+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Март 2021, 13:48

Мәргәнлек һәр ерҙә лә кәрәк

Йыл һайын беҙ «Зарница» уйынын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ул беҙҙең гимназия эргәһендәге «Уңыш» стадионында уҙа.

Йыл һайын беҙ «Зарница» уйынын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ул беҙҙең гимназия эргәһендәге «Уңыш» стадионында уҙа.
Был юлы беҙгә ете шартты үтәргә тура килде. Беренсеһе байраҡтар менән сигнал биреү — ойоштороусылар күрһәткән сигналдарҙың нимә аңлатҡанын әйтергә тейеш инек. Икенсе уйын «Һаҙлыҡ» тип аталды, унда тәғәйен дистанцияны таҡтанан таҡтаға һикереп уҙҙыҡ. Киләһе уйында һандарҙан торған шифр бирелде, уны хәрефтәргә әйләндереп, мәҡәлде уҡыныҡ. Һуңынан погондар буйынса званиеларҙы билдәләнек, миналар эҙләнек, сәпкә туп менән тейҙерҙек, автоматтан аттыҡ. Көн һыуыҡ булһа ла, рәхәтләнеп уйнап, күңел күтәрелеп таралыштыҡ.
Мораҙым ҒАЙСИН, Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы.
Читайте нас: