар ҡороп ғүмер итә.
Бикҡол ауылынан Гүзәл менән Нәдир Нотфуллиндар ҙа, нәҡ шулай, бөгөнгөгә ҡәнәғәт булып, яңы тыуған көнгә ҡыуанып ғүмер кисерә. Ауылда эш юҡ тип, эшһеҙ ултырмай улар: Нәдир Магнитогорск металлургия комбинатында эшләй, ҡатыны Гүзәл —«Юбилейный» ял йорто хеҙмәткәре.
Баймаҡ ҡыҙы менән Әбйәлил егетен Магнитогорск ҡалаһы осраштырған, ҡауыштырған, тиергә була. Ошо ҡалала эш башлаған йәштәр танышып, ғаилә ҡорғас, байтаҡ йылдар ҡалала йәшәй. Унан инде ғаилә башлығының тыуған ауылына күсеп ҡайталар. Татыу ғаиләлә ике бала буй еткерә: Лидия етенсе, Камил дүртенсе класта уҡый.
Ир менән ҡатын икәүһе лә ауылдан ситкә йөрөп эшләһәләр ҙә, кәртә тултырып мал аҫырайҙар, ҡош-ҡортто ла күпләп алып көтәләр. Йәй көндәре иһә баҡсаларында төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, уларҙан мул уңыш алалар.
— Ауыл ерендә йәшәп, мал көтмәй булмай. Сменалап эшләйбеҙ, беребеҙ эштә булһа, икенсебеҙ өйҙә. Өҫтәүенә, хәҙер балалар ҙа ҡул араһына инде, өлгөрмәй китһәк, малды улар тәрбиәләй, — тип ҡыуана ирле-ҡатынлы Нотфуллиндар.
Эштән, өй мәшәҡәттәренән саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, Нәдир Ҡадир улы үҙенең яратҡан шөғөлөнә — ағас эшенә тотона.
— Бала саҡтан ағастан төрлө әйберҙәр эшләргә әүәҫмен. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа иң тәүге эшем — кресло булды. Унан, армиянан ҡайтҡас, бер төндә кухняға бәләкәй гарнитур яһаным. Әсәй өйҙә юҡ ине, ул килгәнсе эшләп ҡуйырға кәрәк тип тырыштым. Һәм өлгөрттөм дә, — ти ул. — Эшләгән һайын ҡул оҫтара, фантазия ла арта.
Өйҙәге өҫтәл-ултырғыстарҙан алып, кухня гарнитуры, шкафтарға тиклем бөтә йыһаз ғаилә башлығының алтын ҡулдары менән яһалған. Халыҡ араһында оҫтаның даны күптән таралған, шуға ла уға һатып алыусыларҙы эҙләйһе түгел, заказдар булып тора.
— Ағастан яһалған әйберҙәр, билдәле, ҡиммәт килеп сыға, материалын һатып алам, — ти Нәдир.
Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки ул бит оҙаҡ хеҙмәт итә, магазиндағы ағас онтағынан эшләнгән әйбер кеүек түгел инде, уларҙы урынынан бер-ике шылдырһаң, артабан яраҡһыҙға әйләнә.
— Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәне бирле, шуға иғтибар итәм: ауылдарҙа таланттар күп. Уларҙы асыҡлап, эштәрен конкурстарға ҡатнашыуға йәлеп итергә тырышабыҙ, шуның менән уларҙы артабан үҫтереү мөмкинлеге тыуа. Оҫтаның «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының күргәҙмәләр зонаһына ыҡсым, матур итеп эшләп биргән ярым тирмәһе иғтибарымды йәлеп итте. Үтенесемде йыҡмай, мәҙәниәт йортона ла шундайҙы эшләне, — ти Ташбулат мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөлфирә Ҡарағужина.
Уҙған йыл конкурстар онлайн режимға күсеп, төрлө бәйгеләрҙә өйҙән генә ҡатнашыу мөмкинлеге тыуғас, Бикҡол клубы мөдире Миңзәлә Тимерйәнова Нәдир Нотфуллиндың эштәрен район, республика, Бөтә Рәсәй буйынса ойошторолған конкурстарға йәлеп иткән һәм оҫта дипломдар менән бүләкләнгән.
Читайте нас: