+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Март 2021, 21:00

Көсөңдө һынап ҡарағың киләме?

Рәсәй почтаһы һәм “Изгелек ҡылырға ашығығыҙ” фонды “Ҙур һуғыш батырҙары” Бөтә Рәсәй ижади конкурсының башланыуын иғлан итте.

Рәсәй почтаһы һәм “Изгелек ҡылырға ашығығыҙ” фонды “Ҙур һуғыш батырҙары” Бөтә Рәсәй ижади конкурсының башланыуын иғлан итте. Конкурстың төп маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре, уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында иҫтәлек һаҡлау һәм уны йәш быуынға тапшырыу, уҡыусылар менән бергә ғаилә альбомдарын ҡарау, китаптар уҡыу, хәтирәләр менән уртаҡлашыу.
Сара алты номинация буйынса уҙғарыла: “Һүрәт”, “Шиғриәт”, “Видеорепортаж”, “Вокал”, “Бейеү”, “Үҙенсәлекле жанр”. “Һүрәт” номинацияһында еңеүселәрҙең эштәре Рәсәй почтаһы сығарған коллекцион асылмалар өсөн нигеҙ итеп алынасаҡ.
Эштәр 31 мартҡа тиклем www.detigeroi.ru сайтында ҡабул ителә. Еңеүселәр 15 апрелдә иғлан ителә һәм 25 апрелдә бүләкләнә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/veteran/K-s-d--inap-ara-i-kil-me-699254/
Читайте нас: