+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Март 2021, 14:05

Хәтәр афәт булып сыҡты был коронавирус тигән нәмәләре...

Иртән тороп телевизор ҡабыҙһаң — «коронавирус!» Фәлән ерҙә, фәлән кеше үлгән... Һаҡланығыҙ, ҡурҡыныс ауырыу!» — тип ғәҙәттәге ҡурҡытыумы, иҫкәртеүме һинең кәйефеңде төшөрә, күңелде өшөткөс хәбәрҙәрҙе тыңлап, үҙең үләһең дә ҡуяһың.

Бөтә донъяның аҫты өҫкә килде...
Иртән тороп телевизор ҡабыҙһаң — «коронавирус!» Фәлән ерҙә, фәлән кеше үлгән... Һаҡланығыҙ, ҡурҡыныс ауырыу!» — тип ғәҙәттәге ҡурҡытыумы, иҫкәртеүме һинең кәйефеңде төшөрә, күңелде өшөткөс хәбәрҙәрҙе тыңлап, үҙең үләһең дә ҡуяһың. Урамға сыҡһаң бөтәһе лә «моронһаҡлылар»... Элекке кеүек ихласлап күрешеүҙәр, үҙ-ара һөйләшеүҙәр, ҡосаҡлашып алыуҙар – бөттө улар. Ҡайҙа ғына ҡарама, яҙыуҙар: «Маска, бирсәткә кей!», «Дистанция метр ярым!» һәм башҡалар.
Аллама шөкөр, һаулығым бар әле. Иртәнән кискә тиклем магазинда кеше араһында ҡайнайым. Ҡолаҡлы булғас, төрлө хәбәрҙәр ишетәһең шул. Бигерәк тә автобус менән эшкә килгәндә, ҡайтҡанда уларҙы күп тыңларға тура килә.
«Бынау масканың ҡара төҫлөһөн ҡайҙа һаталар икән? Минең танау аҫты ҡутырлап боҙола ла китә. Врач май яҙғайны, һөртһәм, маскамдың танау аҫты һарғая ла ҡуя. Шунан маңҡа үтеп сыҡҡан һымаҡ күренә».
«Кисә һалҡын төшкәс , һыйыр һайырға сыҡҡайным, ауыҙ, танау өшөй... Ҡайтып, «масканы» кейеп сыҡһам, һыйырым өркөп ситкә ҡаса бит! Ҡутара һүгенеп алдым, тағыла нығыраҡ ҡото осто бит «Грушамдың». Ахырыһы, сисеп кеҫәгә һалып алғайным, һыйырым тынысланды».
«Ике өй аша пенсиялағы фельдшер йәшәй, улым йүткергәс, дарыу һорарға барҙым. Апай, йүткереккә дарыуың булһа биреп тор әле, малайым сәсәй... Мин иртәгә урынына алып килермен», — тием, ә ул: «Нимә коронавирус йоҡторорға килдеңме? Бар, юлыңда бул!» – тимәһенме, ауылда иң хөрмәтле, һаулығыбыҙҙы һаҡлаусы апайыбыҙ. Мин: «Ҡапҡа аша ташла, мин алырмын», — тип тылҡыйым. Шунан ире өрөп торған этенән дә көслөрәк итеп: «Иди отсюда! Нимә аңламаныңмы әллә, хәҙер «Босс»ты һөсләтәм», — тип һөрәнләй. Мин һыпырттым».
Эсеп алған ирҙәрҙең һөйләшеүенән: «Автобустан ҡалдым да, аҡса кеҫәлә мул, бисәләр менән теттереп ҡайтайым әле. Вахтанан ҡайтҡаны бирле, ҡатын-ҡыҙҙың йылы ҡуйынында балдеть иткән юҡ. Элек һағындым тип ҡосаҡҡа ташланған любовницаларымдың өсөһөнә лә йөрөп сыҡтым. Индермәйҙәр метр ярымдан ғына һөйләшәләрҙә и все!...»
Үҙемә киләгәндә, мин «пофигист» булараҡ, масканы эштә генә кейә инем, пандемия, тигән нәмәләренә ышанманым. Был тик халыҡты алйытып, бер-береһенән ситләштереп, берҙәмлеген ҡаҡшатыуға, ҡурҡытыуға йүнәлдерелгән донъяу политикалыр тип уйлай торғайным. Һарыҡ көтөүе менән идара итеүе күпкә еңелерәк бит ул. Ул фекеремде йәшермәй, асыҡ әйтә инем: «Юҡ ул короновирус!» — тип йыш әйткән һүҙҙәремдән баш тартырға тура килде. Ысын күңелдән түгел булһа ла, башҡалар ыңғайына битлек кейеп йөрөргә, үҙ фекеремде күңел һандығына бикләп ҡуйырға тура килде.
«Үткән аҙнала Әфләтүндән «Урожай» магазины янында ике мужик биш һум һорағандар: «Бер яртыға тулмай, Әфләтүн ағай, выручай», — тигәндәр. Был кәшәлүген сығарған икән, тегеләрҙең берәүһе томшоҡҡа ултыртҡан, икенсеһе булған аҡсаһын алған да, кәшәлүген кеҫәһенә тыҡҡан. Был бахыр ҡысҡыра башлаған икән, тегеләре типкесләп-типкесләп китеп барғандар.
— Атаҡ, атаҡ бына, көпә-көндөҙ! Кемдәр булған икән? Полицияға заявить итмәй ни!
— Итеү менәнме ни! Тегеләр бит, икәүһе лә маска кейгән булған.
Бына ниндәй хәлгә осраным мин. Бер ваҡыт таңғы биштә өшөп уяндым (аҙаҡ асыҡланыуынса ишекте япмай ҡалдырғанмын). Әллә ауырып киттемме икән, тип температурамды үлсәргә булдым. Уным, 40,5-те күрһәтте! Һүгенә-һүгенә тағы үлсәнем... Температурам 40,5-кә менә лә китә! Ултыра төштөм, үҙемде һәйбәт тоям... Тағы үлсәнем, инәңде ололайым! Терегөмөш шкала буйлап ҡырҡты үтәлә китә... Был ҡәһәр һуҡҡан короновирустыр!» – тип уйланым. Таң атыуға өс сәғәт ваҡыт бар, медпункт туғыҙҙа ғына асыла. Шулайҙа үҙ-үҙемде ҡулға алдым, намаҙымды уҡыным, ваҡ-төйәк эштәремде бөтөрҙөм. Былай үҙемде һәйбәт, ғәҙҙәттәгесә тоям. Йүгереп тә килдем, был юлы дистанцияны ике-өс тапҡырға арттырҙым, хәлемдең торошо һәйбәт. Зыярат янынан үткәндә, үҙемде нисек ерләгәндәрен күҙ алдына килтерҙем дә, арҡамдан һыуыҡ йүгерҙе, өшөп киттем. «Короновирус булһа, йыумай, йәһәт кенә ҡәбергә алып барып тығырҙармы икән?» — килеүселәр ҙә булмаҫ инде тип яндым. Мин, шулай итеп, был яҡты донъя менән хушлашып йөрөп таң аттырҙым. Йыйып ҡуйған кәфенлектәремде, ерләгәндә кәрәкле әйберҙәрҙе барлап ҡуйҙым, өйҙө йыйыштырҙым, ҡапҡа эсен рәткә килтерҙем.
Сәғәт туғыҙ тулыуын көтөп торманым, инде медпунктка йүгерҙем. Фельдшер Фәрхизә килен әле килеп етмәгән ине. Тик санитарка ғына йыйыштырып йөрөй ине. Мин сыҙаманым, унан градусник һорап алдым. Бер-ике һүҙ менән бик мөшкөл хәлемде аңлатып бирҙем. Уныһы тыш-тыш килеп йүгереп инеп килеүемә, теремек күренеүемәлер, сәйер ҡарап йылмайҙы ла ҡуйҙы. Тыҡтым теге нәмәне ҡултыҡ аҫтына! Бер аҙ ваҡыт үткәс, уны һурып сығарып ҡараным... Инәңде генә ололайым, температурам 36,5! Саҡ ҡысҡырып ебәрмәнем, кеҫәләге үҙемдеке менән медпунктттың градусниктарын бергә тыҡтым. Был ни ғәләмәт! Йәтеш, матур ғынаһы 36,5-те, ә ҡәләм ҙурлығы (үҙемдеке) 40,5-те күрһәтә. Теге һеңлекәш менән туйғансы көлөшөп алдыҡ, мин оялышымдан «кешегә һөйләп ҡуйма инде» тигән булдым.
Медпункттан нисек сыҡҡанды иҫләмәйем. Осоп сыҡтым шикелле. Урамға һыймай киләм, малай. Әле генә минең өсөн һүнеп барған ҡояш нығыраҡ балҡый; бына-бына туҡтай тигән йөрәгем йәш кеүек дарҫлап тибә; тап булыусы әбей-бабайҙар ҡыҙ булып күренә. Ҡыҫҡаһы мин үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше тип тойҙом.
Өйгә ҡайтып та инеп өлгөрмәнем, хужабикәм шылтырата «Тиҙ генә эшкә килеп етә алмаҫһыңмы? – ти. Мин ай ял итмәй эшләп, кисә инәлеп тороп көн һорағайным. «Конечно, Галина, сейчас выезжаю. Ничего страшного, надо значит надо. На том свете отдохну!» — тип тегенемде аптыраттым. Магазинға килгәс, һатып алыусылар кәмегән саҡта был мажарамды һөйләп көлдөрөп алдым үҙем.
Шулай итеп, өс сәғәт мин короновирус менән ауырып алдым. Ә теге ҡотомдо алған термометр, ғүмере буйы ауыл медпункында эшләгән әсәйемдең ҡомартҡыһы, 1982 йылғы икән. Бына шулай градусник та «ҡартая»икән, ни тиһәңдә утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән бит.
Мансур БАҺАУВ.
Читайте нас: